Рамаҙан

Рамаҙан (рус. Рамадан; ғәр. رمضان[ra.ma.dˤaːn], йәки Рамаза́н (төр. Ramazan [ɾɑmɑˈzɑn]; рус. Рамазан)  — мосолман календарының туғыҙынсы айы. Ул исламда ураҙа тотоу айы булараҡ изге ай тип һанала. Ураҙа (саум, йәки ураҙа) — исламдың биш төп терәгенең береһе.

Был ай дауамында бәлиғ һәм аҡыллы мосолмандар таң атыуҙан алып ҡояш байығанға тиклем ашауҙан, эсеүҙән, тәмәке тартыуҙан, ирле-ҡатынлы яҡынлыҡтан һәм ислам әхлаҡына ҡаршы килгән ғәмәлдәрҙән тыйылып тора. Ашамлыҡ һәм эсемлектәр көнөнә ике тапҡыр ҡабул ителә: ҡояш сығыр алдынан (фәжр) һәм ҡояш батҡандан һуң (мәғриб).

Айҙың башланыуы һәм тамамланыуы

Ислам календарендәге башҡа айҙар кеүек үк, Рамаҙан да яңы айҙың нәҙек ярымайы — һиләл күренеү менән башлана һәм тамамлана[1]. Айҙың оҙонлоғо ай циклына ҡарап 29 йәки 30 көн тәшкил итә. Ай календары Григориан календарынан ҡыҫҡараҡ булғанлыҡтан, Рамаҙан йыл һайын яҡынса 10—12 көнгә иртәрәк башлана һәм 33 йыллыҡ цикл эсендә бөтә миҙгелдәрҙе лә үтеп сыға.

2026 йылда Рамаҙан айының башланыуы 18 февралдә ҡояш байыуы менән көтөлә, ә уның тамамланыуы 19 март кисенә тура килә[2]. Теүәл даталар төрлө илдәрҙә айҙы күҙәтеү ысулына ҡарап бер аҙ үҙгәрергә мөмкин.

Дини әһәмиәте

Рамаҙан айындағы ураҙа ҙур рухи мәғәнәгә эйә. Был ваҡытта мосолмандар ашауҙан ғына түгел, ә күңелде һәм тәнде таҙартыуға ла ынтыла. Киң мәғәнәлә ураҙа ялғандан, ғәйбәттән, насар уйҙарҙан һәм яман ниәттәрҙән тыйылыуҙы ла аңлата.

Ҡөрьәндә былай тиелә:

«Рамаҙан айы — кешеләр өсөн тура юл күрһәтеүсе һәм хаҡты ялғандан айырып аңлатҡан Ҡөрьән иңдерелгән ай. Кем һеҙҙең арағыҙҙан был айға тура килһә, ураҙа тотһон. Әгәр кемдер ауырыһа йәки юлда булһа, ул башҡа көндәрҙә шул тиклем көн ураҙа тотһон. Аллаһ һеҙгә еңеллек теләй, ауырлыҡ теләмәй...»

(Ҡөрьән, «Әл-Бәҡара» сүрәһе, 185-се аят)

Пәйғәмбәр Мөхәммәт әйткәнсә, Рамаҙанда ихлас күңелдән ураҙа тотҡан кешенең элекке гонаһтары ярлыҡана[3]. Ислам традицияһында был айҙа ожмах ҡапҡалары асыла, йәһәннәм ҡапҡалары ябыла, шайтандар бығау менән бәйләнә тип һанала.

Ураҙаның төп маҡсаты — тәҡүәлеккә (таҡуа) өлгәшеү һәм рухи камиллашыу.

Ай барышындағы ғәмәлдәр

Рамаҙан айында мосолмандың көндәлек тормошо доғалар һәм аш-һыу ваҡытына яраҡлаштырыла.

  • Сәхәр — таң алдынан ҡабул ителгән аш. Ҡайһы бер илдәрҙә кешеләрҙе уятыр өсөн барабан йәки ҡыңғырау тауышы ҡулланыла. Пәйғәмбәр сәхәргә торорға кәңәш иткән, сөнки унда бәрәкәт бар тип иҫәпләнгә[4].
  • Көндөҙ ашауҙан тыйылыу — ураҙаны боҙоусы ғәмәлдәрҙән ихлас ниәт менән тыйылыу.
  • Ифтар — ҡояш батҡандан һуң ураҙаны асыу өсөн киске аш (мәғриб намаҙынан һуң). Сөннәткә ярашлы, ифтарҙы хөрмә һәм һыу менән башлау ғәҙәте бар[5].

Ураҙаны асҡанда уҡыла торған доға:

«Һыуһау китте, тамырҙар туйынды, һәм, Аллаһ теләһә, әжер нығыны»[6].

.

Февраль-март айҙарында көн оҙонлоғо әкренләп арта. Шуға күрә Рамаҙан айы барышында сәхәр ваҡыты көн һайын 2—3 минутҡа иртәрәк башлана, ә ифтар ваҡыты 2—3 минутҡа һуңыраҡ була. Мосолмандарға уңайлы булһын өсөн һәр ҡала өсөн махсус ваҡыт таблицалары төҙөлә.

  • Тәрәүих (ғәр. لَيْلَةِ الْقَدْر‎— ял, тәнәфес) — мәсеттәрҙә коллектив рәүештә уҡылған өҫтәмә төнгө намаҙ. Был намаҙҙар ваҡытында бер ай эсендә Ҡөрьәнде тулыһынса уҡып сығырға тырышалар[7].

Ләйләт әл-Ҡәҙер (Ҡәҙер кисе)

Ләйләт әл-Ҡәҙер (ғәр. لَيْلَةِ الْقَدْر‎ — Ҡәҙер кисе) — исламда айырыуса хөрмәт ителгән төн. Ислам тәғлимәтенә ярашлы, тап ошо төндә 610 йылда Пәйғәмбәр Мөхәммәткә фәрештә Ябраил аша Ҡөрьәндең тәүге аяттары иңдерелгән[8].

Ҡәҙер кисенең аныҡ датаһы билдәле түгел, әммә күпселек ғалимдар уны Рамаҙандың һуңғы ун көнөндәге таҡ төндәрҙең береһенә — 21-се, 23-сө, 25-се, 27-се йәки 29-сы төндәрҙең береһенә тура килә тип иҫәпләй[9].

Мосолмандар был төндә киләһе йылға кешеләрҙең яҙмышы билдәләнә тип ышана. Шуға күрә ул доға, тәүбә һәм Аллаһтың мәрхәмәте тураһында уйланыу менән үткәрелә[10].

2026 йылда Ҡәҙер кисе яҡынса 11—19 март араһына тура килеүе көтөлә[11].

Рамаҙандың һуңғы ун көнө

Рамаҙандың һуңғы ун көнө айырыуса бәрәкәтле ваҡыт тип һанала. Был осорҙа мосолмандар Иғтикәф — мәсеттә рухи яңғыҙланыу ғәмәлен башҡара[12]. Улар ваҡыттарын намаҙға, Ҡөрьән уҡыуға һәм уйланыуға бағышлай, мәсеттән тик кәрәк булған осраҡта ғына сыға[13].

Ураҙаны боҙмаған ғәмәлдәр

  • Ислам хоҡуғы (Фиҡһ) ураҙаны боҙмай торған ҡайһы бер ғәмәлдәрҙе лә билдәләй:
  • онотоп ашап йәки эсеп ҡуйыу[14];
  • укол яһатыу, ҡан тапшырыу, хиджама (ҡан алыу)[15];
  • һыу ауыҙға йәки танауға инмәгән шартта йыуыныу;
  • ир менән ҡатын араһында үбешеү йәки наҙлау (шәхүәт орлоғо сыҡмаһа)[16];
  • теште Мисүәк йәки щётка менән таҙартыу (паста йотолмаһа)[17][18];
  • үҙ төкөрөгөн йотоү, ихтыярһыҙ ҡоҫоу[19];
  • һөрмә һәм хуш еҫле майҙар ҡулланыу[20].

Кемдәр ураҙа тотмай

Ураҙа тотоу бурысы бәлиғ һәм аҡыллы мосолмандарға ҡағыла[21]. Әммә түбәндәге кешеләр ураҙанан азат ителә:

  • ауырыу кешеләр һәм юлсылар (90 км-дан алыҫ юлда булғандар) — улар һуңынан ҡаза ураҙаһы тота[22];
  • йөклө һәм имеҙеүсе ҡатындар, шулай уҡ хайыз һәм нифас осорондағы ҡатындар[23][24];
  • ҡарт һәм дауалап булмаҫлыҡ сирле кешеләр — улар һәр ураҙа көнө өсөн бер ярлыны ашатырға тейеш (фидйә)[25][26];
  • үҙ ғәмәлдәре өсөн яуап бирә алмаған психик ауырыу кешеләр[21].

Ураҙаның тамамланыуы — Ғәйет әл-Фитр (Ураҙа байрамы)

Зәкәт әл-фитр (ғәр. زَكاةُ الفِطْرِ ‎— ураҙаны асыу саҙаҡаһы) — Ураҙа байрамы башланғанға тиклем мохтаждарға бирелергә тейешле махсус саҙаҡа. Зәкәт әл-фитр түләү мосолмандар өсөн мотлаҡ ғәмәлдәрҙең береһе (ваджиб) булып иҫәпләнә[27].

Ғаилә башлығы был саҙаҡаны үҙ ҡарамағындағы бөтә ғаилә ағзалары өсөн дә түләй[28]. Был ғәмәлдең маҡсаты — ураҙа айында ебәрелгән хаталар һәм кәмселектәр өсөн Кәффара булыуы, шулай уҡ ярлы кешеләргә байрамды лайыҡлы ҡаршылауҙа ярҙам итеү[29]..

Күләме һәм биреү тәртибе

Зәкәт әл-фитр аҙыҡ-түлек менән дә, аҡса менән дә бирелергә мөмкин. Минималь күләме — яҡынса 2—3 килограмм (бер са’) киң таралған аҙыҡ-түлек: хөрмә, арпа, дөгө һәм башҡа төп ризыҡтар[30].

Төрлө илдәрҙә был саҙаҡаның аҡсалата күләме йыл һайын айырым билдәләнә. Рәсәй мосолмандары Диниә назараты мәғлүмәттәре буйынса, 2026 йылға түбәндәге күләмен тәҡдим ителгән: аҙ килемле кешеләр өсөн — 250 һум; уртаса килемле кешеләр өсөн — 800 һум; мул тормошло кешеләр өсөн — 1300 һумдан алып күберәк[31].

Фидйә-саҙаҡа

Әгәр кеше хөрмәтле сәбәптәр арҡаһында (мәҫәлән, ауыр сир йәки оло йәш) Рамаҙан айында ураҙа тота алмаһа, ул фидйә-саҙаҡа — компенсация саҙаҡаһы бирә. Рәсәйҙә уның тәҡдим ителгән күләме яҡынса 400 һум тәшкил итә, әммә был сумма кешенең көндәлек туҡланыуға сығымдарына ҡарап үҙгәрергә мөмкин.

Йыл һайын түләнергә тейешле зәкәт өсөн мөлкәттең минималь сиге (нисаб) — 977 500 һум тип билдәләнә[32]..

Әгәр мосолман байрам намаҙы башланғанға тиклем зәкәт әл-фитрҙе биреп өлгөрмәһә, уның бурысы һаҡлана: ул был саҙаҡаны мөмкин булған иң яҡын ваҡытта мохтаждарға тапшырырға тейеш[33].

Рамаҙанда ҡотлау һүҙҙәре

Рамаҙан айында мосолмандар бер-береһен түбәндәге һүҙҙәр менән ҡотлай:

  • Рамаҙан мөбәрәк! (ғәр. رَمَضَان مُبَارك‎) — «Бәрәкәтле Рамаҙан булһын!»
  • Рамаҙан кәрим! (ғәр. رَمَضَانٌ كَرِيمٌ‎) — «Йомарт Рамаҙан!»
  • Тәҡәббәлаллаһ! (ғәр. تَقَبَّلَ اللَّهُ‎) — «Аллаһ (ғибәҙәттәрегеҙҙе) ҡабул итһен!»
undefined

Иҫкәрмәләр

  1. Пост месяца Рамадан. www.muslim.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 март 2026.
  2. Совет улемов ДУМ РФ уточнил даты начала и конца рамадана и определил размеры закят уль-фитр и искупительной милостыни. ДУМ РФ.
  3. 1219. Тому, кто во время рамадана будет поститься с верой и надеждой на награду Аллаха, простятся его прежние грехи | Иснад. isnad.link. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 март 2026.
  4. Сухур и ифтар (утренний и вечерний прием пищи) (ингл.). umma.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 март 2026.
  5. Абу Дауд. Сунан Абу Дауда. Хадис № 2356 (ғәр.) // Хадисы пророка Мухаммада.
  6. Абу Дауд. Сунан Абу Дауда. Хадис № 2357 (ғәр.) // Хадисы пророка Мухаммада.
  7. https://5namaz.com/russia/moskva/2026-ramadan/ Время намаза (сухура, ифтара) на Рамадан 2026: Москва. 5namaz.com.
  8. Zeidan, Adam. Laylat al-Qadr. Encyclopedia Britannica. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 февраль 2026.
  9. Сахих аль-Бухари. Хадис № 2017. Isnad.link.
  10. ДУМ РФ. Ночь Могущества и Предопределения в Коране (билдәһеҙ). «Мусульмане России» — Dumrf.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 март 2026.
  11. Мусульманские праздники и знаменательные события в 2026 году. Muslim.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 февраль 2026.
  12. Сахих аль-Бухари. Хадис № 2026. Isnad.link.
  13. Musharraf, Muhammad Nabeel. The Spiritual Retreat – Fiqh of Itikaf and Laylatul Qadr. — ICAN Sama-O-Basr Publications, 2021. — P. 14.
  14. Правильное питание: пост в Исламе (26 декабрь 2018). 17 март 2026 тикшерелгән.
  15. AR-RAD. 645. Хиджама (кровопускание) и донорство во время поста (31 март 2024). 17 март 2026 тикшерелгән.
  16. Поцелуи и объятия в пост (ингл.). umma.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 март 2026.
  17. Аль-Кардави, Ю. Фатава му‘асыра. В 2 т. — Бейрут: аль-Калям, 1996. — Т. 1. — С. 329.
  18. Аль-Бухари. Сахих аль-Бухари. Хадис № 887 (ғәр.) // Хадисы пророка Мухаммада.
  19. Аль-Бухари. Сахих аль-Бухари. Хадис № 2380 (ғәр.) // Хадисы пророка Мухаммада.
  20. Абу Дауд. Сунан Абу Дауда. Хадисы № 2378 и № 2379 (ғәр.) // Хадисы пророка Мухаммада.
  21. 1 2 Абу Дауд. Сунан Абу Дауда. Хадис № 4403 (ғәр.) // Хадисы пророка Мухаммада.
  22. Коран. Аль-Ба́кара, аят 185.
  23. Беременность и мусульманский пост (ингл.). umma.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 март 2026.
  24. Абу Дауд. Сунан Абу Дауда. Хадис № 2407 (ғәр.) // Хадисы пророка Мухаммада.
  25. Коран. Сура «аль-Бакара», аят 184. (ғәр.).
  26. Аль-Бухари. Сахих аль-Бухари. Хадис № 4505 (ғәр.) // Хадисы пророка Мухаммада.
  27. Аль-Бухари. Сахих аль-Бухари. Хадис № 1503 (ғәр.) // Хадисы пророка Мухаммада.
  28. Абу Дауд. Сунан Абу Дауда. Хадис № 1613 (ғәр.) // Хадисы пророка Мухаммада.
  29. Абу Дауд. Сунан Абу Дауда. Хадис № 1609 (ғәр.) // Хадисы пророка Мухаммада.
  30. ДУМ РФ. Богословское заключение № 1/26. Соблюдение поста в месяц рамадан (2026) (билдәһеҙ). «Мусульмане России» — Dumrf.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 февраль 2026.
  31. ДУМ РФ. Богословское заключение № 1/26. Соблюдение поста в месяц рамадан (2026) (билдәһеҙ). «Мусульмане России» — Dumrf.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 февраль 2026.
  32. ДУМ РФ. Богословское заключение № 1/26. Соблюдение поста в месяц рамадан (2026) (билдәһеҙ). «Мусульмане России» — Dumrf.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 февраль 2026.
  33. Духовное управление мусульман Российской Федерации: Богословское заключение № 1/26. Соблюдение поста в месяц рамадан (2026) (русский).

Әҙәбиәт

    • Бикташева Ф. М., Ғәлимова Ғ. Ғ., Абдулвәлиева А. Ш. Башҡортса дини календарь 2025. — Өфө: Китап, 2024. — 384 с. — 9000 экз.
урыҫ телендә
  • Али-заде, А. А. [648 Рамадан] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Гогиберидзе Г. М. Исламский толковый словарь. — Ростов н/Д: Феникс, 2009. — 266 с. — (Словари). — 3000 экз. — ISBN 978-5-222-15934-7.
  • Ньюби Г. Краткая энциклопедия ислама = A Concise Encyclopedia of Islam / Пер. с англ.. — М.: Фаир-пресс, 2007. — 384 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8183-1080-0.
  • Резван Е. А. Рамадан // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 197—198. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Рамадан // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.) т. XXVI, с. 244

Тема буйынса өҫтәмә