Йәсәүилек

Йәсәүилек — Әхмәт Йәсәүи нигеҙләгән суфый тәриҡәте. Үҙәк Азия төрки халыҡтарында таралған.

Доктринаһы

Әхмәт Йәсәүи хажиғон (Ходжагон (Хваджаган)) тәриҡәтенең өсөнсө остаҙы, Йософ Хәмидәниҙең вариҫы була. Йәсәүи хажиғон тәриҡәтенең икенсе тармағы — Нәҡшбәндиә тәриҡәтенән айырмалы булараҡ, Зикри жәли (жәһри), йәғни "яңғырауыҡлы зекер"гә бирелгән[1].

Йәсәүи юлы

Йәсәүи юлы 4 төп этаптан тора:

  1. Шәриғәт
  2. Тәриҡәт
  3. Хәҡиҡәт
  4. Мәғрифәт, йәғни Тормош асылын тулыһынса һәм абсолют белеү, илаһи донъя серҙәрен төшөнөү, фәнәгә өлгәшеү.

Йәсәүиә тәриҡәтенең билдәле хәлифәләре араһында Сөләймән Али Баҡырғани булған.

Әхмәт Йәсәүигә тиклемге силсилә (сылбыр)

  1. Мөхәммәт Пәйғәмбәр
  2. Әбү Бәкер Әс-Сиддиҡ
  3. Сәлмән Әл-Фарси
  4. Ҡасим бин Мөхәммәт
  5. Жәғәфәр әс-Садиҡ
  6. Әбү Йәзид Әл-Бәстәми
  7. Әбелхәсән Әл-Харҡани
  8. Әбү Али Фәрмәди
  9. Йософ Хәмәдәни
  10. Ғабдулла Үәрки (Хорезмдан)
  11. Мөхәммәт Хәсән бин Хөсәйен әл-Әндәҡи (1157 вафат)
  12. Әхмәт Йәсәүи

Иҫкәрмәләр

  1. Абдулло С. Познавая себя и Бога // Мысль : Журнал. — Алма-Ата, 2008. — № 3. — С. 90—91.

Әҙәбиәт

Тема буйынса өҫтәмә