Ғәшүрә

Ғәшүрә (рус. А́шура; ғәр. عاشوراء‎‎) — Исламда айырата хөрмәтләнә торған көн, ул мөхәррәм айының 10-сы көнөнә тура килә; сөнниҙәрҙә был көн Аллаһтың Муса пәйғәмбәрҙе һәм Бәни исраилде Фирғәүен ғәскәренән ҡотолдороуы хөрмәтенә сөннәт ураҙа тотоу менән билдәләнә, шиғыйҙарҙа мәтам көнө булараҡ билдәләнә, сөнки был көндә шиғый шәһиттәрен, иң әүәл имам Хөсәйен ибн Ғәлиҙе иҫкә алған көн[1].

Шулай уҡ ул — ошо көндә әҙерләнгән Ашүрә ризығы атамаһы ла.

Сөнниҙәрҙә Ғәшүрә

Сөнниҙәр мөхәррәм — Ислам календарының беренсе айы тип һанай, ул дүрт харам айҙың береһе, улар хаҡында Аллаһ Ҡөрьәндә былай ти:

« Ысынлап та, Аллаһ хозурындағы айҙарҙың һаны — Ул күктәрҙе һәм Ерҙе яралтҡан көндө — Аллаһтың китабында ун ике ай. Уларҙың дүртеһе — харам ай, был — хаҡ дин: ул айҙарҙа үҙ-үҙегеҙгә золом ҡылмағыҙ һәм, күп илаһтарға табыныусыларҙың барыһы ла һеҙҙең менән һуғышҡан кеүек, һеҙ ҙә уларҙың барыһы менән дә һуғышығыҙ һәм белегеҙ: Алла тәҡүәләр менән!
»

Сөнни ғалимдар хәҙистәрҙә Нух (Ной) кәмәһе (табут ән-Нух) туфан ҡалҡҡандан һуң ошо көндә ҡоро ергә килеп сығыуы, ә Муса пәйғәмбәр һәм Бәни исраил Фирғәүен ғәскәренән ҡотолоуы тураһында әйтелгән тип раҫлай[2].

Ғәшүрә көнө сөнниҙәр сөннәт, йәғни теләк буйынса, ураҙа тота. Ундай ураҙаны Мөхәммәт с.ғ.с. Мәҙинәлә тота башлай [3]. Риүәйәттәрҙә бәйән ителеүенсә,Мөхәммәт с.ғ.с. һижрәт ҡылғас, Ғәшүрә көнө йәһүҙиҙәрҙең Муса пәйғәмбәрҙе һәм Бәни Исраилде Аллаһтың Фирғәүен ғәскәренән ҡотолдороуы айҡанлы ураҙа тотоуын белеп ҡала. Мөхәммәт с.ғ.с. мосолмандар йәһүҙиҙәргә ҡарағанда ла Муса пәйғәмбәрҙе ололоҡларға тейеш, ти һәм үҙе лә ураҙа тота, сәхәбәләрнә лә шулай итергә ҡуша[2].

Боронғо ғәрәптәрҙең дә Ғәшүрә көнө ураҙа тотоуы билдәле[2].

Ғәшүрә көнө ураҙа тотоу мөстәхәб, әммә фарыҙ түгел. Әбү Хәнифә әйтеүенсә, ул Рамаҙан айында ураҙа тота башлағансы ғына фарыҙ булған[3]. Пәйғәмбәр сөннәтенә ярашлы, йәһүҙиҙәрҙән айырмалы, Ғәшүрәлә ураҙаны 2 көн тотоу хәйерле (9-10, йәки 10-11 Мөхәррәм)[2].

Байрам һәм дини йолалар айҙың беренсе ун көнлөгөндә, бигерәк тә Ғәшүрә көнөндә — Мөхәррәм айының унынсы көнөндә башҡарыла. Дини риүәйәткә ярашлы, был көндә донъя барлыҡҡа килгән һәм башҡа әһәмиәтле ваҡиғалар булған: Ибраһим тыуған, Муса фирғәүендәрҙең эҙәрлекләүенән ҡотолған, Әҙәм үҙенең гонаһына тәүбә иткән, Юныс кит эсенән ҡотолған, Нухтың көймәһе Джуди тауында туҡтаған[4]. Дөйөм ҡыуаныс изге эштәрҙә һәм ғәмәлдәрҙә, аҙ тәьмин ителгәндәрҙе һәм балаларҙы һыйлауҙа, интегеүселәрҙең һәм сирлеләрҙең хәлен белеүҙә һ.б. сағыла. Сөнниҙәрҙә Хөсәйенде иҫкә алыу тыныс үтә[3].

Хәҙистәрҙән

{{Цитата |Сәхәбәләр: «Йә, Рәсүлуллаһ! Башҡа көндәргә ҡарағанда ни өсөн Ғәшүрә көнөн Аллаһы Тәғәлә шулай артыҡ итте?»- тип һораған. Рәсүлүллаһ былай тигән: "Дөрөҫ, Аллаһы Тәғәлә ерҙәрҙе үә күктәрҙе Ғәшүрә көнөндә яратты, диңгеҙ лә Ғәшүрә көнөндә яратты, Ләүхел – Мәхфузделә, ҡәләмде лә Ғәшүрә көнөндә яратты. Әҙәмде Ғәшүрә көнөндә яратты, әсәбеҙ Һауаны Ғәшүрә көнөндә яратты. Йәннәтте яратты һәм атабыҙ Әҙәмде ожмахҡа Ғәшүра көнөндә индерҙе.

Был көндә:

Ибраһим ғәләйһиссәләм Ғәшүрә көнөндә тыуҙы. Ул (Ибраһим ғәләйһиссәләм) шул уттан Ғәшүрә көнөндә ҡотҡарылды. Ҡорбан салыу Ибраһим ғәләйһиссәләм Ғәшүрә көнөндә бойоролдо.

Фирғәүен батшаһы Ғәшүрә көнөндә батырылды һәм Бәни Исраил улдары уның эҙәрлекләүенән ҡотолдо.

Әйүб ғәләйһиссәләм Ғәшүрә көнөндә пәйғәмбәр итеп ебәрелде.

Аллаһы Тәғәлә Әҙәм ғәләйһиссәләмдең тәүбәһен Ғәшүрә көн ҡабул итә.

Дауыт ғәләйһиссәләмдең гонаһы Ғәшүрә көнөндә ярлыҡанды.

Ибраһим пәйғәмбәрҙең улы Исмәғил был көндә тыуҙы.

Юныс пәйғәмбәр балыҡ ҡарынынан ҡотолдо.

Йософ пәйғәмбәр ҡойонан сығарылды.

Сөләймән ғәләйһиссәләмдең падишаһлығы Ғәшүрә көнөндә үҙенә ҡайтарылды.

Ғайса ғәләйһиссәләм Ғәшүрә көнөндә тыуҙы.

Иҙрис ғәләйһиссәләм үә Ғайса ғәләйһиссәләм мәртәбәгә Ғәшүрә көнөндә күтәрелделәр.

Был көн Нух ғәләйһиссәләмдең көймәнән ергә баҫҡан көнөлөр. Шулай булғас, Нух ғәләйһиссәләм ул көндә шөкөр йөҙөнән ураҙа тотто. Ул туфандан ҡотолоп ергә баҫты[5].

Шиғыйҙарҙа Ғәшүрә

Шиғыйҙар Ғәшүрәне имам Хөсәйен мәтамы рәүешле үткәрә. Мәтам мөхәррәмдең тәүге ун көнө дауамында бара, Ғәшүрә көнө иң ныҡ ҡайғылы көнгә әүерелә. Ошо көндә, 680 йылдың 10 октябрендә (йәки һижри 61 йыл), Кәрбәлә һуғышында имам Хөсәйен, ағаһы Ғәббәс ибн Ғәли һәм уларҙың 70 арҡалашы үлтерелә. Уларҙың ғазаплы үлемен шиғыйҙар йыл да мәтам итеп үткәрә [3]. Шахсей-вахсей йолаһы Иран, Әзербайжан, Ираҡ, Афғанстан, өлөшләтә Тажикстан, Паҡстан, Төркиәлә һәм шығыйҙар йәшәгән башҡа мосолман илдәрендә таралған[6].

Алыш урынында — «ыҙаланыусылар ҡанында» Кербела ҡалаһы төҙөлә. Уларҙың интегеп үлеүен иҫтәлегенә шығыйҙар йыл һайын матәм — тазия үткәрә[3]. Был көндә ҡалаға миллионлаған кеше зыярат ҡылырға килә. Иранда һәм Ираҡта мәсет, мәҙрәсә ихаталарында, махсус урындарҙа (такия, хөсәйнмә)[7] Хөсәйендең, уның арҡалаштарының интегеүе тураһында ҡиссалар уҡылған йыйылыштар ойошторола. Урамдарҙа хәрәкәт иткән кешеләр үҙҙрен сынйыр менән туҡмай, ҡылыс менән йәрәхәтләй, үҙ-үҙҙәрен йоҙроҡтары менән туҡмай. Матәм мистерияһы (рус.)баш. барышында шығыйҙар имам Хөсәйендең һәм уның арҡалаштарының алышы һәм һәләк булыуын сәхнәләштерә[3]. Йола буйынса һаман да үҙеңә йәрәхәт һалыу дауам итһә лә, хәҙерге ваҡытта ул символик әһәмиәткә эйә[8].

undefined

Реза шаһ Пехлеви осоронда (1925—1941) Иранда урам буйлап йөрөүҙәр, мистериялар тыйылған була, әммә уны бик үтәп бармайҙар. Ирандың дини етәкселәре Ғәшүрә көнөн сәйәси сығыштар өсөн файҙалана. Иранда Ислам революцияһынан (рус.)баш. һуң тыйыу көсөн юғалта[3]. Иранда шығыйҙар хәрәкәте Кәрбәләа ҡалаһы эргәһендәге тарихи ваҡиғаларҙан һуң киң тарала һәм үҙ аллы айырым дини хәрәкәт ойошоуға йоғонто яһай[9].

Ғәшүрә көнөндә «коллектив иҫкә алыу» тураһында Рәсәй этнографтары М. Солоненко менән Е. Капустина «Дербентта Ғәшүрә» фильмын төшөрә[10][11].

Йәһүдиәттә Ғәшүрә

Йәһүд динендә Ғәшүрә байрамы иң ололоҡло, сөнки тап был көндә Аллаһы Тәғәлә Мусаны һәм уның арҡалаштарын Мысырҙа иҙеүҙән ҡотҡара һәм был көн Йом-Кипур (Кисерелеү көнө) тип атала һәм мосолмандарҙың Ғәшүрә байрамы менән тап килмәй[12], сөнки мосолмандар Ислам календары буйынса йылдың аныҡ ваҡытына бәйле түгел.

Башҡорттарҙа Ғәшүрә

Башҡорттарҙа Ғәшүрә Мөхәррәм айының унынсы көнө булараҡ билдәле. Ғәшүрә һүҙе — ғәрәпсә ун һанын аңлата. Был көн айырата хөрмәтләүгә лайыҡ тип ҡабул ителгәнлеге халҡыбыҙҙа Ғәшүрә тигән исемдән дә күренә. Был исемде ғәҙәттә ошо көндә донъяға килгән балаларға ҡушҡандар[13]

Ризыҡ булараҡ ашүрә

Төп мәҡәлә:Ашүрә

Иҫкә алыу һәм рәхмәтле булыу көнөндә төп ризыҡ тип «ашүрә» һанала. Риүәйәт буйынса, Нух туфандың һуңғы көнөндә ризыҡ запастарының ҡалғанын йыйып, тере ҡалғандарҙың барыһын да ашатыу өсөн ҡулланған. Төрлө илдәрҙә уның составы төрлөсә булырға, үҙгәрергә мөмкин: Төркиәлә, ул, нигеҙҙә, татлы ризыҡ, Әзербайжанда — «хедик» (хадик, хядик әзерб. hədik) тип атала һәм бойҙай, кукуруз, ноҡот борсағы, яҫмыҡ борсағынан һ.б. әҙерләнә. Айырым төбәктәрҙә уға ит тә ҡушалар[14], әммә, ҡағиҙә булараҡ, был ризыҡ ярмаларҙан әҙерләнә. Тәмләндереү өсөн сәтләүектәр һәм емеш-еләк ҡушыла.

Ғәшүрә 2026 йылда

Башҡа мосолман байрамдары кеүек үк, Ғәшүрә көнө лә ай календары буйынса билдәләнә, шуға күрә йыл һайын дата үҙгәрә. Йола буйынса, ул Мөхәррәмдең унынсы көнөнә тура килә. Сөнни традицияһында ул изге яҙма тарихындағы бер нисә мөһим ваҡиға менән бәйле — Муса Пәйғәмбәрҙең (Муса) һәм уның халҡының — Исраил улдарының ҡотолоуы, шулай уҡ Мөхәммәт пәйғәмбәр тәҡдим иткән ураҙа менән бәйле. Шиғыйҙар өсөн был көн ҡайғылы характерҙа һәм фажиғә тураһында хәтер менән бәйле: 680 йылда (һижрәнең 61-се йылында) Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ейәне Имам Хөсәйендең Кербеле янындағы алышта ғазаплы һәләк була. 2026 йылда был көн 25 июнгә тура килә[15][16].

Иҫкәрмәләр

  1. Ғәшүрә көнө // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2026)
  2. 1 2 3 4 Али-заде. Исламский энциклопедический словарь. Мухаррам. Архивировано 13 ноябрь 2024 года. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2026)
  3. 1 2 3 4 5 6 7 Ислам: ЭС, 1991 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2026)
  4. Мусульмане отмечают день «Ашура». ТВК «Исламский Мир». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026. Архивировано 18 май 2019 года. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2026)
  5. Ғәшүрә көнө (башҡ.). «Әбйәлил» гәзите сайты (6 октябрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026.
  6. Седанкина Т.Е. Шиитские ритуальные практики в теолого-психологическом контексте // Психология личности : Журнал. — 2018. — № 12(2). — С. 559—570. — ISSN 2618-956. Архивировано 18 октябрь 2021 года. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2026)
  7. Jean Calmard. Ḥosayniya // Ираника. (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2026)
  8. Никита Смагин. Пластмассовые цепи и нарисованная кровь. Как иранцы встретили Ашуру. tass.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026. Архивировано 4 октябрь 2019 года. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2026)
  9. Баранов А.В. Политика памяти и традиция Ашура в Исламской Республике Иран // История и историческая память : Журнал. — 2015. — № 11. — С. 159—179. — ISSN 2218-5488. Архивировано 20 октябрь 2021 года. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2026)
  10. Капустина Е.Л., Солоненко М. Шахсей-Вахсей в Дербенте: Традиция Ашуры в начале XXI в // МАЭ РАН : Лавровский сборник. — 2006—2007. — С. 105—109. — ISBN 978-5-88431-150-3. Архивировано 2 май 2020 года. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2026)
  11. Хусе́йн / Т. К. Кораев // Хвойка — Шервинский. — М. : Большая российская энциклопедия, 2017. — С. 234. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 34). — ISBN 978-5-85270-372-9. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2026)
  12. День Ашура. Официальный сайт Совета муфтиев России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2026)
  13. Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2005. — 147-се бит (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2026)
  14. История и традиции кавказской кухни. Культура.РФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 апрель 2020. Архивировано 3 апрель 2020 года. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2026)
  15. Мусульманские праздники и знаменательные события в 2026 году. Официальный сайт Совета муфтиев Духовного управления мусульман Российской Федерации. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026. (рус.)
  16. Исламский календарь на 2026 год: главные праздники по месяцам и их значение. Сайт газета.ru (26 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Али-заде. Исламский энциклопедический словарь. Мухаррам. Архивировано 13 ноябрь 2024 года. (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2026)
  • Кушев В. В. Ашура // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 33. (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2026)
  • Ahmed A.K. The Hidden Truth about Karbala. — Qum: Ansariyan Publications, 2009. (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2026)

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар