Ғүҫмән ибн Мәҙғүн
Ғүҫмән ибн Мәҙғүн (ғәр. عثمان بن مظعون;рус. Усман ибн Мазун; вафаты 624) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең көрәштәштәренең береһе. Ислам ҡабул иткән ун өсөнсө кеше, икенсе Хаҡ хәлифә Ғүмәр ибн әл-Хәттабтың ҡәйнеше.
Биографияһы
Ул ҡорайыштарҙың бәнү джумаһ ҡәбиләһенән булған [1].
Ғүҫмән Хәүлә бинт Хәким тигән ҡатынға өйләнгән булған. Ибн Исхаҡ хәбәр итеүенсә, ул Мәккә мөшриктәренең диндарҙарҙы эҙәрләүҙәренән ҡасып, Эфиопияға һижрәт ҡылған мосолмандар төркөмөнә етәкселек иткән. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ҡорайыштар менән ярашыуы тураһында ялған хәбәр ишеткәс, Мәккәгә ҡайтып, үҙенең ағаһы Вәлид ибн әл-Муғирәнән (en[Walid ibn al-Mughira]) яҡлау алған. Тиҙҙән ул былай ҡурсаланыуҙан баш тартҡан һәм, үҙенең имандаштары кеүек үк, кәмһетеүҙәргә дусар булыуҙы өҫтөн күргән.[1]
Риүәйәттәргә ярашлы, Ғүҫмән ибн Мәҙғүн үҙен ғибәҙәттәргә генә бағышлап, ғиффәтлелек (целомудрие) антын ҡабул итергә булған. Уның ҡатыны был хаҡта Мөхәммәт Пәйғәмбәргә хәбәр иткән. Пәйғәмбәр иһә йомшаҡ ҡына итеп Ғүҫмәнде киҫәткән: ул үҙе лә, пәйғәмбәр булараҡ, ғаилә тормошонан баш тартмаған; Ғүҫмән ғаиләһе өсөн яуаплылыҡ тота һәм монахлыҡ тормошон үҙ өҫтөнә алырға тейеш түгел[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Encyclopaedia of Islam, 1960—2005
- ↑ Murtada Mutahhari, Sexual Ethics in Islam and the Western World, p. 5.
- ↑ History оf the cemetery of Jannat al-Baqi at Medina. duas.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 февраль 2015. Архивировано 24 март 2015 года.
Әҙәбиәт
- ʿUt̲h̲mān b. Maẓʿūn / Wensinck A.J. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)