Жәғәфәр ибн Әбү Талиб

Жәғәфәр ибн Әбү Талиб әт-Таййар (ғәр. جعفر بن أبي طالب الطيار‎; рус. Джафар ибн Абу Та́либ ат-Тайя́р; башҡ. Йәғәфәр ибн Әбү Талип әт-Таййар) — Әбү Талибтың улы, Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ике туған ҡустыһы.

Биографияһы

Мөхәммәт Пәйғәмбәр миссияһы башланғандан һуң Жәғәфәр менән ҡустыһы Али тәүгеләрҙән булып ислам ҡабул итәләр. Мәккәлә мосолмандарҙы эҙәрлекләй башлағас, Жәғәфәр ҡатыны Әсмә менән бергә Эфиопияға (Хәбәшстанға) һижрәт ҡыла [2].

Бер аҙҙан, байтаҡ мосолмандар килеп ҡушылғас, Эфиопияға улар артынан ике абруйлы ҡорайыш — Ғабдулла ибн Рабиа һәм Әмр ибн Әл-Әс килә[2]. Улар Эфиопия негусы (башлығы) Нәжәшиҙе ҡасаҡтарҙы ҡайтарырға өгөтләп маташа. Нәжәши ризалаша башлай, шул саҡта Жәғәфәр, хәлде ҡотҡарыу өсөн, алға сыға һәм ҡорайыштарға Эфиопияға ҡасҡан мосолмандар тураһында һорауҙар бирә: улар ҡолдармы, әллә Мккәлә берәй енәйәт ҡылғандармы? Илселәр мосолмандар араһында ҡолдар юҡлығын һәм бер ниндәй ҙә енәйәт ҡылмауҙарын раҫлай. Берҙән-бер ғәйептәре — улар ата-бабаларының инанысынан баш тартҡан.

Шул саҡта негус Жәғәфәр ибн Әбү Талибҡа мосолман диненә ҡағылышлы һорауҙар бирә һәм ул уға Исламдың төп ҡиммәттәрен ҡыҫҡаса һөйләй, Ҡөрьән Кәримдән Мәрйәм, Әл-Ғәнкәбүт, әр-Рум һәм Әл-Кәһф сүрәһенән аяттар уҡый. Ислам дине ҡағиҙәләренең монотеизм принциптарына ҡаршы килмәүенә инанып, негус Нәжәши мосолман эмигранттарын ҡорайыштарға бирмәҫкә ҡарар итә. Нәжәши мосолмандарҙы үҙ ҡурсыуына ала, ә ҡайһы бер мосолман сығанаҡтары уның хатта ислам ҡабул итеүе тураһында һөйләй[3].

Вафаты

628 йылда Жәғәфәр дуҫтары менән Мәҙинәгә күсенә. Киләһе йылына Жәғәфәр ибн Әбү Талиб Мут янындағы һуғышта һәләк була[3].

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Али-заде, А. А. Джафар ибн Абу Талиб // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Ḏj̲aʿfar b. Abī Ṭālib / Veccia Vaglieri, L. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)

Һылтанмалар