Әбү Сәйет әл-Хүдри

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
ғәр. أبو سعيد الخدري
Гражданлығы
Тыуған урыны
Һөнәр төрө Мөхәддис, Һалдат
Балалары Абдуррахман ибн Абу Саид[d]
Вафат булған урыны
Эшмәкәрлек төрө Фиҡһ и Хәҙис ғилеме
Заты ир-ат
Ерләнгән урыны
Тыуған көнө 612
SEO_index noindex
Вафат булған көнө 693[1]
Һуғыш/алыш

Әбү Сәйет Сәғд ибн Мәлик ибн Синән әл-Худри (ғәр. أبو سعيد سعد بن مالك بن سنان الخدري‎;рус. Абу Саи́д Са́ад ибн Ма́лик ибн Сина́н аль-Худри́; 612—693 йй., Мәҙинә, Өмәүиҙәр хәлифәлеге) — Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) йәш сәхәбәләренең береһе, ансар.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әбү Сәйет Мәҙинәлә, Мөхәммәт Пәйғәмбәр Мәҙинәгә һижрәт ҡылғандан яҡынса 10 йыл элек, мосолман ғаиләһендә тыуған. Уның атаһы Мәлик ибн Синән Мәҙинәнең Ислам динен ҡабул иткән тәүге кешеләренең береһе була. Әсәһенең исеме Әнисә бинт Әбү Харис[2]. Ул хәзрәж ырыуының Бәнү Нәжәр нәҫеленән булған. Әбү Сәйет ислам дине хоҡуғын (Фиҡһ) бик яҡшы белгән. Яҡынса 2000 хәҙис тапшырған[3].

Өхүд, Хүнәйнә һәм Хәйбәр һуғыштарында, Тәбүккә йыһатта, Мәккәне яулауҙа ҡатнашҡан [3] Атаһы Өхүд Һуғышында һәләк булғанда Әбү Сәйеткә 13 йәш булған[2].

Пәйғәмбәрҙең вафатынан һуң, Ғүмәр ибн әл-Хәттаб һәм Усман ибн Әффан хәлифә булған ваҡытта, мосолман хоҡуғы өлкәһендә тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә һәм фәтүәләр сығара. Али ибн Әбү Талип хәлифәлеге ваҡытында хәүәриждәргә ҡаршы һуғыша[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Али-заде, А. А. [35 Абу Саид аль-Худри] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Rad, Hussein Ansari; Gholami, Rahim. Abū Saʿīd al-Khudrī // Encyclopaedia Islamica / Editors-in-Chief: Wilferd Madelung and, Farhad Daftary. — Brill Online.