Зәйет бин Хариҫа
Хәләл ефете | Умм Айман[d][1], Зәйнәб бинт Йәһеш[2], Умм Кульсум бинт Укба[d][2], Дурра бинт Абу Ляхаб[d][2] и Q106837418?[2] |
---|---|
Һөнәр төрө | полководец |
Балалары | Усама ибн Зейд[d][3][1] |
Заты | ир-ат |
Һуғыш/алыш | |
Вафат булған урыны | |
Тыуған көнө | 581 |
Бер туғандары | Q12204945? |
Атаһы | Хариса ибн Шурахиль[d] |
Вафат булған көнө | 629[3] |
Тыуған урыны | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Зәйет бин Хариҫа (Харис) әл-Кәлби (ғәр. زيد بن حارثة الكلبي; әйтелеше — Зәйд бин Хариҫат әл-Кәлбийү; рус. Зе́йд ибн Ха́риса аль-Кальби́) — ислам ғәскәр башлығы, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең көрәштәше, уның тәрбиәгә алған улы һәм ирек алған ҡоло. Ҡөрьән Кәримдең Әл-Әхзәб сүрәһендә «Зәйд» тип телгә алына.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Уның тулы исеме: Зәйет бин Хариҫа бин Шураһил бин Ғәбд әл-Ғүззә. Бала сағында әсирлеккә эләккәс, Зәйет бин Харисты Хәким ибн Хазам һатып ала һәм Хәҙисә бинт Хүвәйлидкә бүләк итә. Хәҙисә бинт Хүвәйлид Мөхәммәт Пәйғәмбәргә кейәүгә сыҡҡас, Зәйетте иренә бирә. Зәйет ислам ҡабул иткән икенсе кеше була, унан һуң уның ҡатыны Өммө Әймүн дә дингә килә. Зәйет бин Харис Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең иң яратҡан көрәштәштәренең береһе була[4].
Уллыҡҡа алыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Пәйғәмбәр миссияһы башланғанға тиклем Мөхәммәт Пәйғәмбәр Зәйетте улы һәм вариҫы тип иғлан итә. Уллыҡҡа алынғас, Зәйет бин Мөхәммәт булып йөрөгән, мәгәр Ҡөрьәнгә аҫрауға алынған балаларға аҫрауға алыусының исемен биреүҙе тыйған аят иңә[5].
Уллыҡҡа алынған балаларға атаһының исеме менән өндәшегеҙ. Аллаһ ҡаршыһында иң дөрөҫө шул булыр. Аталарының исеме мәғлүм булмаһа, уларға дин ҡәрҙәштәрегеҙ һәм күреп-белгән таныштарығыҙға булған мөнәсәбәттә булығыҙ. Яңылышып өндәшһәгеҙ, был эш тә гөнаһ булмаҫ. Белгән килеш, насар ниәт менән өндәшһәгеҙ генә гөнаһ булыр. Аллаһ — ярлыҡаусы һәм миһырбан эйәһе. |
Таифҡа күсенеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мөхәммәт пәйғәмбәр Таифҡа Али ибн Әбү Талип менән бергә китә, үҙҙәре менән Зәйет бин Харисты ла алалар. Таиф халҡы уларҙы ҡабул итмәй, ҡыҫырыҡлап, таш бәрә башлайҙар. Зайет Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе үҙенең кәүҙәһе менән ҡаплай һәм башы яралана.
Зәйнәб бинт Йәһешкә өйләнеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Уллыҡҡа алыу менән Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең Зәйнәб бинт Йәһешкә өйләнеү тарихы бәйле. Зәйнәб шуға тиклем Зәйеттең ҡатыны булған. Ҡайһы бер сығанаҡтарға ярашлы, айырылышыуҙың сәбәбе булып Зәйнәбтең ауыр холоҡло булыуы тора; икенселәренә ярашлы, Зәйет атаһының Зәйнәбкә ғашиҡ булғанын аңлап ҡала, шунлыҡтан үҙе Мөхәммәт пәйғәмбәргә бирергә ҡарар итә. Нисек кенә булмаһын, бындай никах мосолмандар араһында ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙыра, бер өлөшө уны ҡан ҡатыштырыу тип баһалай. Шул нигеҙҙә Ҡөрьәнгә ҡандаш туған һәм аҫрау балаларҙың никахтары буйынса айырма барлығын аныҡлаусы яңы вәхи өҫтәлә. Шулай уҡ хәлде еңеләйтеү өсөн, Зәйет үҙ биологик атаһының исемен ала, Мөхәммәттең улы статусы бөтөрөлә[6]. Һуңғараҡ Зәйнәб үҙе Мөхәммәт с.ғ.с. менән никахының Ҡөрьән вәхиҙәренең береһендә сағылыш табыуы менән ғорурлана[7].
Хәрби эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Зәйет бин Харис яҡшы уҡсы була һәм Баҙер, Ухуд, Хандаҡ, Хоҙайбиәт, Хәйбәр, Мутта һәм башҡа алыштарҙа ҡатнаша. Ул шулай уҡ «Фардат», «Джамум», «Аийс», «Тараф», «Хашими», «Фазафиз» һәм башҡа походтарҙа мосолман ғәскәрҙәренең етәксеһе була.
Үлеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
629 йылда (һижри 8 й.) Мөхәммәт пәйғәмбәр Зәйет бин Харисты өс меңлек ғәскәр башлығы итеп тәғәйенләй, уға византиялылар менән Мут янындағы алышта осрашырға тура килә. Зәйет был алышта мосолмандар байрағын күтәреп һәләк була. Зәйет бин Харистың үлеме Мөхәммәт пәйғәмбәр өсөн ауыр юғалтыу була, сөнки уны бик яратҡан була.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Али-заде А. Усама ибн Зейд (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007. — С. 793. — ISBN 978-5-98443-025-8
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 ويكيبيديا العربية (ғәр.) — 2003.
- ↑ 3,0 3,1 Али-заде А. Зейд ибн Хариса (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007. — С. 277. — ISBN 978-5-98443-025-8
- ↑ Зайд ибн Харис
- ↑ Али-заде, 2007
- ↑ Большаков, 2000, с. 130—131
- ↑ Ирвинг, 2012, с. 120—121
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Али-заде, А. А. [277 Зейд ибн Хариса] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Zayd b. Ḥārit̲h̲a / Lecker M. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
- Большаков О.Г. «История Халифата. Том 1. Ислам в Аравии, 570-633». — М.: «Восточная литература РАН», 2000.
- Вашингтон Ирвинг. «Жизнь пророка Мухаммеда». — М.: «Ломоносовъ», 2012.