Дәсүҡилек
Дәсүҡилек | |
---|---|
ғәр. دسوقية | |
Башҡа исемдәре: | борһаниҙар |
Дин: | ислам |
Ағым: | сөннилек |
Нигеҙләнгән: | XIII быуат |
Нигеҙләүсе: | Ибраһим әд-Дәсүҡи |
Илдәр: | Мысыр, Судан һ.б.. |
Төбәктәр | Төньяҡ Африка |
Дәсүҡилек (ғәр. دسوقية; рус. Дисукия) — суфый тәриҡәте, башлыса Мысырҙағы Дәсүҡ ҡалаһында эшмәкәрлек алып бара.
Нигеҙ һалыусыһы Ибраһим әд-Дәсүҡи, уның Нил дельтаһындағы ял итеү урыны Мысыр суфыйҙары өсөн төп ғибәҙәт ҡылыу урыны. Тәриҡәт тарафдарҙарын дәсүҡиҙәр йәки борһаниҙар тип йөрөтәләр.
Нигеҙ һалыусы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тәриҡәткә нигеҙ һалыусы Борһанетдин Ибраһим ибн Әбүл-Мәжәд әд-Дәсүҡи (вафаты 1277). Дәсүҡ ауылында (Көньяҡ Мысыр) тыуған. Унда ул оҙаҡ йәшәй, башланғыс белем ала, Ҡөрьәнде ятлап ала, шәфиғи фиҡһын өйрәнә. Тәжрибәле уҡытыусылар етәкселегендә суфыйлыҡты өйрәнеү менән шөғөлләнә. Егерме йыл бикләнеп йәшәй, шунан һуң үҙенең юлын әүҙем вәғәзләй башлай[1].
Тәғлимәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тәриҡәт тәғлимәтенең рифәғи, сүхравәрди һәм шәзили тәриҡәттәре менән оҡшаш ерҙәре күп. Ҡайһы берәүҙәр бәдәүиҙәр тәриҡәтенең бер өлөшө тип иҫәпләй[1].
Тәриҡәт эйәрсендәре яңғырауыҡлы зекер (жаһри) ҡуллана. Йәшел кейем кейәләр[1].
Таралыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дәсүҡиҙәр тәриҡәте Мысырҙа, Суданда һәм Төньяҡ Африкала тарала. Мысырҙа таралыуы буйынса шәзили һәм бәҙәүиҙәрҙән ҡала өсөнсө урында тора. Тәриҡәттең бер нисә тармағы бар[1].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Али-заде, А. А. Дасукиты // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).