Мәҙһәб

Мәҙһәб(ғәр. مذهب‎) - (мәҙһәп) - (ғәрәпсәнән тәржемә: юл, йүнәлеш) — мосолмандарҙа хоҡуҡ системаһы йәки ағым. Хәҙер мосолмандарҙа дөйөм танылған дүрт мәҙһәб бар. Улар — хәнәфи, малики, шафиғи, хәнбәли мәҙһәбтәре. Был мәҙһәбтәрҙе башлап ебәргән Әбү Хәнифә, Мәлик бине Әнәс, Шафиғи һәм Ибн Хәнбәл мөжәһиттәр, йәғни, мосолман фикһын аңлатыуҙа иң абруйлы, дәрәжәле кешеләр булараҡ танылғандар. Мәҙһәбтәр бер-береһенән фикһты аңлатыу һәм йолаларҙы ни рәүешле үтәү мәсьәләләрендә генә айырылалар. Ул мәҙһәбтәр барыһы ла тигеҙ хоҡуҡлы һанала. Һәр мосолман үҙе теләгән мәҙһәбтә була ала.

Файл:Madhhab Map3.png
Ислам мәҙһәбтәренең таралышы

Хәнәфиҙәр

Хәнәфиҙәр мәктәбе буйынса хоҡуҡтың (фикһтың) сығанаҡтары:

  1. Ҡөрьән
  2. Сөннәт
  3. Сәхәбәләр һәм тәбиғиндәр һүҙҙәре
  4. Ҡыяс (дөйөм хоҡуҡта прецедент менән оҡшаш)
  5. Истихсан
  6. Ижмә
  7. адат (ғәҙәт) һәм урф (ғөрөф) - йола

Мәликиҙәр

Мәлик Ибн Әнәс мәктәбе буйынса хоҡуҡтың (фикхтың) сығанаҡтары:

  1. Ҡөрьән
  2. Сөннәт
  3. Мәҙинә ҡалаһында йәшәгән кешеләрҙен йолалары
  4. Сәхәбәләр һәм тәбиғиндәр һүҙҙәре
  5. Ҡыяс (дөйөм хоҡуҡта прецедент менән оҡшаш)
  6. Истислах

Шафиғиҙар

Хәнбәлиҙәр

Әҙәбиәт

  • З. Шафиғи. Рауил Үтәбай-Кәрими. Ислам. Белешмә һүҙлек. Ҡазан, 1993. ISBN 5-298-00949-2

Категориялар