Көфөрлөк

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Көфөр (ғәр. كفر ‎ — Аллаһҡа ышанмау) — Исламда иң ҙур гонаһ  — Аллаһы тәғәләгә ышанмауҙы билдәләгән термин. Көфөрлөккә төшкән кешене кафыр тип атайҙар.

Көфөрлөк төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Көфөрлөктөң ҙур һәм бәләкәй төрҙәргә бүленә [1]. Ҙур көфөрлөк менән бәләкәйе араһында нигеҙҙә 4 айырма бар:

  1. Ҙур көфөрлөк иманғаа, тәүхидкә бөтөнләй тап килмәй, ә имандың тулы булмауы бәләкәй көфөрлөккә инә.
  2. Ҙур көфөрлөк бөтә яҡшы ғәмәлдәрҙе юйҙырта һәм кешене Исламдан сығара, ә бәләкәй көфөрлөк Исламдан сығармай.
  3. Ҙур көфөрлөк, әгәр кеше тәүбә итмәһә, Аллаһ тарафынан ғәфү ителмиәй, ә бәләкәй көфөрлөктөң ғәфү ителеүе ихтимал.
  4. Ҙур көфөрлөк кешене мәңгегә тамуҡҡа илтә, ә бәләкәй көфөрлөк ауыр язаға сәбәп булып тора.

Имам ибн әл-Ҡаййим ҙур көфөрлөктө биш төргә бүлә:

  1. Куфр әт-тәкҙиб (ғәр. كُفْرُ التَكْذِيب‎) - Пәйғәмбәрҙәрҙе алдыҡсылыҡта ғәйепләү, уларҙы ялғансы тип һанау.
  2. Куфр әл-истиҡбар (ғәр. كُفْرُ الإِسْتِكْبَار‎) - тәкәбберлек менән бәйле көфөрлөк; исламдың хаҡлығын белә тороп, уны ҡабул итмәү.
  3. Куфр әл-иғрәд (ғәр. كُفْرُ الإِعْرَاض‎) - Исламды тулысынча инҡар итеүгә, иҫәпкә алмауға нигеҙләнгән көфөрлөк; Мөхәммәт (Пәйғәмбәр)ҙән (салләллаһу ғәләйһи үәссәләм) тулыһынса тайшаныу (рисәләтен хаҡ тип тә, ялған тип тә әйтмәү).
  4. Куфр әш-шәкк (ғәр. كُفْرُ الشَّكّ‎) - Исламдың хаҡлыгында шикләнеү.
  5. Куфр ән-нифак (ғәр. كُفْرُ النِفَاق‎) - ике йөзлөлөк-нифакҡа юл ҡуйған көфөрлөк; мосолманлығы тыштан ғына булыу, ә күңелендә дин юҡ .

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Али-заде, А. А. Кяфир (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.
  • Гогиберидзе Г. М. Исламский толковый словарь. — Ростов н/Д: Феникс, 2009. — 266 с. — (Словари). — 3000 экз. — ISBN 978-5-222-15934-7.
  • Ермаков Д.В. Куфр // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 145.
  • Эль Зант Камаль. Виды куфра // Расскажи мне о вере. — Идел-Пресс, 2007. — 528 с. — ISBN 978-5-85247-193-2.