Юныс (пәйғәмбәр)
Биографияһы
Дәғүәт
Юныс пәйғәмбәр Ниневияла йәшәгән халҡына бер аллалыҡ дәғүәте өсөн ебәрелә. Буйһонмаҫ халыҡ оҙаҡ йылдар буйына Юнысты кире ҡаға, һәм шул саҡта ул Раббынан бының өсөн ҡаты яза биреләсәген иҫкәртеп, уларҙы ташлап китергә ҡарар итә. Аллаһ уға кисекмәҫтән кире ҡайтырға һәм үҙ халҡы араһында ҡырҡ көн дауамында дәғүәтен дауам итергә ҡуша. Юныс пәйғәмбәр Аллаһтың ҡушҡанын үтәй һәм кире әйләнеп ҡайта, әммә кешеләр һаман уны тыңларға теләмәй. Шул саҡта Юныс, өмөтөн юғалтып, утыҙ етенсе көнгә Ниневиянан китә.
Ниневия халҡының тәүбәһе
Пәйғәмбәр Юныс Ниневиянан киткәндән һуң ҡаланы ҡара болоттар ҡаплай. Кешеләр ныҡ ҡурҡа һәм Аллаһтан мәрхәмәт һорап, доға ҡыла башлай. Улар Юносты ғәҙелһеҙ кире ҡаҡҡандарын аңлап, үкенәләр һәм Аллаһҡа иман килтерәләр. Аллаһ уларҙың гонаһтарын ғәфү итә һәм ҡара болоттар ҡала өҫтөнән тарала башлай. Ҡөрьәнгә ярашлы, Ниневия халҡы тәүбә иткәндән һуң ҡаты язанан ҡотолған берҙән-бер халыҡ була[1]. Пәйғәмбәр халҡының язаға тарттырылмауын күрә, әммә уны йәнә алдаҡсы тип иғлан итеүҙәренән шикләнеп, ҡалаға инергә баҙнат итмәй. Ҡурҡып, Юныс Тигр йылғаһына юллана, карапҡа ултырып, диңгеҙгә йөҙөп китә.
Кит ҡорһағында һынау
Юныс пәйғәмбәр ултырған карап асыҡ диңгеҙгә сыҡҡас, көтмәгәндә һыуҙа ҡатып ҡала. Команданың уны урынынан күсерергә маташыуы уңышһыҙ тамамлана, һәм шул саҡта карапта үҙенең хужаһынан ҡасып килгән ҡол булыуын фараз итәләр. Уларҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә ярашлы, ҡасҡын ҡолдарҙы асыҡлау өсөн тотҡан йәрәбә кемгә төшһә, ҡалған экипажды ҡотҡарыу өсөн шуны диңгеҙгә ташларға тейеш булғандар. Пәйғәмбәр уларға нәҡ ошо хәлдең сәбәпсеһе булыуын таный, әммә уға ышанмайҙар. Йәрәбә Юнысҡа өс тапҡыр сыҡҡандан һуң, уны диңгеҙгә ташлайҙар[2]. Юнысты эргәлә йөҙөп барған кит (йонос балығы) йота[3]. Кит эсендә тулыһынса аңында ҡалған Юныс сабырһыҙлығы өсөн үкенә, Һәм Аллаһ уны ғәфү итә[4].
Бер нисә көн кит эсендә йөрөп көсһөҙләнгән Юныс пәйғәмбәр диңгеҙ буйына сығарып ташланыла[5]. Уның янында ҡабаҡ ағасы үҫеп сығып, Ҡояштан һәм бөжәктәрҙән һаҡлай[6]. Бер нисә көндән хәл инеп, Юныс Аллаһ бойороғо буйынса йәнә үҙ халҡына бара һәм пәйғәмбәрлек эшмәкәрлеген дауам итә[7].
Ҡайтыуы
Риүәйәттәргә ярашлы, Юныс пәйғәмбәр Ниневияға яҡынлашҡас, бер көтөүсене осрата, ул Юныс киткәндән һуң булған хәл тураһында һөйләй һәм, ҡотҡарылған халыҡ пәйғәмбәрҙең кире ҡайтыуын көтә, тип өҫтәй. Ҡала халҡы, Юныстың ҡайтыуы тураһында белгәс, шатланып ҡабул итә, дингә һәм дөрөҫ табыныуға өйрәнә башлай.
Юныс сүрәһе
Иҫкәрмәләр
- ↑ Йунус https://ru.quranacademy.org/quran/10:98-98/kul
- ↑ Ас-Саффат https://ru.quranacademy.org/quran/37:140-141-140-141/kul
- ↑ Ас-Саффат https://ru.quranacademy.org/quran/37:142-142/kul
- ↑ Әл-Әнбиә https://ru.quranacademy.org/quran/21:87-87/kul
- ↑ Ас-Саффат https://ru.quranacademy.org/quran/37:145-145/kul
- ↑ Ас-Саффат https://ru.quranacademy.org/quran/37:146-146/kul
- ↑ Ас-Саффат https://ru.quranacademy.org/quran/37:147-148-147-148/kul
Әҙәбиәт
- Пиотровский М. Б. Йунус // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 121. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
- Али-заде, А. А. Йунус // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Yūnus / B. Heller-[A. Rippin]. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)