Зөлҡәғиҙә

Мосолман календары

   1. Мөхәррәм
   2. Сәфәр
   3. Рабиғел әүүәл
   4. Рабиғел ахыр
   5. Йомадиәл әүүәл
   6. Йомадиәл ахыр
   7. Рәжәб
   8. Шәғбан
   9. Рамаҙан
   10. Шәүүәл
   11. Зөлҡәғиҙә
   12. Зөлхизә


Бөгөн: Йома
7 Рәбиғел әүүәл 1448 һижрә йыл


Мосолман калердарына күсеү

Зөлҡәғиҙә (рус. Зу-ль-када; ғәр. ذو القعدة‎) — мосолман ай календарының ун беренсе айы. Ул дүрт «тыйылған ай»ҙың (әшһүр әл-хурум) береһе булып тора. Был айҙарҙа боронғо Ғәрәбстанда, һуңынан ислам традицияһында, һуғыштар һәм ҡәбиләләр араһындағы ҡораллы бәрелештәр тыйылған[1].

Этимологияһы

Айҙың исеме ғәрәпсә «зү әл-ҡағдә» һүҙбәйләнешенән алынған, ул «ултыраҡ тормош айы» йәки «хәрәкәтһеҙ тороу айы» тигәнде аңлата. Был атама ошо осорҙа ғәрәп ҡәбиләләренең хәрби походтарҙы туҡтатып, үҙ урындарында ҡалыуы һәм Мәккәгә ҡылынасаҡ хажға әҙерләнеүе менән бәйле[2].

Ислам календары системаһында урыны

Зөл-ҡәғдә — Ислам календары буйынса йылдың ун беренсе айы. Был календарь 12 айҙан тора, һәр ай 29 йәки 30 көн дауам итә. Унан һуң Зөл-хижжә килә — был айҙа мосолмандарҙың ҙур хаж ғибәҙәте башҡарыла.

Дүрт тыйылған айға түбәндәгеләр инә:

Дини әһәмиәте

Зөлҡәғиҙә айы хажға әҙерлек осоро булып иҫәпләнә. Был айҙа күп кенә мосолмандар Мәккә ҡалаһына юлға сыға, сөнки хаж ғибәҙәте киләһе айҙа — Зөлхизә үтә.

Ҡөрьәндә лә дүрт изге ай хаҡында телгә алына. Был айҙарҙа кешеләргә ғәҙелһеҙлектән тыйылыу, дошманлыҡтан һәм бәрелештәрҙән һаҡланыу бойорола (Ҡөрьән, 9:36)[1]..

Тарихи традиция

Ислам барлыҡҡа килгәнгә тиклем дә ғәрәп ҡәбиләләре Зөлҡәғиҙә айын татыулыҡ һәм ваҡытлыса тыныслыҡ осоро итеп таныған. Был ваҡытта сауҙа юлдары һәм Мәккәгә ҡылынған ғибәҙәт сәфәрҙәре хәүефһеҙ булған. Ислам таралғас, был традиция һаҡланған һәм дини нигеҙ алған[2].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 А. Али-заде. Исламский энциклопедический словарь / кандидат искусствоведения Е. Кононенко. — М.: Из-дательский дом «Ансар», 2007. — 400 с. — ISBN 5-98443-025-8.
  2. 1 2 Босворт К. Э. Мусульманские династии. Справочник по хронологии и генеалогии. — Босворт К. Э..: М., 1971. — С. 324.

Категориялар