Үбәй ибн Кәгб

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
ғәр. أبي بن كعب
Гражданлығы
Тыуған урыны
Эшмәкәрлек төрө тәфсир, Фиҡһ и Ҡираәт
Һөнәр төрө писарь, Фаҡиһ
Вафат булған көнө 649 или VII быуат
Заты ир-ат
Вафат булған урыны
Тыуған көнө 1-е тысячелетие
Әүҙемлек урыны Мәҙинә
Һуғыш/алыш

Үбәй ибн Кәгб әл-Хәҙрәжи (ғәр. أبي بن كعب‎; рус. Убайй ибн Каб аль-Хазраджи; вафаты 649) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең сәхәбәһе һәм кәтибе (секретары).Ҡөрьәнде матур итеп уҡый белгәне өсөн Әл-Ҡурра (ҡарыйҙарҙың ҡарыйы) тигән ҡушамат алған[1]

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уның тулы исеме: Үбәй ибн Кәгб ибн Ҡайс әл-Хәҙрәжи. Мәҙинәлә тыуған һәм Хәҙрәж ҡәбиләһенән сыҡҡан. Мосолмандарҙың Мәҙинәгә күсенгәненә тиклем (Һижрәт) ислам динен ҡабул итә, Ғәҡәбә эргәһендәге икенсе антта ҡатнаша. Бәҙер, Өхүд, Ур һуғыштарында һәм мосолмандарҙың мөшриктәргә ҡаршы башҡа яуҙарында ҡатнаша. Өхүд янындағы һуғышта Үбәй ауыр яралана[1].

Ислам ҡабул иткәнгә тиклем үк уҡый-яҙа белә. Ул Мәҙинә мәсетендә мөғәллим итеп тәғәйенләнә. Ҡөрьән тәфсирҙәре белгесе булараҡ, Мәҙинәлә шул маҡсатта мәҙрәсә ойоштора[1].

Үбәй фиҡһ белгесе була һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәр заманында уҡ фәтүәләр сығара. Мөхәммәт Пәйғәмбәр Үбәйҙе дәүләт вазифаларына тәғәйенләй. Ул шулай уҡ ҡәбиләләрҙән зәкәт йыйыусы була[1].

Ул бик күп изгелекле сифаттары менән айырылып тора, аскеттарса йәшәй, тәҡүә һәм диндар кеше була. Пәйғәмбәр үлгәндән һуң ул үҙенең ижтимағи һәм дәүләт эшмәкәрлеген дауам итә. Әбү Бәкер һәм Ғүмәр ибн әл-Хәттаб хәлифәләрҙең яҡын кешеһе һәм кәңәшсеһе була. Уның шулай уҡ бер нисә тиҫтә хәҙис тапшырыуы билдәле[1]

Вафаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үбәй ибн Кәгб 649 йыл тирәһендә вафат була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Али-заде, А. А. Убайй ибн Каб // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).