Ай фазалары

Ай фазаларыЕрҙәге күҙәтеүселәргә күренгәнсә, Ҡояш менән яҡтыртылғанАйҙың күренгән өлөшөнөң эҙмә-эҙлекле үҙгәреү стадиялары. Ай дауамында Айҙың яңы ай, йәш ай, беренсе сирек, үҫеп килгән (килгән) ай, тулы ай, кәмегән ай, һуңғы сирек һәм иҫке ай кеүек фазаларын күҙәтергә мөмкин, шунан һуң цикл ҡабатлана[1].

Лимб тип Ай дискыһының күренгән сиге атала.

undefined

Төп фазалар

Ай фазаларының үҙгәреүе Ерҙең, Айҙың Һәм Ҡояштың бер-береһенә ҡарата урынлашыуының нисек үҙгәреүенә бәйле[1].

Ай фазаһы ай дауамында яңы ай, йәш ай, беренсе сирек, үҫеп килгән (килгән) ай, тулы ай, кәмегән ай, һуңғы сирек һәм иҫке ай фазалары бер — береһен алмаштыра. Яңы ай ваҡытында Ай дискыһы тулыһынса ҡараңғылана, тулы ай ваҡытында тулыһынса яҡтыртыла. Йәш Һәм иҫке ай нәҙек ураҡ рәүешен ала.

Айҙың фаза алмашыныуы циклы синодик ай тип атала. Ул яҡынса 29,5306 уртаса ҡояш тәүлегенә тиң һәм ай календарҙарының нигеҙендә ята. Ай орбитаһының эллиптик булыуы арҡаһында ай фазаларын алмаштырыу циклының оҙайлығы даими түгел[1].

Яңы айҙан һуң яҡынса 7 тәүлек һәм 10 сәғәт үткәс, беренсе сирек тип аталған фаза башлана. Был ваҡытҡа ай һәм ҡояш дисктары араһындағы мөйөш алыҫлығы 90° тәшкил итә, Ҡояш ай дискыһының уң яртыһын ғына яҡтырта (Ерҙең төньяҡ ярымшарынан күҙәткәндә). Ай Ҡояшҡа ҡаршы яҡта булғанда, тулы ай башлана. Яңы айҙан һуң яҡынса 14 тәүлек һәм 18 сәғәт үткәс, Ай Ҡояшҡа уң яҡтан яҡынлаша башлай, ай дискыһының яҡтыртылған өлөшө кәмей һәм әкренләп Айҙың һул өлөшө күренә башлай. Яңы айҙан һуң 22 көн һәм 3 сәғәт үткәс, Айҙың һуңғы сирегендә төн уртаһында ҡалҡып сыға һәм төндөң икенсе яртыһында күренә. Ай дискыһы әкренләп ҡояш дискыһына уң яҡтан яҡыная, уны ҡыуып етә, шунан һуң ай дискыһы күренмәй башлай. Яңы ай башлана[2][3][4].

Ерҙең Көньяҡ ярымшарынан күҙәтеү өсөн фазалар көҙгөлә кирегә әйләндерелгән, ә ер экваторы зонаһынан күҙәткәндә 90% — ҡа боролған булып күренә.

undefined
undefined
Горизонтҡа ҡарата күҙәтеү формаһы
Исеме Төньяҡ
ярымшар
Экватор Көньяҡ
ярымшар
Үрге
кульминация
Ҡалҡыу Ҡалҡыу Ҡалҡыу Үрге
кульминация
Яңы ай (картинала 1)
New moon symbol.svg New moon symbol.svg New moon symbol.svg New moon symbol.svg New moon symbol.svg
Йәш ай (2)
Waxing crescent moon (fixed width).svg
Waxing crescent moon (fixed width).svg
Waxing crescent moon (fixed width).svg
Waning crescent moon (fixed width).svg
Waning crescent moon (fixed width).svg
Беренсе сирек (3)
First quarter moon symbol.svg
First quarter moon symbol.svg
First quarter moon symbol.svg
Last quarter moon symbol.svg
Last quarter moon symbol.svg
Тулыусы ай (4)
Waxing gibbous moon (fixed width).svg
Waxing gibbous moon (fixed width).svg
Waxing gibbous moon (fixed width).svg
Waning gibbous moon (fixed width).svg
Waning gibbous moon (fixed width).svg
Тулы ай (5)
Full moon symbol.svg Full moon symbol.svg Full moon symbol.svg Full moon symbol.svg Full moon symbol.svg
Кәмеүсе ай (6)
Waning gibbous moon (fixed width).svg
Waning gibbous moon (fixed width).svg
Waning gibbous moon (fixed width).svg
Waxing gibbous moon (fixed width).svg
Waxing gibbous moon (fixed width).svg

Һуңғы сирек (7)

Last quarter moon symbol.svg
Last quarter moon symbol.svg
Last quarter moon symbol.svg
First quarter moon symbol.svg
First quarter moon symbol.svg
Иҫке ай (8)
Waning crescent moon (fixed width).svg
Waning crescent moon (fixed width).svg
Waning crescent moon (fixed width).svg
Waxing crescent moon (fixed width).svg
Waxing crescent moon (fixed width).svg

Ғәҙәттә, һәр айға бер тулы ай тура килә. Әммә ҡайһы берҙә бер айҙа ике тулы ай була, һәм шул саҡта уларҙың икенсеһен зәңгәр ай тип атайҙар. Сәбәбе - ай циклы календарь айҙан ҡыҫҡараҡ-ул 29,5306 тәүлек, ә айҙа 30-31 көн дауам итә. Ике тулы ай менән ай өс йылға бер тапҡыр була.

Әҙәбиәт

  • Антон Ковалёв. Я тебя никогда не забуду // Тарпон. Люди, яхты, горизонты. — 2013. — № 1.
  • Оксана Абрамова. Взламывая астрономию / Под ред. М.Ю. Шевченко. — Москва: АСТ, 2021. — 304 с. — (Взламывая науку). — ISBN 978-5-17-118143-7.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Фазы Луны. Большая российская энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ноябрь 2023.
  2. Оксана Абрамова, 2021, с. 88
  3. Оксана Абрамова, 2021, с. 89
  4. Оксана Абрамова, 2021, с. 90

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар