Сәғд ибн Әби Үәҡҡас

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Сәғд ибн Әби Үәҡҡас
араб. سعد بن أبي وقاص
Портрет
Шәхси мәғлүмәт
Тыуған ваҡыттағы исеме: Сәғд ибн Мәлик
Һөнәре, эшмәкәрлек төрө: сауҙагәр, полководец
Тыуған көнө: 595
Тыуған ере:
Үлем көнө: 674 или 675[1]
Үлгән ере:
Ил:
Дине: ислам
Атаһы: Әби Үәҡҡас Мәлик
Балалары: Umar ibn Sa'ad[d], Мухаммад ибн Саад ибн Абу Ваккас[d], Amer ibn Sa`d ibn Abi Waqqas[d], Mus'ab ibn Sa`d ibn Abi Waqqas[d] и Аиша ибн Саид ибн Абу Ваккас[d]
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа
Wikidata-logo S.svg Редактирование Викиданных

Сәғд ибн Әби Үәҡҡас (ғәр. سعد بن أبي وقاص‎;рус. Саад ибн Абу Ваккас) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең яҡын сәхәбәһе, иҫән ваҡытында уҡ ожмах вәғәҙә ителгән ун сәхәбәнең береһе, Хәлифәттең ғәскәр башлығы һәм дәүләт эшмәкәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәғд беренселәрҙән булып ислам ҡабул итә, был ваҡытта уға 17 йәш була.

Мосолмандар менән бергә Мәҙинәгә һижрәт ҡыла. Бәҙер, Үхүд, Хәндәк һәм башҡа һуғыштарҙа ҡатнаша.

Әбү Бәкер һәм Ғүмәр ибн әл-Хәттаб хәлифәлеге осоронда Хәлифәтте нығытыуҙа ҡатнаша. Византия һәм Иранға ҡаршы һуғыштарҙа ғәскәр башлығы вазифаһын биләй. Уның етәкселегендә Ҡадисиә һуғышында мосолмандар фарсыларҙы еңә.

Ғүмәр уны үҙенән һуң хәлифәлеккә алты кандидаттың береһе итеп ҡалдыра, ләкин шурала Усман ибн Әффан хәлифә итеп һайлана. Усман идара иткән осорҙа Сәғд Куфә идарасыһы итеп тәғәйенләнә, ә һуңынан Усман уның урынына башҡаны билдәләй.

Хәлифәттәге фетнә ваҡытында сәйәси роль уйнамаған.

Вафаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәғд һижри 55 йылда вафат була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Saʿd b. Abī Waḳḳāṣ / Hawting, G.R. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1995. — Т. 8. (түләүле)
  • Снесарев Г.П., Хорезмские легенды как источник по истории религиозных культов Средней Азии. Москва: Наука, 1983.
  • Джаббаров Иса, Древний Хорезм – страна высокой культуры и уникальной духовности (Этно-исторические очерки). М.: ИЭА РАН, 2014.
  • Маликов А.М. Культ святого Саад ибн Абу Ваккаса в Хорезме и Центральной Азии: история и современность // Хорезм в истории народов Евразии. Материалы международного симпозиума. Каскелен, 2019, с.25-34