Ҡәҙер кисе

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ҡәҙер кисе
ғәр. لَيْلَةِ الْقَدْرِ
Ҡөрьәнде төндә уҡыу
Ҡөрьәнде төндә уҡыу
Төрө Ислам
Башҡа төрлө Ләйләтү-әл-ҡәҙер
Шулай уҡ Ҡөҙрәт төнө
Мәғәнәһе Гонаһтарҙы ғәфү итеү өсөн доға
Ҡабул ителгән Мөхәммәт (صلى الله عليه وسلم)
Билдәләнә мосолмандар
Байрам саралары Мәсеттә
Традициялар Мәсеттә намаҙ ҡылыу
Бәйле Рамаҙан айы менән
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Ҡәҙер кисе (ғәр. لَيْلَةُ الْقَدْر‎) йәки Тәҡдир кисе[1], Сират кисе[1], Ҡөҙрәт кисе[2] — исламда Рамаҙан айында үтә торған, Мөхәммәт пәйғәмбәргә Ҡөрьән индерелгән изге төн. Был ваҡиға Жабал ан-Нури тауындағы Хира мәмерйәһендә булған.[3].

Итикаф Махачкала мәсетендә (2014 йыл)

Этимологияһы һәм исеме тарихы

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Әл-ҡәҙер» (ғәр. القدر‎) һүҙе ғәрәп телендә бер нисә мәғәнәгә эйә[4]: 1) үлсәм, күләм; 2) ҡаҙан, көршәк[5]; 3) сикләү; 4) тәҡдир, яҙмыш[6]. Был төндөң исеме тураһында төрлө фараздар «Тафсир әл-Мизан» (ғәр. تفسیر المیزان‎) китабында, Мөхәммәт Хөсәен Табатабаи тарафынан килтерелгән:

1) Был төндә һәр кешенең яҙмышы Аллаһ тарафынан билдәләнә.[7].

2) Уны уяу үткәреүсе, доға, Ҡөрьән уҡыу, тәүбә менән шөғөлләнеүсе кеше иң юғары рухи кимәлгә ирешә ала[8].

3) Ҡәҙер кисе — иң бөйөк һәм ҡиммәтле төн, сөнки тап ошо төндә Ҡөрьән индерелгән.

4) Был исем фәрештәләрҙең һаны күп булыуы менән бәйле — улар ошо төндә ергә төшәләр.

Был төндө шулай уҡ Ләйләт әл-Ғазама («Бөйөк төн») йәки Ләйләт аш-Шараф («Хөрмәт төнө») тип атайҙар[9].

Ҡәҙер кисе яҡынса 1400 йыл элек изге һәм мөбәрәк төн булараҡ таныла башлай — был Мөхәммәт әл-Мостафа пәйғәмбәргә ғәрәп сүллегендәге мәмерйәләге күренештән һуң башлана.

Мөхәммәт пәйғәмбәр Хира мәмерйәһенә үҙенә ҡырыҡ йәш тулыр алдынан бары. Ул унда көндәр буйына уйлана, зекер һәм фекерләү менән мәшғүл була. Ошо ваҡыттарҙа уның күргән төштәре тормошта тормошҡа аша башлай[10].

Хира мәмерйәһендә яңғыҙлыҡ уның өсөн иң ҡәҙерле мәлдәрҙең береһенә әүерелә. Бер төндә, уйланыу һәм рухи тынлыҡ кисергән мәлдә, пәйғәмбәр көслө нур күрә.

Шул төндә, ислам сығанаҡтарына ярашлы, доға ҡылған пәйғәмбәр Мөхәммәткә Ябраил фәрештә килеп, Әл-Ғәләҡ сүрәһенең тәүге биш аятын тапшыра[11]. Ябраил пәйғәмбәрҙең ҡулын тотоп:

« Уҡы! Һине барлыҡҡа килтергән Раббыңдың исеменә уҡы. Кешене Ул уҡмашҡан ҡандан яратты, уҡы, һинең Раббың иң йомарт, Ул ҡәләм менән өйрәтте. Ул кешегә белмәгән нәмәне өйрәтте
(Ҡөрьән 96:1-5)
»

Шунан һуң Ябраил әйтә: "Аллаһ — Бөтәбеҙҙең Раббы, Ғәли һәм Ҡөҙрәтле, барлыҡ булмыштың Хакимы, Батшалар батшаһы һәм бар нәмәне Барлыҡҡа Килтереүсе — был төндә үҙенең һуңғы хәбәрен кешелеккә еткерә. Ете күктән өҫтәрәк булған Аллаһ "тура юл һәм мәрхәмәтлек"тип һүрәтләнгәнде иңдерҙе".

Ҡәҙер кисе — ислам календары буйынса туғыҙынсы айҙың, йәғни Рамаҙандың һуңғы ун көнөндә үткәрелә. Ул, ғәҙәттә, 21, 23, 25, 27 йәки 29-сы кистәрҙең береһендә билдәләнә. Күпселек сығанаҡтар буйынса, ул 27-се төнгә тура килә[12][13][14].

Был төндә Аллаһтан гонаһтар өсөн ярлыҡау һорау, тәүбә итеү һәм Ҡөрьән уҡыу хәйерле ғәмәл тип һанала.

Ҡөрьәндә дини әһәмиәте

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡөрьәндә Ҡәҙер кисенең аныҡ датаһы телгә алынмай[15][16].

Ҡөрьән тәфсирселәре фекеренсә[17], Ҡәҙер кисе Әл-Ҡадр сүрәһенә арналған[1][18].

« Ысынлап та, Беҙ уны [Ҡөрьәнде] Ҡөҙрәт төнөндә Күктән төшөрҙөк. Ҡәҙрәт төнөнөң нимә икәнен һиңә нимә белдерер? Ҡөҙрәт төнө мең айҙан да изгерәк бит.Ул төндө Раббыларының рөхсәтенән төрлө бойороҡтар менән Күктән фәрештәләр һәм рух төшә. Ул — таң атҡанға тиклем тыныслыҡ
»

Мосолмандар өсөн был төн башҡа бер ниндәй төн менән дә сағыштырырлыҡ түгел[18]. Бер риүәйәт буйынса, был төндәге ғибәҙәт мәлдәре башҡа төндәрҙәге ғәмәлдәрҙән артығыраҡ сауап килтерә, хатта кеше ғүмер буйына ғибәҙәт ҡылып йәшәһә лә.

Ошо бер генә төндә ҡылған ғибәҙәт өсөн әжер «1000 ай» (83 йыл) ғибәҙәтенән артығыраҡ[3]. Айырыуса дингә тоғро булған мосолмандар Рамаҙандың һуңғы 10 көнөндә Иғтикәф (ғәр. اعتكاف‎ — мәсеттә күпмелер көн дауамында ғибәҙәттәргә бағышланып, донъяуи эштәрҙән ситтә тороу ислам практикаһы) тота[19], төнө буйы уяу булып, намаҙ уҡый, тәүбә итә, Ҡөрьән уҡый, аш-һыуҙан һәм енси мөнәсәбәттәрҙән тыйылып, тулыһынса рухи тормошҡа инә[1].

Пәйғәмбәр Мөхәммәткә иңдерелгән вәхиҙәр

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кайһы бер ислам белгестәре фекеренсә, Ҡөрьән пәйғәмбәр Мөхәммәткә ике тапҡыр иңдерелгән:

«Туранан-тура (төп) вәхи» — 610 йылда тәүге Ҡәҙер кисендә Хира мәмерйәһендә[20];

«Әкренләп еткерелеү» — Мәккәнән Һижрәткә тиклем иңгән иртә Мәккә сүрәләре һәм һижрәттән һуң иңгән һуңғы Мәҙинә сүрәләре 23 йыл дауамында бер-бер артлы иңдерелә.

Ҡөрьәндә «анзаль» (ғәр. انزل‎) тигән һүҙ ҡулланыла, был төшөнсә Мөхәммәт Хөсәен Табатабаи тәфсиренә ярашлы, туранан-тура индерелеүҙе аңлата.

Кайһы бер дини ғалимдар фекеренсә, Ҡөрьән ике этапта иңдерелгән: беренсеһе — «төп вәхи» — Ябраил фәрештә аша "түбәнге йәннәт"тән (ғәр. السَّمَاءَ الدُّنْيَا‎ — яҡын күктән) Мөхәммәткә еткерелгән, икенсеһе — «аятлап иңдерелеү» — Ябраил аша һәр аяттың айырым-аайырым ваҡыттарҙа тапшырылған.

Иң беренсе сүрә булып Әл-Ғәләҡ сүрәһе (ғәр. العلق‎ — уҡмашҡан ҡан) сүрәһенең тәүге ете аяты иңгән[7][21]. Әл-Ғәләҡ сүрәһе Мәккә сүрәләре иҫәбенә ҡарай.

Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәҙәттә Рамаҙандың һуңғы ун көнөндә иғтикәф — рухи яңғыҙлыҡ ғибәҙәтен үтәгән, Ҡәҙер кисен көткән, ураҙа тотҡан һәм төнө буйы намаҙ уҡыған. Ул үҙенең сәхәбәләрен дә быны эшләргә саҡырған. Шул хаҡта бер хәҙистә әйтелә: «Ҡөҙрәт кисендә иман менән һәм әжер өмөт итеп төнө буйы ғибәҙәттә тороусының элекке гонаһтары ярлыҡаныр (Сахих әл-Бохари, Хәҙис № 1901)[22]».

Шиғый исламында әһәмиәте

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шиғыйҙарҙа Ҡәҙер кисен Рамаҙандың һуңғы ун көнөндәге таҡ төндәрҙең береһе тип иҫәпләй, иң әһәмиәтле төндәр булып 19-сы, 21-се һәм айырыуса 23-сө төндәр иҫәпләнә[20].

19-сы төн — имам Али ибн Әбү Талиптың (пәйғәмбәр Мөхәммәттең ике туған ағаһы, кейәүе һәм яҡын кәңәшсеһе) Куфа мәсетендә михраб янында ҡаты яраланған төнө. Ул 21-се төндә вафат була[23][24].

Шиғыйҙар фекеренсә, имам Али (шулай уҡ сөнни ҡарашылы хаҡ хәлифәләрҙең дүртенсеһе) был төндә Аллаһ менән айырым бәйләнешкә эйә булған[18]. Имам Жәғәфәр әс-Садиҡ «әл-Бурһан» тәфсиренән (4-се том, 487-се бит) өҙөмтә:

"Бер ваҡыт имам Али Әл-Ҡадр сүрәһен уҡый, уның улдары имам Хәсән һәм имам Хөсәйен эргәһендә була. Имам Хөсәйен һорай: «Атай, һин был сүрәне уҡырға тотонһаң, йөрәктә айырым хис тыуа, ни өсөн?» Али яуаплай: «И, пәйғәмбәр улы һәм минең улым! Мин был сүрә хаҡында һеҙ белмәгән нәмәләрҙе беләм. Был сүрә пәйғәмбәргә иңгәс, ул мине саҡырҙы, һәм был сүрәне уҡып, уң яурынға ҡулын һалып әйтте: „И, ағайым һәм мираҫсы! Минән һуң халыҡ башлығы! И, дошмандарыма ҡаршы туҡтауһыҙ көрәшеүсе! Был сүрә — минән һуң һинең, һәм һинән һуң ике улыңдың мираҫы. Ябраил — фәрештә ағайым — ошо төндә минең өммәтем тураһында бер йылға еткерелгән хәлдәрҙе белдерә. Минән һуң был мәғлүмәт һиңә һәм мираҫсыларыңа тапшырыласаҡ. Был сүрә таң атҡансы һәм Ҡайым көнөнән (имам Мәғди) сыҡҡан көнгәсә — һинең йөрәгеңдә һәм вариҫтарҙың күңелендә нур булып ҡаласаҡ“»[25][26].

Ғабдуллаһ ибн Ғәббәс шулай уҡ Ҡайым көнө ваҡытының датаһын һәм көнөн белгән, тигән риүәйәт бар[27][28]. Шуға күрә шиғыйҙар Ҡәҙер кисе тап 23-сө төнгә тура килә тип иҫәпләй[3].

Кайһы бер хәҙистәр буйынса, кешенең яҙмышы 19-сы төндә яҙыла, 21-се төндә тулыландырыла һәм 23-сө төндә раҫлана[1][29].

Ҡәҙер кисе, ҡайһы бер сығанаҡтарға ярашлы, Рамаҙандың 27-се төнөнә йәки Шәғбан айының 15-се төнөнә тура килеүе лә ихтимал[30].

Рамаҙан айының 23-сө төнө Григориан календарында
1440 28 май 2019[31][32]
1441 16 май 2020[33]
1442 5 май 2021[34]
1443 24 апрель 2022[35]
1444 14 апрель 2023[36]
1445 3 апрель 2024[37]
1446 24 март 2025[38]

Урыҫ әҙәбиәтендә Александр Пушкин, Михаил Лермонтов, Федор Тютчев, Федор Достоевский, Лев Толстой Ислам темаһына мөрәжәғәт иткән классиктар. Пушкин аһәңле «Подражания Корану» теҙмәһен ижад иткән;Ислам илдәрен яратып Лев Гумилев һүрәтләгән.

Мәгәр Бунин Иван Алексеевич тиклем Исламға дан йырлаусы булмағандыр.

Ҡөрьәндең урыҫ теленә тәржемәһен ул даими үҙе менән йөрөткән, уҡыған. Шиғырҙар яҙған. Бына шуларҙың береһе:


И. А. Бунин. «Ночь Аль-Кадра»

Ночь Аль-Кадра. Сошлись, слились вершины,
И выше к небесам воздвиглись их чалмы.
Пел муэдзин. Еще алеют льдины.
Но из теснин, с долин уж дышит холод тьмы.

Ночь Аль-Кадра. По темным горным склонам
Еще спускаются, слоятся облака.
Пел муэдзин. Перед великим Троном
Уже течет, дымясь, Алмазная река.

И Гавриил — неслышно и незримо —
Обходит спящий мир. Господь, благослови
Незримый путь святого пилигрима
И дай земле твоей ночь мира и любви!
1903 г.

И. А. Бунин. Ҡәҙер кисәһе (Гүзәл Ситдиҡова тәржемәһе)

Был төндә фәрештәләр Ғәрештән ергә төшә. Ҡөрьән(97:4)

Ҡәҙер кисе. Һырттар ҡушылышты,
Салмалары бейек күккә менде.
Аҙан моңо. Боҙ ҡаялар алһыу.
Тик тарлауыҡ һалҡын бөркә инде.

Ҡәҙер кисе. Бөләңгерт үңергә
Ялпы-ялпы төшә әле болот,
Аҙан моңо. Ғәреш тәхетенән
Аҫылташтар аға йылға булып.

Ябраилдың өнһөҙ-тынһыҙ юлы
Донъя иңләй. Мәрхәмәтле Илаһ,
Фәрештәнең изге сәфәренән
Ҡалдырһаңсы ерҙә һөйөү-иман !

  1. 1 2 3 4 5 A. Beverley, James. Religious Celebrations: An Encyclopedia of Holidays, Festivals, Solemn Observances, and Spiritual Commemorations [2 volumes: An Encyclopedia of Holidays, Festivals, Solemn Observances, and Spiritual Commemorations] (инг.) / Melton, J. Gordon. — ABC-CLIO, 2011. — ISBN 9781598842067.
  2. Daneshgar, Majid; Saleh, Walid. Islamic Studies Today: Essays in Honor of Andrew Rippin (инг.). — BRILL, 2016. — ISBN 9789004337121.
  3. 1 2 3 Halim, Fachrizal A. Legal Authority in Premodern Islam: Yahya B Sharaf Al-Nawawi in the Shafi'i School of Law (инг.). — Routledge, 2014. — ISBN 9781317749189.
  4. Laylat al-Qadr | Night of Power, Meaning, & Significance | Britannica. 26 март 2025 тикшерелгән.
  5. H. Hashim. Qarashī, Qāmūs al-Qurʾān / Hashim Ghani. — Malaysia: KTF Institut, 1991. — С. 246—247.
  6. ليلة القدر هي أفضل الليالي (ғәр.). binbaz.org.sa. Дата обращения: 25 март 2025.
  7. 1 2 Safiur Rahman Al-Mubarakpuri. The Sealed Nectar. Riyadh: Dar-us-Salam. p. 68. (инг.) / Ar-Raheequl Makhtum. — Riyadh, Saudi Arabia: Dar-us-Salam Publications, 2014. — P. 67—68. — 656 p. — ISBN 978-6035001106.
  8. Revelation - Sunnah.com - Sayings and Teachings of Prophet Muhammad (صلى الله عليه و سلم). sunnah.com. Дата обращения: 25 март 2025.
  9. Iranians keep vigil during Laylat Al Qadr (22 апрель 2022). 25 март 2025 тикшерелгән.
  10. What Really Happened on the Night of Power? | About Islam (31 март 2024). 26 март 2025 тикшерелгән.
  11. Roslan Abdul-Rahim. Demythologizing the Qur’an Rethinking Revelation Through Naskh al-Qur’an (инг.) // Global Journal Al-Thaqafah (GJAT) : journal. — 2017. — December (vol. 7, no. 2). — P. 62—3. — ISSN 2232-0474.
  12. Night of 27 Ramadan. Дата обращения: 6 май 2019. Архивировано 17 октябрь 2017 года.
  13. Mohammad Younes, Arefi. The importance of Qadr night and the secret behind it's being hidden (Persian) // The message of Woman. Архивировано 13 август 2016 года.
  14. Parsa, Farvardin Laylat al-Qadr from the viewpoint of Sunni Muslims. Andisheh Club. Дата обращения: 12 июнь 2016. Архивировано из оригинала 21 август 2016 года.
  15. Islam and state in Sumatra: a study of seventeenth-century Aceh. 128-се бит.
  16. Marjo Buitelaar. Fasting and feasting in Morocco: women’s participation in ramzan. 64-се бит.
  17. Laylat al-Qadr - Oxford Islamic Studies Online (ингл.). web.archive.org. Дата обращения: 25 март 2025.
  18. 1 2 3 Ysuf, Imtiyaz, "Laylat al-Qadr", The Oxford Encyclopedia of the Islamic World, <http://www.oxfordislamicstudies.com/article/opr/t236/e1058?_hi=0&_pos=4713>  Архивная копия от 18 апрель 2018 на Wayback Machine
  19. Сура 97 аль-Кадр (Могущество) (ингл.). umma.ru. Дата обращения: 25 март 2025.
  20. 1 2 Laylat al-Qadr - Oxford Islamic Studies Online (ингл.). web.archive.org. Дата обращения: 26 март 2025.
  21. Roslan Abdul-Rahim. The Qur’an Rethinking Revelation Through Naskh al-Qur’an (ингл.). web.archive.org. Дата обращения: 25 март 2025.
  22. «Сахих аль-Бухари». Хадис № 1901 - Энциклопедия хадисов (19 май 2018). 26 март 2025 тикшерелгән.
  23. Syed Muhammad Askari Jafari A biographical profile of Imam Ali. Дата обращения: 10 май 2020. Архивировано 9 сентябрь 2018 года.
  24. شبكة السراج في الطريق إلى الله (билдәһеҙ). شبكة السراج. Дата обращения: 26 март 2025.
  25. Imam Mahdi (a) in Chapter al-Qadr (10 August 2016).
  26. Marefate AhleBait(as) - Shia's rise against al-Qaim (atfs) ??? www.marefateahlebait.com. Дата обращения: 26 март 2025.
  27. Bombay Tract and Book Society. Life of Mohammad. — Bombay. — P. 30.
  28. Sahih Bukhari Chapter: 32, Night prayer in Ramadan (Taraweeh). Hadith No: 239. Архивировано 3 июнь 2020 года.
  29. Klini, Sufficient Principles, 1996, vol. 2, p. 772..
  30. Kashani, Manhaj Al-Sadiqin, 1344, vol. 4, p. 274.
  31. Ramadan Calendar 2025. Islamicfinder. Дата обращения: 23 апрель 2019. Архивировано 23 апрель 2019 года.
  32. Calendar center of Geophysics institute of Tehran University, 1398 Calendar" (in Persian). calendar.ut.ac. Дата обращения: 12 май 2019. Архивировано 12 май 2019 года.
  33. Calendar center of Geophysics institute of Tehran University, 1399 Calendar" (in Persian). calendar.ut.ac. Дата обращения: 5 апрель 2020. Архивировано 25 май 2020 года.
  34. Calendar center of Geophysics institute of Tehran University, 1400 Calendar" (in Persian). calendar.ut.ac. Дата обращения: 3 апрель 2022. Архивировано 27 ғинуар 2022 года.
  35. Calendar center of Geophysics institute of Tehran University, 1401 Calendar" (in Persian). calendar.ut.ac. Дата обращения: 3 апрель 2022. Архивировано 24 апрель 2022 года.
  36. Calendar center of Geophysics institute of Tehran University, 1402 Calendar" (in Persian). calendar.ut.ac.ir.
  37. Calendar center of Geophysics institute of Tehran University, 1403 Calendar" (in Persian). Архивировано 31 март 2024 года.
  38. Calendar center of Geophysics institute of Tehran University, 1403 Calendar" (in Persian). calendar.ut.ac.ir.
  39. [1]