Әбү Ҙәр әл-Ғифәри
Әбү Ҙәр әл-Ғифәри | |
---|---|
ғәр. أَبُو ذَرّ ٱلْغِفَارِيّ | |
Шәхси мәғлүмәт | |
Тыуған ваҡыттағы исеме: | Жүнүб ибн Жәнәдә әл-Ғифәри |
Һөнәре, эшмәкәрлек төрө: | дин өндәүсе, Мөхәддис, сауҙагәр |
Тыуған көнө: | неизвестно |
Тыуған ере: | |
Үлем көнө: | 651[1] |
Үлгән ере: | |
Дине: | ислам |
Бәрелештәр: | |
Шәкерттәре: | Әнәс ибн Мәлик |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа | |
Редактирование Викиданных |
Әбү Ҙәр Жүнүб ибн Жәнәдә әл-Ғифәри (ғәр. أبو ذر جندب بن جنادة الغفاري; вафаты 652, әр-Рабада) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең сәхәбәләренең береһе. Тәүгеләрҙән булып ислам ҡабул итеүсе. Ул ислам динен дүртенсе йә бишенсе булып ҡабул иткән тип хәбәр ителә, бәҙәүиҙәр араһында беренсе мосолман.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сығышы менән Мәккәгә яҡын Ваддан үҙәнендә йәшәгән ғифәр ҡәбиләһенән. Ғифәрҙәр юлдарҙа талау менән шөғөлләнгән һәм ошо урындар аша үткән ҡорайыш каруандарынан өлөш тартып алып тора. Әбү Ҙәр әл-Ғифәри Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең вәғәздәре башланғанға тиклем мәжүсилектән баш тарта. Күпмелер ваҡыт ул Ибраһим динен тотоусыларҙың береһе — хәниф була. Әммә, Мөхәммәт Пәйғәмбәр тураһында ишеткәс, Мәккәгә килеп, Али ибн Әбү Талиб менән һөйләшкәндән һуң ислам ҡабул итә[2].
Ислам динен ҡабул иткәндән һуң, Әбү Ҙәр үҙҙәренә ҡайта һәм ырыуҙаштары араһында яңы дин тарата башлай. Бынан һуң ғифәрҙәрҙең күпселеге ислам динен ҡабул итә, ә ҡалғандары Мәккәнән Мәҙинәгә Һижрәтенән һуң иманға килә. Әбү Ҙәр мосолман йәмәғәте тормошонда әүҙем эш алып бара, Бәҙер, Өхүд, Ур һәм башҡа һуғыштарҙа ҡатнаша. Мәккәне яулағанда, ул үҙ ырыуының байраҡсыһы була[2].
Мөхәммәт Пәйғәмбәр үлгәндән һуң Әбү Ҙәр әл-Ғифәри Мәҙинәнән Сүриәгә күсеп китә һәм Әбү Бәкер менән Ғүмәр ибн әл-Хәттаб идара итеү осоронда шунда йәшәй. Әбү Ҙәр рухи практикаға ҙур әһәмиәт бирә, тәҡүә һәм аскеттарса көн итә. Усман ибн Әффан идара иткән осорҙа ул әр-Рабада ауылына күсеп килә, унда вафатына тиклем донъяуи тормоштан ваз кисеп йәшәй[2].
Әбү Ҙәр әл-Ғифәри 281 хәҙис һөйләп ҡалдырған[2].
Ғәрәп авторы Әхмәт Рида артынан фарсы ғалимы Али Шәриғәти ҙә Әбү Ҙәрҙе беренсе ислам социализмы вәкиле тип иҫәпләй.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Али-заде А. Абу Зарр аль-Гифари (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Али-заде, 2007
Тышҡы медиафайлдар |
---|
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Али-заде А. А. Абу Зарр аль-Гифари // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8. (CC BY-SA 3.0)
Был — ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |