Исламда руханиҙар

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте

Ислам руханиҙары — шартлы термин, сөнки «исламда функциональ һәм структур йәһәттән христиан сиркәүенә оҡшаш руханиҙар институттары юҡ»[1].

«Мосолман руханиҙары культты башҡарыуға бәйле кешеләр йыйылмаһын күҙ уңында тота (мулла, мәзин), судьялар (ҡаҙый), хоҡуҡ белгестәре (фаҡиһ) һәм дин белгестәре (ғөләмә, мөжтәһид), йәмәғәт башлыҡтары (имам), дәүләт башлыҡтары (хәлифә), шулай уҡ айырым дини йәмәғәттәрҙең башлыҡтары (мөфтөй), мәҙһәбтәр, дини ағымдар (шәйех, ишан)»[1].

Шиғыйҙарҙа сөнниҙәргә ҡарағанда руханиҙар иерархияһы анығыраҡ (ҡар. аятулла). Ҡәтғи иерархия суфый тәриҡәттәренең күпселегенә, ҡайһы бер йәмәғәттәргә һәм ойошмаларға хас"[2].

Әүлиә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үәли (ғәр. وليҡурсалаусы, изге), Әүлиә (ғәр. أولياء‎ — намаҙ уҡыу, Аллаһыны иҫкә алыу һәм башҡа төрлө ғибәҙәт ҡылғандағы тырышлығы менән Аллаһыға яҡынлашҡан тәҡүә кеше.

Ғалим[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғөләмә (ғәр. علماء‎ «белгестәр, ғалимдар»; берл. ғәр. عالمәлим (ғалим) йәки әлимә (ғалимә) — Исламдың теоретик һәм практик яҡтары белгестәренең йыйылма атамаһы. Ваҡыт уҙыу менән хөрмәтле ҡушамат булып киткән[3].

Ахун[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ахун, Ахунд (перс. آخوند‎) — Иранда һәм революцияға тиклемге Рәсәйҙә мосолман «епискобы», ғәрәпсә ҡаҙый аналогы. Шулай уҡ «ахун» (ҡыт. 阿訇 ҡайһы берҙә 阿衡; пиньин: āhōng) тип уйғырҙар, ҡытай мосолмандары (хуэйцзу, дунгандар) үҙ имамдарын исемләйҙәр.

Аятулла[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аятолла (ғәр. آية الله‎, перс. آیت‌اللهаллаһтың мөғжизәһе) — шиғый дини титулы. Был исемгә лайыҡ булғандар ислам ғилеме, юриспруденцияла, этикала һәм философияла эксперт булып тора, ғәҙәттә, дини фәндәр мәктәптәрендә уҡыталар.

Бөйөк аятулла[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөйөк аятулла йәки мәржә (ғәр. آية الله العظمى‎) — шиғый дини титулы. Был титулды ислам хоҡуғында (фиҡһ) юғары уңыштарға өлгәшкән ислам ғалимдары йөрөтә һәм фәтүә (шәриғәт буйынса) сығарыу хоҡуҡтары бар.

Имам[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Имам (ғәр. إمامетәксе) — исламда мәсет етәксеһе, ғибәҙәттәр үткәрә. Имам шулай уҡ "кешеләргә өлгө " тигәнде аңлата ала. Йәмәғәт намаҙында уға етәкселек иткән имам һайлана. Бәлиғ булған, йәғни 13 йәше тулған һәр мосолман намаҙҙа уның имамы була ала.

Имам (шиғыйлыҡ)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ун икеләр теологияһына ярашлы, имамдар Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең рухи вариҫтары булған. Беренсе имам уның кейәүе, дүртенсе хәлифә Али ибн Әбү Талип була .

Йәмәндә имам — өммәт һәм зәйдиҙәр дәүләте башлығы (1962 йылға тиклем).

Ишандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ишан (сығат. — išann) — суфый тәриҡәттәре етәкселәре һәм исмәғили йәмәғәт башлыҡтары титулы йәки ҡушаматы. Бынан тыш, Урта Азияла ла Мөхәммә Пәйғәмбәр заты вәкилдәрен ишан тип атайҙар т[4].

Ҡаҙый[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡаҙый (ғәр. قاضٍ‎) — Ҡөрьән һәм Сөннәт нигеҙендә үҙ аллы аңлатма биреп хөкөм ҡарары сығарыусы шәриғәт судьяһы.

Ғосман империяһында ҡаҙый шулай уҡ округ территорияһында нотариаль һәм ҡаҙыйлыҡ йәки ҡаҙа тип аталған ҡайһы бер административ функцияларҙы үтәй . Ҡаҙый һүҙенән (исп. Alcalde) урта быуат испан-португал алькальд титулы барлыҡҡа килә (ғәр. القاضى‎ — әл ҡаҙый).

Кәрбәләләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кәрбәләләр — Кәрбәләгә хаж ҡылған мосолмандарҙың, башлыса шиғыйҙарҙың, почетлы титулы .

Мәүләүи[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәүләүи (перс. مولوی‎) — исламда мулла һәм шәйехкә оҡшаш почетлы дини исем, ғәрәп теленән тәржемә иткәндә «хаким» йәки "хужа"тигәнде аңлата.

Мәшһәди[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәшһәди — Мәшһәдкә хаж ҡылған мосолмандарҙың, башлыса шиғыйҙарҙың, почетлы титулы.

Молда[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Молда — Ҡаҙағстанда революцияға тиклем мосолман белеме алған ир-егеттәр исеменә ҡушылған һүҙ. Молда — мулла, уҡымышлы кеше.

Мөжәддит[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мөжәддит(ғәр. مجددяңыртыусы) — иманды яңыртыусы. Мөхәммәт пәйғәмбәр хәҙисенә ярашлы, йөҙ йыл һайын мосолмандар араһында Ислам динен яңыртыусы кешеләр барлыҡҡа киләсәк. Мөжәддиттәргә : Ғүмәр ибн Ғәбд әл-Ғәзиз, Имам әш-Шәфиғи , Имам әл-Әшғәри, Имам әл-Ғазали, Имам әр-Рази, Ибн Дәҡиҡ Ид, Имам әс-Сүйүти һәм башҡалар индерелгән.

Мөжәһит[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мөжәһит(ғәр. مجاهدтырышлыҡ һалыусы), Ғази (ғәр. غازي‎ йыһат ҡатнашыусыһы, шулай уҡ көрәше йыһат сиктәренә тура килгән һәр мосолман кешеһе.

Мөжтәһид[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мөжтәһид (ғәр. مجتهدкөслөрәк) — Ижтиһад дәрәжәһенә еткән ғалим.

Мулла (ғәр. مُلَّاидарасы; һаҡлаусы; хужа) — ғәрәптәрҙә ислам дине белгесе (ғалим) дәрәжәһе, ғәҙәттә Ҡөрьәнде (ҡайһы берҙә хатта яттан белгән хафиз), хәҙистәр һәм шәриғәт нормаларын яҡшы белгән кеше. Сөнниҙәрҙә йыш ҡына диндарҙар общинаһы башлығы итеп һайланған имам һүҙе синонимы булараҡ ҡулланыла.

Шиғыйҙарҙың мулла исеме имам исеменән түбәнерәк, уның бурысы — бары тик Ҡөрьәнгә һәм дини һорауҙарға аңлатма биреү.

Кавказда мулла тип шулай уҡ мәзиндәрҙе, «көндәлек» имамдарҙы һәм башҡа түбәнге дәрәжә руханиҙарҙы атайҙар, ә «йәмиғ» имамы, ҡаҙый һәм шәйхел-исламдар Мулла ахун (шиғыйҙарҙа) йәки Мулла әфәнде (сөнниҙәрҙә) тип атала.

Мөҙәрис[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мөҙәрис(ғәр. مُدرسуҡытыусы) — фаҡиһ, мәҙрәсә уҡытыусыһы, исламдың юриспруденция һәм этик-хоҡуҡи нормаларын белеүсе[5].

Мөфәссир[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мөфәссир (ғәр. مُفسرаңлатма биреүсе)- Ҡөрьәнде аңлатыусы (комментатор), тәфсир авторы.

Мөфтөй[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мөфтөй (ғәр. مفتى‎ — сығарылмаһы афта , «фекер белдереү») — мосолмандарҙа юғары рухани кеше. Дини-юридик мәсьәләләр буйынса ҡарарҙар сығарыу, шәриғәтте ҡулланыу буйынса аңлатмалар биреү хоҡуғына эйә. Уның ҡарары (фәтүә) был илдә таралған ислам йүнәлешендәге дини-юридик ҡанундарға (сөннилек, шиғыйлыҡ һ. б.), шулай уҡ шәриғәт мәктәптәренә (мәҙһәб) нигеҙләнә. 1788 йылда Екатерина II указы менән «мосолман законының муллаларын һәм башҡа дини чиндарын билдәләү һәм Өфөлә шул закондың бөтә дини чиндарын рәсәйҙә тотоусылар менән идара итеү өсөн Дини йыйылыш булдырыу тураһында» Ырымбур мосолман диниә назараты (мөфтиәт) ойошторола.

Мөхәддис[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мөхәддис (ғәр. محدث‎)- хәҙистәр тураһындағы фәнде бик тәрән өйрәнгән ғалим.

Мөхтәсиб[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мөхтәсиб (ғәр. محتسبиҫәпләүсе)- шәриғәт ҡанундарына таянған һәм ислам әхлаҡ нормаларын тормошҡа ашырыуҙы күҙәткән махсус ойошма хеҙмәткәре. Мөхтәсибтәр шулай уҡ төрлө яза төрҙәрен йөкләмәләр өсөн һалыу хоҡуғына эйә була (тажир), шулай уҡ полиция функцияларын үтәй. Мөхтәсиб эшенең ҡушма өлөшө хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү була, шуның өсөн улар халыҡҡа аң-белем таратыу кампанияһын үткәрә. Хоҡуҡ боҙоу ауырлығына бәйле мөхтәсибтәр иҫкәртә, йә булмаһа, халыҡты таяҡ менән туҡмауға яза бирә алған[6].

Мәзин[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәзин (ғәр. مؤذن‎; шулай уҡ — аҙансы) — исламда: мосолмандарҙы манаранан ғибәҙәт ҡылырға саҡырған мәсет хеҙмәткәре. Беренсе мәзин Биләл ибн Рабах була.

Нәғиб[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нәғиб Наиб (ғәр. نائب‎ — урынбаҫар, вәкил, идарасы), урта быуаттарҙа мосолман дәүләттәре (Ғәрәп хәлифәлеге, Алтын Урҙа һ. б.) провинцияның йәки округының хакимы, әзербайжан ханлыҡтарында — мәһәл (ауыл, ауыл биләмәһе) идарасыһы .

Шамил имаматында — уның билдәле бер территорияла хәрби-административ власты ғәмәлгә ашырған вәкиле. Көнсығыштың ҡайһы бер хәҙерге мосолман илдәрендә — ниндәйҙер начальник йәки дин әһеле урынбаҫары, ҡайһы берҙә — урындағы полиция начальнигы, ауыл общинаһы старшинаһы. Ғосман империяһында — шәриғәт суды ҡаҙыйы, юғары ҡаҙый урынбаҫары, ҡаҙый ярҙамсыһы.

Садарә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Садарә[7]— юғары дини етәкселек. XVII быуатта ике төп садар булған: Садар-ә хәссә һәм Садар-ә ғәммә; һуңғыһы шулай уҡ «Садар-үл-мәмәлик» тип аталған. Башта ике вазифаны ла бер үк юғары рухани биләй. Һуңынан уҡ төрлө кешеләр тәғәйенләнә, улар араһында киңерәк хоҡуҡтар менән «Садар-ә хәссә» файҙалана, ул "Садар-үл-судур (Садарҙар садары) титулын йөрөтә. Садар тарафынан сығарылған ҡарарҙар Диванбәктәрҙән раҫланырға тейеш була һәм шаһ указы менән раҫланғандан һуң ҡулланыуға тәҡдим ителә.

Хаҡ хәлифәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хаҡ хәлифәләр (ғәр. الخلفاء الراشدون‎‎) — сөнни исламда — дүрт беренсе хәлифә, улар осоронда ислам әүҙем тышҡы экспансия менән шөғөлләнә һәм хәлифәлек ҙурая.

Мөьминдәр әмире[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әмир әл-мөьминин (ғәр. أمير المؤمنين‎ — хәлифәләр һәм башҡа мосолман хакимдары титулы. Хаким әмир әл-мөьминин титулын йөрөтә икән, был уның сәйәси власын ғына түгел, рухи хакимлығын да аңлата.

Сөнниҙәр фекеренсә, әмир әл-мөьминин титулы бирелгән беренсе кеше Ғүмәр ибн әл-Хәттаб булған . Шиғыйҙар фекеренсә, Аллаһ Рәсүле тере сағында уҡ титул Али ибн Әбү Талибҡа бирелгән һәм тик уныҡы ғына булып тора[8]. Әмир әл-мөьминин титулын Өмәүиҙәр һәм Ғәббәсиҙәр династиялары хәлифәләре ҡабул итә, һәм әле лә ҡайһы бер мосолман лидерҙарына һәм хәҙерге ғәрәп монархтарына ҡарата ҡулланыла.

Мосолмандар әмире[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әмир әл-мөслимин (ғәр. امیر المسلمینмосолмандар хакимы)- Әл-Мурабиттар дәүләте башлығының рәсми титулы. 1061 йылда Йософ ибн Тәшфин үҙенең оло туғаны Әбү Бәкер Ибн Ғүмәрҙе етәкселектән ситләтә һәм беренсе булыпәмир әл-мөслимин титулын ҡабул итә[9]. Әмир әл-мөслимин титулы әл-Мурабиттарға, һәр хәлдә юристар күҙлегенән сығып, квазидин санкцияһы бирә[10].

Фаҡиһ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фаҡиһ (ғәр. فقيهюрист)- мосолман хоҡуғы өлкәһендә ғалим.

Хажи[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хажи — Мәккәгә хаж ҡылған мосолмандың почетлы титулы .

Хәҙрәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәҙрәт (ғәр. حضرات‎) — ислам динендәге дини дәрәжә. Шулай уҡ исламда юғары дини статуслы кешегә ихтирамлы өндәшеү. Урта Азияның «тәҡсир», төрөктәрҙең "әфәнде " һәм фарсыларҙың «хужа» һына тап килә.

Хәлифә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәлифә, Хәлиф(ғәр. خليفة‎ — идарасы, урынбаҫар)- мосолмандарҙа иң юғары титулдың исеме. Төрлө ваҡыттарҙа уның йөкмәткеһенә ҡараштар төрлөсә булған. Бөтә күрһәтмәләрендә, ҡарарҙарында һәм эштәрендә хәлифә өммәт мәнфәғәтендә шәриғәт закондары менән сикләнгән. Шулай уҡ Хәлифәлек системаһында идара итеү мираҫ итеп бирелмәй, ә киреһенсә бәйәт (ант) хәлифте һайлау ысулы булып тора[11]. Хәрижиҙәр мосолман общинаһының ихтыяры менән сикләнгән һайлап ҡуйылған хакимды хәлиф тип атағандар[12]..

Хафиз[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хафиз (ғәр. حافظяттан белеүсе, һаҡлаусы) Ҡөрьән ятлап алып һаҡлаусы . Ҡөрьәнде яттан белгән өсөн рухани ҡатламға индерелгән мосолман.

Хүжәт әл-ислам[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хүжәт әл-ислам (ғәр. حجة الإسلامисламға дәлил)- шиғыйҙарҙың дини титулы, рангыһы аятулланан түбәнерәк, яҡынса христианлыҡта епископҡа тап килә.

Шәһит[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шәһит (ғәр. شَهيدшаһит) — иман өсөн йәнен фиҙа ҡылған, ғазап сигеүсе мосолман.

Шәйех[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шәйех, (ғәр. شيخ‎) — исламда күренекле дин белгесенең почетлы исеме.

Башҡа мәғәнәләре:

  • Рухи остаз, ишан, тәриҡәт башлығы.
  • Уҡытыусы, дини төркөм етәксеһе.
  • Хаж ҡылыусылар төркөмө етәксеһе, изге урынға зыярат ҡылыуҙы ойоштороусы.
  • Изге урында йәшәгән һәм ғибәҙәт ҡылыусыларға зыярат ҡылырға ярҙам иткән кеше.
  • Ғәрәбстан ярымутрауында ғәрәптәрҙең ырыу башлығы.
  • Әмир дәрәжәһендәге һәр бер кеше шәйех тип атала.

Урта Азияла изге урындар янында урынлашҡан һәм ғибәҙәт ҡылыусыларҙы хеҙмәтләндереү менән генә шөғөлләнгән кешеләр ҡышлаҡтары шәйех ҡышлаҡтары тип атала.

Ҡайһы берҙә ислам ойошмалары лидерҙарын шәйехтәр тип иғлан итәләр.

Шәйех-ул-ислам[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шәйех-ул-ислам (тур. Şeyhülislam) — ҡайһы бер ислам дәүләттәрендә ислам мәсьәләләре буйынса юғары вазифалы кеше титулы. Ҡайһы бер ислам йәмғиәттәрендә шәйех-ул-ислам титулы юғары судья (юғары ҡаҙый) вазифаһын аңлата.

Суфыйлыҡтағы рангылар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Суфыйлыҡ түбәндәге рангтар бар:

  • Абдал («алмаш») — суфый иерархияһы (авлия) дәрәжәһе.
  • Абрар («ант башҡарыусы») — изгеләрҙең суфыйҙар иерархияһындағы дәрәжә.
  • Автад («ҡола») — суфыйҙар иерархияһындағы дәрәжә.
  • Ғариф (ғәр.عارف‎) — мистик белемгә эйә, мистик.
  • Әхйәр («иң яҡшылары») — суфыйҙар иерархияһындағы дәрәжә.
  • Әшиҡ («ғашиҡ») — Алланы яратҡан суфый.
  • Баба (төрк.) — берәҙәк дини вәғәзсе; ҡарт остаз, төрөк орденының йәшәүсе башлығы.
  • Вәли (ғәр.ولي) — «дуҫ» (әүлиәнең күпселек өлөшө) — Аллаға яҡын, изге, ул тәбиғи булмаған һәләттәргә (ҡараматтарға) эйә була ала; «Алланың дуҫы».
  • Дәрүиш (фарс.درویش‎ — ярлы, фәҡир) — мистик ҡәрҙәшлектә ағза булыуҙы аңлатҡан термин (тарикат).
  • Кутб (ғәр.قطب‎) — «ос», «полюс», «таяныс нөктәһе») — суфыйҙар дини иерархияһы дәрәжәһе.
  • Суфыйҙар тәриҡәте башлығы, «оҫта».
  • Мәүла, мола, мевла (төрк.) — әфәнде, ҡурсалаусы; мавлана — «беҙҙең әфәндебеҙ», Йәләлетдин Руми титулы.
  • Мөрид ғәр. مريد‎‎ — суфый уҡыусыһы, тыңлаусы.
  • Мөршид (ғәр. مرشد‎ — етәксе) — суфыйсылыҡта тәриҡәт етәксеһе, остаз, уҡытыусы. *Нүжәбә («юғарыға күтәрелеүсе») — изгеләрҙең суфыйҙар иерархияһындағы дәрәжә.
  • Нуҡәбә («өҫтөнлөктәр») — суфый иерархияһы (авлийа) дәрәжәһе.
  • Пир (фарс. پیر‎ Ул — ҡарт, Иранда һәм Һиндостанда суфыйҙар етәксеһенең исеме.
  • Остаз (ғәр. أستاذ‎ғәр. — уҡытыусы) — суфыйсылыҡта тәриҡәт етәксеһе.
  • Факир (ғәр. فقیر‎ — ярлы), фукарҙың күпселек өлөшө — ярлы, Хоҙайҙың мәрхәмәтенә мохтаж. Дәрүиш менән суфыйҙың синонимы.
  • Хәлифә (ғәр. خليفة‎) — «ваҡыт алмашы», «урынбаҫары») — Суфыйҙар ҡәрҙәшлегенең шәйех урынбаҫары.
  • Шәһит (ғәр. شهيد‎) — һөйгән йәре; Алланы таныусы.
  • Шәйех (ғәр. شيخ‎), күпл. — шүйүх) — суфыйҙар общинаһы етәксеһе; рухи остаз; орденға бағышларға хоҡуҡлы кеше.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Гогиберидзе, 2009
  2. Гогиберидзе, 2009, с. 152
  3. Кто такой ученый (алим)? Дата обращения: 11 ғинуар 2012. Архивировано 4 март 2016 года.
  4. Андрей Фатющенко. Уйти нельзя. Обидите // журнал «Вокруг света». — 2003. — № 5 (2752). Архивировано 16 июль 2012 года.
  5. Татарский энциклопедический словарь. — Казань: Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 1998—703 с., илл.
  6. Али-заде, А. А. Мухтасиб // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  7.  Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 157-се бит
  8. Али-заде, А. А. Али ибн Абу Талиб // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  9. [ Альморавиды] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  10. Грюнебаум Г. Э. фон. Классический ислам. Очерк истории (600—1258).
  11. Халифат — Исламское государство. Дата обращения: 11 ғинуар 2012. Архивировано 13 ғинуар 2012 года.
  12. Хариджиты 2010 йылдың 7 август көнөндә архивланған. // Энциклопедия Кругосвет

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Алексеев И. Л. , Ислам руханиҙары // Дин ғилеме / Энциклопедик һүҙлек. — М.: Академический проект, 2006.
  • Гогиберидзе Г. М. Исламский толковый словарь. — Ростов н/Д: Феникс, 2009. — 266 с. — (Словари). — 3000 экз. — ISBN 978-5-222-15934-7.
  • Густерин П. В. Рәсәй империяһы ҡануниәте буйынса мосолман руханиҙары. — Саарбрюккен: LAP LAMBERT Academic Publishing, 2014. — 80 с. — ISBN 978-3-659-57965-3.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

[[Category::«Тышҡы һылтанмалар» ҡалыбы буш]]