Ғабдуллаһ бин Зөбәйер

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ғабдуллаһ бин Зөбәйер
ғәр. عبد الله بن الزبير
Портрет
Хижәз хакимы
 680 — 692
Алдан эшләүсе: Хөсәйен ибн Ғәли
Дауам итеүсе: әл-Хәжәж ибн Йософ

Шәхси мәғлүмәт
Һөнәре, эшмәкәрлек төрө: сәйәсмән, Мөфәссир, Фаҡиһ, Мөхәддис, дин белгесе, оратор
Тыуған көнө: май 624[1]
Тыуған ере:
Үлем көнө: 1 октябрь 692 (68 йәш)
Үлгән ере:
Ил:
Дине: ислам[4]
Атаһы: Зөбәйер ибн әл-Ғәүүәм[2]
Әсәһе: Әсмә бинт Әбү Бәкер
Балалары: Аббад ибн Абдуллах ибн аз-Зубайр[d], Хамза ибн Абдуллах ибн аз-Зубайр[d], Амир ибн Абдуллах ибн аз-Зубайр[d] и Хубайб ибн Абдуллах ибн аз-Зубайр[d]
Бәрелештәр:
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа
Логотип Викицитатника Викиөҙөмтәлә цитаталар
Wikidata-logo S.svg Редактирование Викиданных

Ғабдуллаһ бин Зөбәйер (ғәр. عبد الله بن الزبير‎; рус. Абдуллах ибн аз-Зубайр; яҡынса май 624, Мәҙинә — яҡынса ноябрь 692, Мәккә) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең күренекле көрәштәштәренең береһе, VII быуат Ғәрәбстанының сәйәси эшмәкәре, хәлифә вазифаһына дәғүә итеүсе[5]. Ғабдуллаһ бин әз-Зөбәйр Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең өсөнсө ҡатыны, Ғәйшә бинт Әбү Бәкерҙең туғанының улы була.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғабдуллаһ бин әз-Зөбәйер сығышы менән бәнү Әсәд ырыуынан булған. Ул Һижрәттән һуң бер йыл да 8 ай үткәс тыуған. Ғабдуллаһ бин әз-Зөбәйер Мәҙинәлә мөһәжирҙәр араһында тыуған беренсе сабый була.[6][7].

12 йәшендә Йәрмүк эргәһендәге алышта мосолман ғәскәрҙәре ҡарамағында була. Мысырҙы яулап алыуҙа һәм Төньяҡ Африкала берберҙәр менән һуғыштарҙа ҡатнаша [7].

Ғабдуллаһ бин әз-Зөбәйер Мүәвиә ибн Әбү Суфыян идара иткән осорҙа сәйәсәттә әүҙем ҡатнаша, мәгәр Йәзид I ибн Мүәвиә тәхеткә ултырғандан һуң Хөсәйен ибн Ғәли менән бергә тоғролоҡҡа ант итеүҙән баш тарта. Ул Хөсәйенгә Мәккәне Йәзидкә ҡаршы көрәш үҙәге итергә кәңәш бирә[8]. Хөсәйендең вафатынан һуң асыҡтан-асыҡ хәлифкә ҡаршы сығыш яһай, шунан һуң Мәккә һәм Мәҙинә халҡы, ә һуңынан Хижәз халҡы уға тоғролоҡҡа ант итә. Ғабдуллаһ бин әз-Зөбәйерҙе алып ташлау өсөн Хижәзгә ғәскәр ебәрелә, һуғыш 684 йылға — хәлифә Йәзидтең үлеме тураһында хәбәр килгәнгә тиклем бара. Хәлифә армияһы Сүриә йүнәлешендә сигенә һәм был төбәктә власть Ғабдуллаһ бин әз-Зөбәйергә күсә. Уның хакимлығын Хәлифәттең Йәмән, Басра, Әл-Күфә, Хөрәсән һәм башҡа провинциялар таный. Өмәүиҙәр Сүриәнең һәм Мысырҙың бер өлөшөн генә контролдә тотҡандар [7].

Ғабдул-Мәлик ибн Мәрүән власҡа килеү менән Өмәүиҙәр юғалған позицияларын яйлап кире ҡайтара башлай. 692 йылда Ғабдуллаһ идараһы дауамында Хәлифәттең баш ҡалаһы булған Мәккәне Әл-Хәжәжә етәкселегендәге ғәскәр ҡамауға ала ((Мәккәне ҡамау (692)) һәм ҙур емереүгә дусар итә. Ғабдуллаһ бин әз-Зөбәйер Әл-Харам мәсетендә һуғышып, аҙаҡҡаса көрәшә һәм батырҙарса һәләк була[7].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Bell A. Encyclopædia Britannica (билдәһеҙ)Encyclopædia Britannica, Inc., 1768.
  2. 2,0 2,1 Али-заде А. Абдуллах ибн Зубайр (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарьМ.: Ансар, 2007. — С. 16. — ISBN 978-5-98443-025-8
  3. http://www.britannica.com/EBchecked/topic/724/Abd-Allah-ibn-az-Zubayr
  4. ويكيبيديا العربية (ғәр.) — 2003.
  5. СИЭ, 1961
  6. Najeebabadi, Akbar Shah. The History of Islam V.2. — Riyadh: Darussalam, 2001. — С. 110. — ISBN 9960892883.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 Али-заде, 2007
  8. Balyuzi, H. M.: Muhammad and the course of Islam. George Ronald, Oxford (U.K.), 1976, p.193

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Али-заде, А. А. [16 Абдулла ибн Зубайр] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Ҡалып:СИЭ
  • ʿAbd Allāh b. al-Zubayr / Gibb, H.A.R. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)