Әл-Миҡдәд ибн әл-Ғәмр
Әл-Миҡдәд ибн Ғәмр, тулы исеме Әл-Миҡдәд ибн Ғәмр әл-Баһрани (ғәр. مقداد بن عمرو البهرائي; рус. Аль-Микдад ибн Амр аль-Бахрани; 589 — 653, Мәҙинә) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең көрәштәштәренең береһе. Әл-Миҡдәдте мосолман-шиғыйҙар Али ибн Әбү Талиптың дүрт арҡалашының береһе булараҡ, хөрмәт итә. Ул тәүҙә Эфиопияға, Һуңынан Мәҙинәгә һижрәт ҡыла. Ул шулай уҡ Әбү Бәкергә ант бирмәгән сәхәбәләрҙең береһе.
Биографияһы
Әл-Миҡдәд сығышы менән Баһра ҡәбиләһенән. Исламға тиклемге осорҙа ул әл-Асвад әз-Зөһри менән килешеү төҙөй, һуңғыһы уны уллыҡҡа ала.
Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ике туған һеңлеһе Зөбәғәт бинт Зөбәйергә өйләнгән була, унан улы Ғабдулла һәм ҡыҙы Кәримә тыуа[1].
Ул алтынсы булып ислам динен ҡабул итә һәм йәш мосолман дәүләтенең барлыҡ ҙур ваҡиғаларында ҡатнаша. Бәҙер һуғышындағы алыш ваҡытында һыбайлыларҙың береһе була. Мысырҙы яулауҙа ҡатнаша.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ибн Хаджар аль-Аскалани. Булуг аль-Марам мин Адиллат аль-Ахкам / Перевод с арабского: Кулиев Э. Р.. Архивированная копия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 август 2013. Архивировано из оригинала 6 октябрь 2014 года. 2014 йылдың 6 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Зубаату бинту Зубаир. islamdag.ru (16 май 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 август 2013. Архивировано 12 август 2013 года.