Маҡам (суфыйлыҡ)
Маҡам (ғәр. مقام; рус. Макам) — суфыйлыҡта үҙ-үҙеңде камиллаштырыу юлында рухи торош, билдәле бер тотороҡлолоҡ ; тәриҡәттең «торамаһы». Маҡам суфый позицияларын нығытырға һәм ҡаһарманлыҡҡа өндәргә тейеш. Христиан Лествицаһы аналогы.
Маҡамдың антонимы — хәл (ﺣﺎﻝ), юл буйлап хәрәкәт итеү торошо. Маҡам термины хажға ҡарата ла ҡулланыла, унда ул «ял итеү өсөн туҡталыш» тигәнде аңлата (мәҫәлән, Ибраһим маҡамы)