Сәхәбәләр
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Сәхәбә, йәки әсхәбә (ғәрәп الصحابة — күплек, صحابي — яңғыҙлыҡ) — Пәйғәмбәрҙең көрәштәштәре, арҡалаштары[1], улар Рәсүлде күреп белгән, уның динен ҡабул иткән[2] (ғүмеренең ахырына тиклем уны тотҡан[3]).
Башта Мөхәммәт Пәйғәмбәр менән бергә яуҙарҙа ҡатнашҡан һәм мосолман ғәскәренең иң ышаныслы өлөшөн тәшкил иткән арҡалаштарын ғына әсхәб тип атағандар[1]. Пәйғәмбәрҙең ғаилә ағзалары һәм уның менән аралашҡан балалар ҙа сәхәбә иҫәбенә инә. Уның менән рисаләт иткәнгә тиклем таныш булып, аҙаҡ осрашмаған, аралашмаған кешеләр сәхәбә иҫәбенә инмәй.[3]
Сәхәбә төркөмдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ғөләмәләр сәхәбәләрҙе 3 төркөмгә бүлә:
- Мөһәжирҙәр — Мәккәнән йәки башҡа урындан Мәҙинәгә һижрәт ҡылған (күсенгән) арҡалаштары. Улар Ислам хаҡына мөлкәтен, туғандарын, тыуған ерҙәрен ҡалдырып киткәндәр.
- Ансарҙар — Мәҙинәлә йәки унан йыраҡ түгел йәшәгән мосолмандар.
- Башҡа арҡалаштары — улар Мәккәне алғандан һуң ошо ҡалала йәки башҡа урында Ислам ҡабул иткән кешеләр. Уларҙы мөһәжир тип тә, ансар тип тә атамайҙар, бары тик сәхәбә тип исемләйҙәр.
Мосолмандар сәхәбәләрҙе, бер кемен дә айырмай, ихтирам итергә тейеш.[4]
Исламда сәхәбәләрҙең әһәмиәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әсхәбтәр Исламдың нығыныуына айырата ҙур өлөш индергән кешеләр, сөнки Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең вафатынан уның эштәре, ҡылыҡтары һәм ниәттәре тураһында һөйләп ҡалдыралар (хәдистәр). Улар әле лә Исламдағы төп сығанаҡтар булып ҡала һәм шәриғәтте аңлатыуҙа ҡулланыла.[1]. Сөнниҙәрҙең фекере буйынса, диндә иң лайыҡлы кешеләр — Пәйғәмбәрҙәр, уларҙан ҡала — сәхәбәләр. Һуңғылары араһында иң лайыҡлылары 4 хәлиф — хаҡ имам: Әбү Бәкер, Ғүмәр ибн әл-Хәттаб, Усман һәм Али ибн Әбү Талип; улар артынан Мөхәммәт Пәйғәмбәр ожмахҡа инәсәктәрен әйтеп ҡалдырған 6 сәхәбә һәм Пәйғәмбәребеҙҙең ейәндәре Хәсән менән Хөсәйен[4]
Ҡатындар араһынан тәүге булып Ислам ҡабул итеүсе -Пәйғәмбәрҙең беренсе хәләл ефете Хәҙисә[3]; ирекле ирҙәр араһынан беренсе булып Әбү Бәкер иман килтерә, балалар араһынан — Али ибн Әбү Талиб, ҡолдарҙан — Зәйд ибн Харис.[2][5] Рисаләт ингәндең тәүге 3 йылында Пәйғәмбәр дәғүәтте йәшерен алып бара, Мәккәлә бары 40 кешене иманға килтерә. Бәдр һуғышында инде 313 сәхәбә ҡатнаша. Мосолман ғалимы әл-Куртуби (вафаты 1071) китабында 2770 сәхәбә телгә алына. Мәккәне алғас,10 000-гә етә .[4]
Сәхәбәләр араһында мөһәжирҙәр (һижрәт яһаусылар) менән ансарҙар айырым урын тота — Ғәрәп хәлифәтендә улар хәлиф һайлауға йоғонто яһай, юғары вазифаларҙы биләй[1].
Хәҙистәр ҡалдырған сәхәбәләр (мүҡсирун)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең вафатынан һуң сәхәбәләр бик күп хәҙистәр ҡалдыра. Уларҙы бик ихтирам итәләр, IX быуатта яҙылған хәҙисселәрҙең биографик һүҙлегендә әсхәбтәр иң абруйлы урында тора. Артабан бары тик сәхәбәләр тураһында биографик һүҙлектәр төҙөлә. Шулар араһынан иң әһәмиәтлеһе Аскалани тарафынан XV быуатта төҙөлгән, унда Мөхәммәт Пәйғәмбәр менән шәхсән таныш булған 12 мең кеше исеме атала[1].
Иң күп хәдистәр ҡалдырған сәхәбәләр:
- Әбү Хөрәйрә — 5374 хәдис
- Ғабдуллаһ ибн Ғүмәр — 2630 хәдис
- Әнәс ибн Мәлик — 2286 хәдис
- Ғәйшә (Аиша) — 2210 хәдис
- Ғабдуллаһ ибн Ғәббәс — 1660 хәдис.[2]
Шиғыйҙар сәхәбәләрҙе хакимлыҡты үҙ ҡулдарына алған Өммәүиҙәргә булышсылар тип һанай. Шиғыйҙар был хәҙистәрҙе танымай һәм үҙҙәренең имамдары һөйләгәнде генә ысынға ала[1].
Башҡортостанда[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
VII быуатта пәйғәмбәр Мөхәммәттең үҙ сәхәбәләрен тарихи Башҡортостанға ебәреүе тураһында мәғлүмәттәр бар. Тарихсылар Хисаметдин бин Шәрәфетдин һәм Тажетдин Ялсығол әл-Башҡорди Башҡортостанға ебәрелгән өс сәхәбәне атайҙар. Немец ғалимы Михаэль Кемпер был сәхәбәләрҙе асыҡлап маташҡан. Уныңса, Абдрахман бин Зөбәйер – Ибн Сәйеттең (845 йылда үлгән) тәүге мосолмандар биографияһы йыйынтығында телгә алына һәм Абдул-Ашиас ҡушаматлы була (ялбыр сәсле кеше) һәм һижри 46-47 йылда үлә. Һантал бин Рабиғ (Талха ибн Усман) – Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең кәтибе (писары) ҡушаматлы була. Зөбәйер бин Джағд – ул Зөбәйер бин Әүүәм – бәйғәмбәрҙең хәрби көрәштәше[6].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 сахаба — статья из Исламской энциклопедии Islamist.ru.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Сахаба — Ислам — я.ру(недоступная ссылка)
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Сподвижники (Ансары, Сахаба) — исламские сайты. скачать исламские книги, картинки, заставки, аудио, видео 2013 йылдың 8 март көнөндә архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Сахабы — сподвижники пророка Мухаммада(c.a.в) — 24 Декабря 2008 — Исламский сайт «TAWHID»
- ↑ Праведные халифы 2014 йылдың 6 апрель көнөндә архивланған. // Islam.Ru
- ↑ Кемпер М. Суфии и ученые в Татарстане и Башкортостане [1789-1889]. Исламский дискурс под русским господством. – Казань, 2008. – С. 30–31.