Зөлхизә (ай)

Мосолман календары

   1. Мөхәррәм
   2. Сәфәр
   3. Рабиғел әүүәл
   4. Рабиғел ахыр
   5. Йомадиәл әүүәл
   6. Йомадиәл ахыр
   7. Рәжәб
   8. Шәғбан
   9. Рамаҙан
   10. Шәүүәл
   11. Зөлҡәғиҙә
   12. Зөлхизә


Бөгөн: Кесаҙна
6 Рәбиғел әүүәл 1448 һижрә йыл


Мосолман калердарына күсеү

Зөлхизә, йәки Зү әл-хижә (ғәр. ذو الحجة‎) — Мосолман календарында 12-се ай. Был дүрт харам айҙың береһе (рәжәб, зөлхизә, зөлҡәғиҙә, мөхәррәм). Бигерәк тә тәүге ун көнө юғары баһалана (был көндәрҙә ураҙа тотоу сөннәт).

Исламға тиклем был айҙа ғәрәптәр мәймүн (ميمون) тип атаған.

undefined

Ваҡиғалар

7 көн

  • 114 һ.й. — имам Мөхәммәт әл-Бәкирҙең үлеме

9 көн

10 көн

  • Ҡорбан байрамы
  • 270 һ.й. — Әбү Иса әт-Тирмизи Жәми әт-Тирмизи тигән хәҙистәр йыйынтығын тамамлай.
  • 1121 йыл — фатими вәзире Әл-Әфдәл Шаһиншаһты үлтереү[1]

18 көн

  • Ғадир Һум — шиғый байрамы[2]

26 көн

Зөлхизә айы — әҙәбиәттә

Зөлхизә айы — хаж ҡылыр ай. Шуға күрә ошо ғибәҙәткә бәйле юлъяҙмаларҙа йыш телгә алына, сөнки айҙың билдәле бер көндәрендә тауаф ҡылыу, сәғи, Ғәрәфә тауында тороу, ҡорбан салыу, шайтандарға таш атыу кеүек ғибәҙәттәр башҡарыла. Хажиә һәм яҙыусы Гүзәл Ситдиҡованың «Йәннәт баҡсаһы» тигән китабынан өҙөктәр:

«

Зөлхизәлә — хаж ҡылыныр айҙа — Ғәрәбстан да, күрше дәүләттәр ҙә изге сәфәргә сығыусыларҙы ҡабул итер гигант ҡунаҡханаға әүерелә: мосафирҙарға ярҙам йөҙөнән, хәлле кешеләр йорттарын бушатып, хатта үҙ иҫәбенә туҡландыралар.

Зөлхизә айының туғыҙынсы көнөндә Ҡорбан байрамы башлана. Хаждағылар был көндө тулыһы менән Ғәрәфәттә үткәрергә тейеш. Таңға беҙҙе лә шунда алып киттеләр. Төркөмдәштәребеҙҙең бер өлөшө кистән үк Ғәрәфәткә юлланғайны инде, сөнки ғәрәптәрҙә яңы көн ҡояш байыу менән башлана.

Машиналар ағымының осо-ҡырыйы юҡ. Автобустар төнө буйы Мәккә менән Ғәрәфәт араһында ҡайнап торҙо. Таксиға ҡытлыҡ юҡ — күрше илдәрҙән дә бол эшләп ҡалыу ниәте менән Рамаҙан айында Сәғүд Ғәрәбстанына күпләп киләләр икән.

Бөгөн — яҡташтарым әйтмешләй, Әрәпә байрамы, зөлхизә айының туғыҙынсы көнө. Ғәрәфәт тауы исеменән килеп ингән икән дәһә был һүҙ телебеҙгә. Ожмахтан ергә төшөрөлгән Инәбеҙ Һауа менән Атабыҙ Әҙәм бер-береһен быуаттар дауамында эҙләгәндән һуң тап ошо көндә, ошо тауҙа килеп табышҡан, тиелә дини риүәйәттәрҙә[3]

»

Иҫкәрмәләр

  1. Avner Falk. Franks and Saracens: Reality and Fantasy in the Crusades. — London: Karnac Books, 2010. — С. 104. — 225 с.
  2. Послание, аят. Шиизм.ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2013. 2013 йылдың 2 декабрь көнөндә архивланған.
  3. Гүзәл Ситдиҡова. Йәннәт баҡсаһы .- Өфө, 2014. - 35,36 биттәр

Һылтанмалар

  • Такы Усмани. Месяц Зуль-Хиджа. AskImam.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2015.