Тәриҡәт

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Тәриҡәт
ғәр. طريقة
Файл:Syariah-thariqah-hakikah2.jpg
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Тәриҡәт (ғәр. طريقة‎‎ — юл, йүнәлеш йәки сөлөк; рус. Тарикат) — Хәҡиҡәтте рухи яҡтан күтәрелеү һәм мистик танып белеү алымы (хаҡҡ). Ҡөрьәндә "тәриҡә " һүҙе «юл» мәғәнәһендә килтерелә[1]. Тәриҡәткә мосолман донъяһының ижтимағи тормошона көслө йоғонто яһаған бик күп суфый мәҙһәбтәре эйәрә. Тәүҙә дини күтәрелеш һәм түбән хисле дәрттәре (ҡара: Нәфс) менән көрәш юлы аша мосолман аскетизмы (Зуһуд) яҡлылар XI быуатта дин остаздары тирәләй тәриҡәттәргә берләшкән. Рибаттар, хәнәкәләр һәм зәүиәләр тәриҡәт үҙәктәренә әүерелә[2].

Тәриҡәттәр дәрүишлек һәм зуһуд (аскетлыҡ) менән шөғөлләнә, шулай уҡ рухи таҙарыныу һәм Аллаһҡа тоғро хеҙмәт итеү юлын вәғәзләйҙәр. Суфый ордендары Кесе Азия, Мысыр, Үҙәк Азия, Африка һәм ислам донъяһының башҡа төбәктәрендәге төрлө халыҡтары араһында ислам таратыу эшендә ҙур роль уйнай[2].

Төп үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XV—XVII быуаттарҙа «остаз—уҡыусы» мөнәсәбәттәре бюрократлаша барып, «әүлиә -мөрит» бәйләнеше менән алмашына. Хәҙер мөрит дини остазға түгел, ә тәриҡәттең эске тормошондағы етәкселеккә буйһона. Тәриҡәттәр араһында төп айырма булып зекер тора[3] .

Тәриҡәттәрҙең төп үҙенсәлектәре:

  1. тәриҡәт башлығына "илаһи бәрәкәт " вариҫы булараҡ тулыһынса буйһоноу һәм виләйә;
  2. иерархик буйһоноу принцибына нигеҙләнгән үҫешкән ойоштороу системаһы;
  3. эйәреүселәрҙең ике төрө: тулы хоҡуҡлы һәм ассоциацияланған ағзалары;
  4. инициацияның һәм бағышлауҙың эзотерик принцибы;
  5. эске уставтың физик, аскетик һәм психологик күнегеүҙәре һәм алымдары булыуы;
  6. коллектив зекерҙең һәм уның ритуалының айырым әһәмиәте;
  7. тәриҡәттә әүлиә ҡәберҙәре менән бәйле культтың булыуы [4].

Тәриҡәт категориялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә тәриҡәттәр өс категорияға бүленә:

  1. ғәйййәр эйәреүселәре күп һанлы өҫтәмә — нәфилә намаҙ уҡып, рухи күтәрелешкә өлгәшергә ынтыла;
  2. әбрар — йәмғиәтте рухи таҙарындырыу өсөн көрәшергә тырыша;
  3. шүттәр — үҙҙәренең рухи практикаһында Аллаһыға ҡарата «иҫерткес яратыу»ҙың дини транстар алымдарына өҫтөнлөк бирә[2].

Ниндәй ғаҡидәгә һәм хоҡуҡи мәктәпкә (мәҙһәб) эйәреүҙәренә ҡарап, тәриҡәт эйәрсендәре сөнни йәки шиғый инаныслы булыуҙары мөмкин[2].

Тәриҡәттәр исемлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәриҡәттәр
исеме Төп атамаһы Нигеҙләүсе (эпоним) Таралыуы Иҫкәрмә
Айссауа ғәр. العيساوية аль-Хади ибн Айс (1465—1526) Марокко, Алжир, Тунис
Бадавия ғәр. البدوية Әхмәт әл-Бәҙәүи (вафаты 1276 й.) Мысыр
Байрамия төр. Bayramilik Хаджи Байрам Вали (вафаты 1429 й.) Төркиә, Босния, Македония, Греция
Бекташи ғәр. بكداشية Хаджи Бекташ (вафаты 1270/1271 й.) Төркиә, Албания, Македония һәм Босния
Даркавия ғәр. درقاوية‎ Мухаммад аль-Араби ад-Даркави (вафаты 1823 й.) Марокко
Дисукия ғәр. دسوقية‎ Ибраһим әд-Дисүҡи (вафаты 1294 й.) Египет, Судан
Ҡәләндарлыҡ ғәр. قلندرية Джамалю-д-дин ас-Сави (вафаты 1232 й.) Сүриә, Мысыр, Һиндостан, Төркиә
Ҡәдириә ғәр. القادريه Абдул-Кадир Гилани (1077—1166) Төркиә, Индонезия, Көньяҡ Азия, Балҡан ярымутрауы, Ҡытай, Көнбайыш һәм Көнсығыш Африка, Төньяҡ Кавказ
Күбрәүиә ғәр. کبرویه Нәжметдин Күбрә (1145—1221) Урта Азия
Мәүләүи ғәр. المولوية Йәләлетдин Руми (1207—1273) Төркиә
Нәҡшбәндиә фарс. نقشبندی Баһауетдин Нәҡшбәнд (1318—1389) Урта Азия, Яҡын Көнсығыш, Һиндостан, Пакистан, Төньяҡ Кавказ
Ниғмәтулласылар ғәр. نعمت‌اللهی Шах Ниматулла (1330—1431) Иран, Европа, Западная Африка, Северная Америка
Рифаия ғәр. الرفاعي Ахмад ар-Рифаи (1118—1181) Ғәрәп Яҡын Көнсығышы, Төркиә, Балҡан ярымутрауҙары, Көньяҡ Азия
Санусия ғәр. سنوسية Мухаммад ибн Али ас-Сануси (1787–1859) Ливия, Судан
Сефевие фарс. صفویه‎ Сефи ад-Дин (вафаты 1334 й.) Иран шиғый тәриҡәте
Сухравардия ғәр. سهروردية Абу Хафс ас-Сухраварди (1144—1234) Һиндостан
Тиджания ғәр. التجانية Ахмад ат-Тиджани (1737—1815) Алжир, Судан
Халватия төр. Halvetilik Захир ад-дин Умар аль-Халвати (вафаты 1397 й.) Төркиә, Мысыр, Сүриә
Хәлидиә ғәр. خالدیه Халид аль-Багдади (вафаты 1827 й.) Индонезия, Малайзия, Мозамбик, Кавказ нәҡшбәндиә тәриҡәте тармағы
Хваджаган фарс. خواجگان‎ Абдул-Халик Гидждувани ( 1179 һәм 1220 йй. араһында вафат) Мысыр, Балҡан ярымутрауы, Ҡытай, Индонезия, Һиндостан, Ғәрәбстан нәҡшбәндиә тәриҡәтенең башланғысы
Чиштия фарс. چشتی Муинуддин Чишти (1141—1230) Һиндостан, Пакистан, Бангладеш
Шәҙилилек ғәр. الشاذلية Абу-ль-Хасан аш-Шазили (вафаты 1196 й.) Мысыр, Төньяҡ Кавказ
Йәсәүилек фарс. یسوی Әхмәт Йәсәүи (1103—1166) Үҙәк Азия

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Акимушкин О. Ф. Тарика // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 224-225.
  • Али-заде, А. А. Тарикат // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Ṭarīḳa / Geoffroy E., Lory P., O'Fahey R. S., Zarcone Th., Clayer Nathalie, Popovic A., Nizami K. A., Kaptein N. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)