Өммө Сәләмә бинт Әбү Һүмәйә
Өммө Сәләмә р. ғ. (Өммө Сәләмә бинт Әбү Үмәйә) (ғәр. أم سلمة هند بنت أبي أمية) - Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең хәләл ефете, мосолмандарҙың Инәһе, сәхәбә Хәлид ибн әл Вәлидтең һәм мөшриктәр башлығы Әбү Йәһил ибн Хишамдың ике туған һеңлеһе.
Биографияһы
Пәйғәмбәребеҙҙең (с.ғ.с) һөттәш туғаны Ғәбд-әл- Әсәдтә тормошта була, уның менән бергә Хәбәшстанға (Эфиопия) һижрәт ҡыла. Һуңғараҡ Мәҙинәгә күсенәләр. Бәҙер һуғышында ире һәләк булып ҡалғас, Пөйғәмбәр с.ғ.с. уға өйләнә. Бик уҡымышлы булыуы менән айырылып тора, Хәлифәттең ижтимағи-сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнаша.Уның һүҙҙәренән 378 хәҙис яҙып алынған. Ғәрәптәрҙә йыш ҡына кешенең үҙенә ҡушылған исеме онотолоп, йә ата-әсәһенә, йә балаһына бәйле ҡушамат тағыла. Өммө Сәләмә Инәбеҙҙең ысын исеме Һинд. Сәләмә исемле улы тыуғас, уның шул баланың әсәһе тип йөрөтә башлағандар.
Һинд Мәккәлә рисәләт инерҙән 15 йыл әүәл донъяға килгән. Исламды ул тәүгеләрҙән булып ҡабул иткән һәм шул арҡала бик күп ауырлыҡтар, ҡайғылар кисергән.
Ҡатын Мәккә ҡөрәйештәренең бик абруйлы мәхзүмит араһынан булып, ошо заттан һәр ерҙә һүҙе үткән Әбү Йәһел һәм Хәлид ибн Вәлид Исламға даими дошманлыҡ ҡылып торалар. Әбү Йәһел хатта бер сәхәбәнең әсәһе Сүмәййәне үлтерә, мосолмандар менән алыш-биреште туҡтаттыра, Мәҙинәгә күсенгәндә Пәйғәмбәребеҙҙе юҡ итергә тап ул өгөтләй һәм үлтереүселәрҙе лә үҙе туплай.
Уның Әбү Йәһел ағаһы мосолмандар менән һуғышта үлеп ҡала, Хәлид иһә башҡаса Пәйғәмбәребеҙгә ҡаршы сыҡмай, сөнки ғәрәптәрҙә кейәү-еҙнә яғы менән низағлашып йәшәү ғәйеп һанала. Шулай итеп, Өммө Сәләмә Инәбеҙ арҡаһында Мәккә мөшриктәренең йоғонтоло бер заты дошман булыуҙан туҡтай.
Ул Аллаһ Илсеһенең ҡатындары араһында иң оҙон ғүмерлеһе, 84 йәшендә иң һуңғыһы булып баҡый донъяға күскән.Әл-Баҡый зыяратында ерләнгән.
Һылтанмалар
- Вәлиева М. Ғ., Үтәбай-Кәрими Р. Мөхәммәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Тәсһилүл бәйән фи тәфсирил Ҡөрьән// Ҡөрьән тәфсиренең еңеләйтелгән аңлатмаһы. 4 томда. — Ҡазан: 2004
- Ситдиҡова Гүзәл. Динебеҙҙә ҡатын-ҡыҙ//Башҡортостан ҡыҙы. — 2008, № 7—12
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Али-заде А. Умм Салама бинт Абу Умаййа (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8
- ↑ 1 2 ويكيبيديا العربية (ғәр.) — 2003.