Хәмзә ибн Ғәбд әл-Моталиб

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
ғәр. حمزة بن عبد المطلب
Хәләл ефете Сәлмә бинт Үмәйс[d] и Хавля бинт Кайс[d]
Һөнәр төрө охотник, яҙыусы
Балалары Умама бинт Хамза[d]
Заты ир-ат
Кем үлтергән Вахши ибн Харб[d][1]
Үлем төрө яуҙа үлгән[d]
Үлем сәбәбе бой[d][2]
Вафат булған урыны
Тыуған урыны
Әсәһе Хала бинт Вухайб[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланған[d]
Тема утверждения Хамзанама[d]
Тыуған көнө 568
Бер туғандары Сафия бинт Абд аль-Мутталиб[d], Ғабдулла ибн Ғәбд әл-Моталлип, Ғәббәс ибн Ғәбд әл-Моталлип, Абу Талиб ибн Абд аль-Мутталиб[d], Харис ибн Абд аль-Мутталиб[d], Әбү Ләһәб, аз-Зубайр ибн Абд аль-Мутталиб[d] и аль-Мукаввим ибн Абд аль-Мутталиб[d]
Атаһы Ғәбд әл-Моталлип[4]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Британ музейы[d]
Вафат булған көнө 22 март 625({{padleft:625|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Һуғыш/алыш
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Хәмзә ибн Ғәбд әл-Моталиб әл-Һәшими әл-Ҡураши (ғәр. حمزة بن عبد المطلب الهاشمي القرشي‎; рус. Хамза ибн Абд аль-Мутталиб; Мәккә — 625, Өхүд, Мәҙинә, Хижәз — Ғәбд әл-Моталлиптың улы, Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең туғаны, уның һөттәш ағаһы һәм иң яҡын көрәштәше. «Аллаһ Арыҫланы» (ғәр. أسد الله‎ — Әсәдуллаһ‎)‎ тигән маҡтаулы исем йөрөткән[5].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ул Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙән икеме-дүртме йәшкә өлкән була[6]. Мәккәлә тыуған, үҙенең батырлығы, ҡурҡыу белмәүе һәм һунарға йөрөргә яратыуы менән билдәле булған. Батыр яугир һәм мәргән уҡсы була, һәр ваҡыт көсһөҙҙәрҙе һәм ҡурсыуһыҙҙарҙы яҡлай. Ҡорайыштар араһында иң көслөһө һәм ҡаҡшамаҫ ихтыярлыһы тип һанала[7]

Ислам ҡабул итеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башта Хәмзә исламға артыҡ иғтибар итмәй. Ул б. э. 616 йылының аҙағына исламға килә. Был Әбү Йәһелдең Мөхәммәт Пәйғәмбәргә һәм уның көрәштәштәренә ҡарата Сафа ҡалҡыулығындағы ташланыуҙары һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан[6]. Низағ ҡупҡан урынға килгән Хәмзә Пәйғәмбәрҙе яҡлай, ә икенсе көндө Уның янына килә һәм ислам динен ҡабул итеүе тураһында иғлан итә. Был хәл Мөхәммәт Пәйғәмбәргә рәсүллек иңгәндең икенсе йылында була. Хәмзәнең мосолман йәмәғәтендә булыуы уны күпкә көсәйтә[6][8]. Һижрәттән һуң Хәмзә мәхәлләне һәм дәүләтселекте нығытыуҙа ҙур роль уйнай..

Уға ҡаһарман һәм тоғро ғәмәлдәре, ғазауаттарҙағы алыштары өсөн «Аллаһ Арыҫланы» тигән ҡушамат та биргәндәр.

Вафаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәҙинәгә күскәндең өсөнсө йылына Өхүд эргәһендә һуғыш башлана. Хәҙрәти Хәмзә һуғышып, утыҙҙан ашыу мөшрикте юҡ итә. Иң хәл иткес мәлдә арҡаһына бер ҡол һөңгө ҡаҙай. Дошмандар уның кәүҙәһе менән вәхшиҙәрсә ҡыланған, танауын һәм ҡолағын киҫеп алған, күкрәк ситлеген асып, йөрәген һурып сығарған.

Шунан һуң Ән-Нәхл сүрәһенең Өхүд һуғышында еңелеүгә сабыр итергә ҡушылған һуңғы аяты төшөрөлә.

Был ваҡытта Хәмзә ибн Ғәбд әл-Моталибҡа 57 йәш самаһы була[9][10][11]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. ويكيبيديا العربية (ғәр.) — 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 Али-заде А. Хамза ибн Абд аль-Мутталиб (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарьМ.: Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8
  3. http://www.islamicthinkers.com/index/index.php?option=com_content&task=view&id=261&Itemid=26
  4. Али-заде А. Абд аль-Мутталиб (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарьМ.: Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8
  5. Загиров, Мухаммадрасул Хамза - дядя Пророка (мир ему и благословение). islamdag.ru (24 сентябрь 2009). Дата обращения: 15 ноябрь 2014.
  6. 6,0 6,1 6,2 Мухаммад ибн Саад. Китаб ат-Табакат аль-Кабир об. 3. Перевод Бьюли А. (2013). Сподвижники Бадра. Лондон: Издательство Та-Ха.
  7. Мухаммад ибн Исхак. «Сират Расул Аллах». Перевод Гийома А. (1955). Жизнь Мухаммада. Оксфорд: Издательство Оксфордского университета.
  8. Мухаммад ибн Исхак. Сират Расул Аллах. Перевод Гийома А. (1955). Жизнь Мухаммада. Оксфорд: Издательство Оксфордского университета.
  9. «Лесной лев», том 2, стр. 67-70, компаньон №: 1251, Баб аль-Х, аль-Лам и аль-Мим
  10. Биография Ибн Хишама, т. 2, стр. 61
  11. Биография Ибн Исхака, стр. 323

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Али-заде, А. А. Хамза ибн Абд аль-Мутталиб // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Meredith-Owens, G.M. Ḥamza b. ʿAbd al-Muṭṭalib // Encyclopaedia of Islam, Second Edition.