Әт-Тәшриҡ көндәре

Мосолман календары

   1. Мөхәррәм
   2. Сәфәр
   3. Рабиғел әүүәл
   4. Рабиғел ахыр
   5. Йомадиәл әүүәл
   6. Йомадиәл ахыр
   7. Рәжәб
   8. Шәғбан
   9. Рамаҙан
   10. Шәүүәл
   11. Зөлҡәғиҙә
   12. Зөлхизә


Бөгөн: Йәкшәмбе
9 Рәбиғел әүүәл 1448 һижрә йыл


Мосолман калердарына күсеү

Әт-Тәшриҡ көндәре (рус. Дни ат-Ташрик; ғәр. أيام التشريق‎) — Ҡорбан байрамының өс көнө, улар ҡорбан килтереү көнөнән һуң килә. Ислам ай календары буйынса был зөлхижә айының 11-се, 12-се һәм 13-сө һандары. Был көндәр байрамдың дауамы булып тора һәм хаж йолаларының төп осорон тамамлай[1].

Атамаһының мәғәнәһе

«Әт-Тәшриҡ» атамаһы ғәрәп һүҙенән алынған, ул «ҡояшта киптереү» тигәнде аңлата. Һыуытҡыстар булмаған боронғо замандарҙа хаж ҡылыусылар был көндәрҙә ҡорбан ителгән малдың итен артабанғы юлға һаҡлар өсөн ҡояшта киптергән.

Дини тәжрибә

Ислам риүәйәтенә ярашлы, Мөхәммәт пәйғәмбәр: «Әт-Тәшриҡ көндәре — ул ашау, эсеү һәм Аллаһты иҫкә алыу көндәре», — тигән. Шуға күрә был көндәрҙә мосолмандарға ураҙа тотоу тыйыла. Әт-Тәшриҡ көндәрендәге төп ғибәҙәт — һәр фарыз намаҙҙан һуң коллектив рәүештә тәкбир әйтеү (тәкбир әт-Тәшриҡ). Ул Зөлхизжәнең 9-сы көнөндә (Ғәрәфәт көнө) иртәнге намаҙҙан башлана һәм Зөлхизжәнең 13-сө көнөндә икенде намаҙына тиклем дауам итә. Ҡөрьәндә: «Билдәле көндәрҙә Аллаһты иҫкә алығыҙ...» (2:203), — тигән күрһәтмә бар, ул, күпселек ислам дин белгестәре фекеренсә, тап ошо көндәргә ҡағыла.

Хаж ҡылыусылар Әт-Тәшриҡ көндәре Мина үҙәнендә үтә. Бында улар хаждың мотлаҡ өлөшө булған өс йәмәрәткә (шайтанды һынландырған символик бағаналарға) таш бәреү йолаһын үтәй. Етешәр таш ташлана торған был бағаналар ошолай атала: беренсе джәмрә (әл-джәмрә әл-үлә), йәки Кесе джәмрә (الجمرة الصغرى|әл-джәмрә әс-сүғра);урта джәмрә (الجمرة الوسطى|әл-джәмрә әл-вуста);ҙур джәмрә (ғәр. الجمرة الكبرى‎), йәки акаба джәмрәһе (جمرة العقبة|джәмрә әл-Акаба)

Минала хаж ҡылыусылар әт-Тәшриҡтең тәүге төнөн үткәрә, иртән йәмәғәт менән сабах намаҙын уҡыйҙар, бынан һуң Аллаһ тәғәләгә тәкбир әйтәләр. Әт-Тәшриҡтең өс көнөндә лә шайтандарға таш бәреү дауам итә. Беренсе кәндә Кесе джәмрәгә ете таш ташлап ҡайталар, ә икенсе һәм өсөнсө көндәрҙә бер юлы өсөһөнә лә етешәр таш ташлайҙар.

Хронология

Рәсәй мосолмандарының диниә назараттары баҫтырып сығарған календарь мәғлүмәттәре буйынса, 2026 йылда Әт-Тәшриҡ көндәре григориан календары буйынса 26 майҙан 30 майға тиклемге осорға тура киләсәк.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Ситдикова, Гүзәл.Йәннәт баҡсаһы : хаж яҙмалары / Г. Ситдикова .— Өфө : [Өфө полиграфкомбинаты], башк. 2014 .— 231 б. .— 16+ .— ISBN 978-5-85051-609-3, 1000 экз.
  • Ислам. Энциклопедический словарь. Ответственный редактор С.М.Прозоров. М.: Наука. ГРВЛ, 1991. — 315 с.: ил.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар