Мәҙинә
Ҡала | |||
Мәҙинә | |||
---|---|---|---|
المدينة المنورة | |||
|
|||
24°28′ с. ш. 39°36′ в. д.HGЯO | |||
Ил | Сәғүд Ғәрәбстаны | ||
Административ округ (Сәғүд Ғәрәбстаны | Мәҙинә | ||
Башлыҡ | Фәйсал ибн Сәлмән Әл Сәғүд | ||
Тарихы һәм географияһы | |||
Нигеҙләнгән | IX быуат б.э.т. | ||
Элекке исеме | Йәсриб | ||
Майҙаны | 589 км² | ||
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге | 608 м | ||
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00 | ||
Халҡы | |||
Халҡы | 1 102 728 кеше (2010) | ||
Рәсми тел | ғәрәп | ||
amana-md.gov.sa (ғәр.) | |||
|
|||
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Мәҙи́нә[1] (ғәр. المدينة المنورة, Әл-Мәҙинә-әл-Мөнәүәрә[2], йәки ғәр. المدينة, Эль-Мадина[2]) — Сәғүд Ғәрәбстанынының тарихи Хиджаз өлкәһендәге ҡала . Әлеге көндә унда йәшәгән халыҡ һаны — 1 102 728 кеше. (2010 йылға ҡарата)[3].
Дини әһәмиәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡаланың боронғо исеме Йәсриб, һуңғараҡ ул Madīnat an-Nabī (المدينة النبوية «Пәйғәмбәр ҡалаһы») йәки al-Madīnah al-Munawwarah («мәғрифәтле ҡала» йәки «нурлы ҡала»), Мәҙинә атамаһы «ҡала» тигәнде аңлата. Мәҙинә — мосолман донъяһының Мәккәнән ҡала әһәмиәте буйынса икенсе урында тора.
Уның дини әһәмиәте тупрағында Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең мәңгелек йорто булыуы менән бәйле. Рәсүлдең йорто янында Ән-Нәбәүи мәсете (Пәйғәмбәр мәсете) төҙөлгән, уны икенсе төрлө «йәшел көмбәҙ» тип тә йөрөтәләр. Уның йорто торараҡ хәлифә Әбд әл-Мәлик мәсетте ҙурайтып төҙөгәндә уның өлөшө булып тороп ҡала.
Мосолмандарҙың беренсе мәсете шулай уҡ Мәҙинәнән йыраҡ түгел һәм әл-Ҡүбә мәсете (Мәсжид әл-Ҡүбә) тип атала.
Ике ҡалала ла мәсеттәр бихисап, һәм хаж ҡылырға килгән мосолмандар уларҙа намаҙ уҡырға тырышалар. Мосолман булмағандарға ҡалаға инергә рөхсәт юҡ.
Климат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мәҙинәнең климаты ныҡ эҫе, июндән сентябрь үткәнсе уртаса температура +35 °C тәшкил итә, ә көндөҙгө температура ҡайһы бер көндәрҙә +45 °C булғылай. Бынан тыш КҠыҙыл диңгеҙҙең яҡынлығы ҡалалағы һауаға тәьҫир итә, дымлы ҡайнар һауала тын алыуы бик ауыр.
Мәҙинәнең климаты — тропик сүл климаты. Мәҙинәлә яуым-төшөм бик һирәк, йылына бары тик 50 мм тәшкил итә, шуға ла ул донъяның иң ҡоро климатлы ҡалалары иҫәбенә инә. Ямғыр бары тик көҙ һәм ҡыш ҡына яуа. Ҡышҡы температура кеше өсөн бик яйлы, көндөҙ уртаса йылы, төндәр һалҡынса була
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 35,2 | 36,0 | 37,4 | 39,5 | 42,6 | 46,4 | 47,7 | 47,0 | 42,5 | 38,5 | 36,6 | 34,5 | 47,7 |
Уртаса максимум, °C | 23,6 | 26,1 | 30,2 | 33,9 | 38,9 | 41,7 | 39,3 | 42,2 | 41,0 | 36,4 | 29,7 | 25,0 | 34,0 |
Уртаса температура, °C | 17,7 | 19,9 | 23,8 | 27,6 | 32,2 | 35,8 | 36,0 | 35,9 | 34,4 | 29,4 | 23,4 | 19,0 | 27,9 |
Уртаса минимум, °C | 11,6 | 13,3 | 17,4 | 20,8 | 24,9 | 27,9 | 28,4 | 28,7 | 27,1 | 21,9 | 17,2 | 12,9 | 21,0 |
Абсолют минимум, °C | 0,0 | 4,6 | 7,4 | 10,0 | 18,8 | 21,0 | 25,7 | 25,5 | 22,9 | 15,5 | 10,6 | 8,2 | 0,0 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 8 | 1,2 | 8,3 | 11,9 | 4,6 | 0,4 | 0,2 | 0,3 | 0,1 | 1,1 | 9,2 | 3,8 | 49,1 |
Сығанаҡ: World Climate |
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Исламға тиклем ҡалала йәһүдтәр, ғәрәптәр ҡатнаш йәшәгән. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең әсәһе ошо ҡаланан булыуы билдәле. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең Һижрәтенән һуң ҡалалағы ғәрәптәр һәм йәһүдтәрҙең бер өлөшө Ислам ҡабул итә. [4]
Мәҙинә-Мөнәүәрә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мәҙинә-Мөнәүәрә, «нурлы Мәҙинә» - шулай тип атайҙар Исламды күтәреп алған, тупрағы пәйғәмбәребеҙҙең ғәзиз кәүҙәһен үҙ ҡосағына ҡабул иткән күркәм был ҡаланы. Үҙ ҡалаһында йәбер-золом күтәргән Рәсүлулла - Аллаһ илсеһе Мәҙинәлә - (элекке атамаһы - Йәсриб) аңлау-яҡлау таба, арҡалаштарын арттыра, ғәрәптәрҙе милләт, көслө дәүләт итеп туплай. Ул тап Мәҙинәлә төрлө милләттәргә, илдәргә, ҡитғаларға, быуаттарға таралыр дин, егерме беренсе быуатҡа аяҡ баҫыусылар донъяның иң бөйөк кешеһе тип атарлыҡ рухи-әхлаҡи тәғлимәт ҡалдыра.
Төрлө мәҙһәб вәкилдәре, үҙ хәлдәренә, мөмкинлегенә ярашлы, ҡалаға төрлө ваҡытта килеп, хаж сәфәрен ошонда тамамлап ҡайта.Был Пәйғәмбәргә табыныу түгел, ә Уның рухына доға ҡылыу, ихтирам күрһәтеү өсөн эшләнә.
Пәйғәмбәр мәсетен - «Мәсжид ән-нәбәүи»ҙе зыярат ҡылыу - хаждың айырылғыһыҙ өлөшө, һиммәте. Рәсүлулла заманындағы мәсет хәҙер мөһабәт, матурлығы менән хайран итерлек ғибәҙәтхана эсендә ҡалған. Колонналар аяттар нағышланған алтын пластиналар менән биҙәлгән, әммә был семәрҙәр күҙгә бәрелеп бармай, зауыҡлы һәм урынлы, саманан ашыу юҡ, кешене байлыҡ менән шаңҡытыуға йүнәлдерелмәгән.
Ән-Нәбәүи мәсетендә ҡатындар һәм ирҙәр айырым ғибәҙәт үтәй [5].
Рәсүлулла кәшәнәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мөхәммәт (Пәйғәмбәр) Мәҙинәлә 632 йылда вафат була һәм ошонда ерләнә. Уның янында тоғро сәхәбәләре Әбү Бәкер әс-Ситдиҡ һәм Ғүмәр ибн әл-Хәттаб ерләнгән.
Мәҙинәлә Пәйғәмбәр мәсете[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мәҙинә ҡалаһы.Пәйғәмбәр мәсете. Был мәсет ихатаһы эсендә Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең һәм яҡындарының ҡәберҙәре. "Йәшел көмбәҙ" кәшәнәһе күренә
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 224.
- ↑ 2,0 2,1 Инструкция по передаче на картах географических названий арабских стран. — М.: Наука, 1966. — С. 25.
- ↑ Saudi Arabia: largest cities and towns and statistics of their population World Gazetteer (инг.) (нем.) (фр.) (исп.)
- ↑ Медина — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
- ↑ Г.Ситдиҡова. Йәннәт баҡсаһы. - Өфө, 2014.-66-70-се бит
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Густерин П. В. Города Арабского Востока. — М.: Восток—Запад, 2007. — 352 с. — (Энциклопедический справочник). — 2000 экз. — ISBN 978-5-478-00729-4.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Густерин П. МЕДИНА
- В Медине открылся отель Al Muna Kareem Radisson Blu 2010 йылдың 23 июнь көнөндә архивланған.
- Мечеть Пророка в Мадине — вторая святыня ислама. История и структура мечети. Могила Пророка 2021 йылдың 1 ноябрь көнөндә архивланған.
- Медина(недоступная ссылка)