Яңы ай

Яңы ай (лат. Luna nova, novilunium, рус. Новолу́ние) — Айҙың эпилиптик оҙонлоғо Ҡояш менән бер тигеҙ булғанда Ай фазаһы[1]. Был ваҡытта Ай Ер менән Ҡояш араһында була. Ер, Ай, Ҡояш теүәл бер һыҙыҡта булһалар, Ҡояш тотолоуы күҙәтелә[2].

undefined
undefined

Дөйөм мәғлүмәт

Яңы ай ваҡытында Ай төнгө күктә күренмәй, сөнки ул был ваҡытта күк сфераһында Ҡояшҡа бик яҡын (-тан алыҫ түгел) һәм шул уҡ ваҡытта беҙгә төнгө яғы менән боролған була. Әммә ҡайһы берҙә уны ҡояш дискыһы (ҡояш тотолоуы) фонында күрергә мөмкин. Бынан тыш, яңы айҙан һуң йәки унан алда бер ни тиклем ваҡыт үткәс (ғәҙәттә ике көн тирәһе[3]) бик асыҡ атмосферала Ерҙән сағылған көсһөҙ яҡтылыҡ нурҙарында Ай дискын (Айҙың көл яҡтылығын) күрергә мөмкин.

Яңы айҙар араһындағы интервал уртаса 29,530589 тәүлек (синодик ай) тәшкил итә[4].

Яңы ай урыҫ халыҡ күҙаллауында — айҙың тыуыуы (ай урағы) образы булып урын алған[5]. Шуға бәйле, әгәр яңы ай ваҡытында ямғыр яуһа, халыҡта ай «йыуына» тип әйтәләр[6], был һынамыш, мәҫәлән, Л. Н. Толстой әҫәрҙәтендә телгә алына[6].

Яңы ай һәм календарҙар

Яңы айҙа йәһүд Яңы йылы һәм 60 йыллыҡ цикллы ҡытай (япон, корея, вьетнам) Яңы йылы башлана.

Яңы ай диндә

Яңы айҙы байрам итеү Иҫке Ғәһедтә айырыуса әһәмиәтле (Чис. 10:10). Был көн торба тауышы менән (Чис. 28:11—15) иғлан ителә һәм үткәрелә (Пс. 80:4). Яңы ай башланған көндәр дөйөм йыйылыш һәм ҡорбан салыу менән иртән һәм кис ғибәҙәтханала (Ис. 1:13) һәм өйҙә мәжлес янында дауаи итә. Яңы ай көндәрендә постар үтәлмәй, сауҙа һәм йәмәғәт шөғөлдәре туҡтатыла.[7]

Яңы айҙан һуң айҙы күргәс, йәһүд йолаһы буйынса, «Айҙы Фатихалау»доғаһы уҡыла.

Викка динендә тулы айҙа һәм яңы айҙа эстбат байрамы үткәрелә (ингл. estbat)[8].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Meeus J. Astronomical Algorithms. — Willmann-Bell, 1991. — P. 319. — 429 p. — ISBN 9780943396354.
  2. Новолуние // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. Жданов А. Луна, спутник Земли // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  4. Аллен К. У. Астрофизические величины. — Москва: Мир, 1977. — С. 28, 137. — 279 с.
  5. Например, в словаре В. Даля: «Завтра месяц рождается, новолуние», см. в источнике: Толковый словарь живого великорусского языка Владимира Даля. — СПб. — М.: Издание т-ва М. О. Вольф, 1907. — Т. 3. П — Р. — Стб. 1699.
  6. Л. Н. Толстой. Собрание сочинений в двенадцати томах. — М.: Правда, 1987. — Т. 2. — С. 446. — (Библиотека «Огонек». Отечественная классика). — 1 500 000 экз.
  7. Новолуние // Библейская энциклопедия архимандрита Никифора. — М., 1891—1892.
  8. Wiccan Beliefs & Practices: With Rituals for Solitaries & Covens (инг.). — Llewellyn Worldwide, 2001. — P. 116. — 340 p.

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар