Ғабдуллаһ ибн Ғәббәс

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ғабдуллаһ ибн Ғәббәс
араб. عبد الله بن عباس
Портрет
Бәсрә әмире
650-се
Алдан эшләүсе: ?
Дауам итеүсе: ?

Шәхси мәғлүмәт
Тыуған ваҡыттағы исеме: Абдуллах ибн Аббас ибн Абд аль-Мутталиб аль-Хашими
Ҡушаматы: Хабр аль-умма
Һөнәре, эшмәкәрлек төрө: Мөфәссир, тарихсы, Фаҡиһ
Тыуған көнө: около 619[1]
Тыуған ере:
Үлем көнө: около 687[3]
Үлгән ере:
Ил:
Дине: ислам[4]
Атаһы: Ғәббәс ибн Ғәбд әл-Моталлип
Әсәһе: Лүбәбә бинт әл-Харис[d]
Балалары: Али ибн Абдуллах[d]

Дини эшмәкәрлек
Эшмәкәрлек йүнәлеше: ислам дин ғилеме, тәфсир и Фиҡһ
Остаздары: Мөхәммәт (Пәйғәмбәр)
Шәкерттәре:
Хеҙмәттәре:
Ваҡиғалар: Сиффинская битва
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа
Wikidata-logo S.svg Редактирование Викиданных

Ғабдуллаһ ибн Ғәббәс (ғәр. عبد الله بن عباس‎)- Мәккә, хәҙерге Сәғүд Ғәрәбстаны — 686, Таиф)- Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм атаҡлы сәхәбәһе һәм ике туғаны, ислам экзегетикаһына нигеҙ һалыусы. Ғәббәс ибн Ғәбдел Мотталибтың улы була. Ул иң яхшы Ҡөрьән мөфәссирҙәренән була[5].

Хеҙмәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм вафат булғас, олораҡ сәхәбәләрҙән хәҙистәр өйрәнә башлай. Унан Бохари һәм Мөслим йыйынтыҡтарына 1660 хәҙис яҙып алына.

Ибн Ғаббас Мәккә Ҡөрьән тәфсирләү мәктәбенә нигеҙ һала. Унан белем алырға халыҡ урамға һыймай килә торған булған. Ғабдуллаһ ибн Ғаббастың атаҡлы уҡыусылары: Сәғит ибне Жүбәйер, Мүжәһид ибне Жәбр әл-Мәкки, Иҡрима, Тавус ибн Кәйсан әл-Йәмәни һәм Ғата ибн Әбу Рабах.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ибн Ғаббас һиҗрәттән 3 йыл элек тыуа. Ул бәләкәй сағынан Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм янында була: көсөнән килгәнсә ярҙамлаша, артына баҫып намаҙ уҡый. Миләди 630 йылға тиклем ғаиләһе менән Мәккәлә йәшәй. Мәккәне яулар алдынан улар Мәҙинәгә күсенә[6].

Мәккәне алыуҙа ҡатнаша. Беренсе хәлифәләр ваҡытында уларҙың ярҙамсыһы була була, Төньяк Африка һәм Табаристанға һөжүмдәрҙә була.

Хәҙрәте Усман үлеменән һуң, Али уны Бәсрә әмире итеп тәғәйенләй. Шунда ул харижиҙар фетнәһендә катнашҡан 20 000 кешегә хәҙрәте Алиҙы аҡлап, ғәйепләүҙәр нигеҙһеҙ икәнен аңлатыуға өлгәшә. Мәгәр һуңынан хакимиәттән китә. Ғүмеренең ахырына тиклем фәнни эш менән шөғөлләнә.

687 йылда (һ. 68) Ғабдулла ибн Ғаббас Таифта 70 йәшендә вафат була. Йыназа намаҙын Мөхәммәт Ибн әл-Хәнәфиә уҡый.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. ʿAbd Allāh ibn ʿAbbās Ibn ʿAbbās // AlKindi (онлайн-каталог Доминиканского института востоковедения)
  2. 2,0 2,1 Али-заде А. Абдуллах ибн Аббас (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарьМ.: Ансар, 2007. — С. 12. — ISBN 978-5-98443-025-8
  3. Deutsche Nationalbibliothek, Staatsbibliothek zu Berlin, Bayerische Staatsbibliothek, Österreichische Nationalbibliothek Record #118925857 // Gemeinsame Normdatei (нем.) — 2012—2016.
  4. ويكيبيديا العربية (ғәр.) — 2003.
  5. Ислам: ЭС, 1991, с. 7
  6. Али-заде, А. А., 2007

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]