Әл-Арҡам ибн Әбү әл-Арҡам
ғәр. الأرقم بن أبي الأرقم | |
Гражданлығы | |
---|---|
Хәрби звание | Һалдат |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр, писарь |
Тыуған урыны | |
Заты | ир-ат |
Тыуған көнө | 590 |
Вафат булған урыны | |
Вафат булған көнө | 673[1] |
Һуғыш/алыш |
Әбү Ғабдулла әл-Арҡами ибн Әбү әл-Арҡам әл-Мәхзүми (ғәр. الأرقم بن أبي الأرقم; рус. Аль-Аркам ибн Абу аль-Аркам; вафаты 673 й.) - Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең бик яҡын арҡалашы. Ысын исеме Ғәбд Манаф ибн Әсәд ибн Ғабдулла.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мәккәлә тыуған. Бай һәм абруйлы мәккә мәхзүмиҙәре нәҫеленә ҡарай[2]. Сығанаҡтарға ярашлы, ул 80 йәштән уҙып, 673[2] йәки 675 вафат булған. Тимәк, ул 594 йыл тирәһендә тыуған[3].
Ғүмере буйына Арҡам һәр ваҡыт көсһөҙҙәрҙе һәм мохтаждарҙы яҡлай, эҙмә-эҙлекле ғәҙеллек яҡлы була. Үҙенең тәҡүәлеге һәм аскетлығы менән айырылып тора. Уның исеме «Изгелеклеләр конфедерацияһы»нда ҡатнашыусылар араһында ла телгә алына. Әл-Арҡамға 17-18 йәш тирәһендә тәүгеләрҙән булып ислам динен ҡабул иткән[2].
Әл-Арҡамдың Сафа тауының көнсығышындағы йорто (ғәр. دار الأرقم ) Мәккә мосолмандарының беренсе үҙәге була. Бында тәүге мосолмандар үҙҙәренең йыйылыштарына килгән, сүрәләр уҡыған һәм бергәләп доға ҡылған. Мөхәммәт Пәйғәмбәр бында күсеп килгән һәм күпмелер ваҡыт йәшәгән. Мәккә мәжүсиҙәре мосолмандарҙы ҡаты язаларға һәм мыҫҡыллауға дусар иткән осорҙа, Арҡам йорто мосолмандарҙың үҙ мәсьәләләре менән уртаҡлаша алған берҙән-бер урын була. Был йортта Пәйғәмбәрҙең билдәле сәхәбәләре Ғүмәр, Хәмзә, Ғәммәр, Мусаб, Сухәйб һәм башҡалар ислам динен ҡабул иткән. Ғүмәр ислам динен ҡабул иткәндән һуң мосолмандар тәүге тапҡыр Арҡам йортонан сыға һәм асыҡтан-асыҡ Ҡәғбәтулла янында намаҙ уҡый[2] .
Әл-Арҡам Мәҙинәгә һижрәт ҡылған тәүге мосолмандар иҫәбендә була. Унда ул мосолман дәүләтен төҙөүҙә һәм нығытыуҙа ҡатнаша. Бәҙер һуғышы, Үхүд, Хандаке һәм башҡа һуғыштарҙа ҡатнашҡан. Ул шулай уҡ белемле кеше булған һәм пәйғәмбәр сәркәтибе вазифаһында Мөхәммәт пәйғәмбәргә ебәрелгән вәхиҙәрҙе яҙып барған[2].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 Али-заде А. Аркам ибн Абу аль-Аркам (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007. — С. 87. — ISBN 978-5-98443-025-8
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Али-заде, 2007
- ↑ Watt W. Montgomery, 1986
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Али-заде, А. А. [87 Аркам ибн Абу аль-Аркам] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- al-Arḳam / Watt W. Montgomery // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
Был — ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |