Ғүтбә ибн Ғәзүән
ғәр. عُتبة بن غَزْوان المازني | |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
---|---|
Биләгән вазифаһы |
|
636 — 636 | |
Преемник | Мугира ибн Шуба[d] |
Заты | ир-ат |
Тыуған көнө | 584[1] |
Бер туғандары | Бисра бинт Газван[d] |
Вафат булған көнө | 638[1] |
Вафат булған урыны | |
Тыуған урыны |
Ғүтбә ибн Ғәзүән әл-Мәзини (ғәр. عُتبة بن غَزْوان المازني;рус. Утба ибн Газван; 581 тирәһе, Ғәрәбстан — 639) — ғәрәп дәүләт һәм хәрби эшмәкәре, Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең көрәштәше. Тарихта ислам ҡабул иткән етенсе кеше.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Эфиопияға һижрәттә ҡатнашҡан, һуңынан Мәҙинәгә күскәндә Пәйғәмбәр янында булған. Бәҙер, Өхүд һәм Ур һуғыштарында ҡатнаша[2]. Мөхәммәт ғәләйһиссәләм үлгәндән һуң, икенсе хаҡ хәлиф Усман ибн Әффан Ғүтбәне фарсы фронтындағы отрядтарҙың береһенең командующийы итеп тәғәйенләгән. Ихтимал, Басра ҡалаһына ул нигеҙ һалғандыр. Ғүтбә уның беренсе идарасыһы булған.
Ғүмәр ибн әл-Хәттаб хәлифәте осоронда (идара итеү йылдары 634—644) Ғүтбә Убаллаға ҡаршы кампанияла ҡатнашып, 2000 кешегә етәкселек иткән, был яу 635 йылдың июненән сентябренә тиклем дауам иткән[3]. Убалла баҫып алынғандан һуң, Ғүтбә ғәскәрен Тигр йылғаһы аша сығарып, Фурат, Бағдад төбәктәрен биләп алған[4]
Тиҙҙән хәлифә уны Басра наибы (идарасыһы) итеп тәғәйенләй.
Вафаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
639 йылда Хижәзгә килә һәм Ғүмәр ибн әл-Хәттабтан хаж ҡылыр эшенән бушатыуын һорай. Ғүмәр баш тарта, әммә, Басраға ҡайтҡанда, Ғүтбә дөйәнән йығылып төшөп һәләк була.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 ويكيبيديا العربية (ғәр.) — 2003.
- ↑ Bosworth, 2000, p. 944
- ↑ Donner, 1981, p. 213
- ↑ Donner, 1981, pp. 213–214
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Utba b. Ghazwān / Bosworth C. E. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
- Donner Fred M. The Early Islamic Conquests. — Princeton: Princeton University Press, 1981. — 512 p. — (Princeton Studies on the Near East, vol. 1017). — ISBN 0-691-63889-6.
Был — ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |