Ильяс (пәйғәмбәр)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ильяс
ғәр. إلياس
Портрет
Шәхси мәғлүмәт
Тыуған ваҡыттағы исеме: Ильяс
Һөнәре, эшмәкәрлек төрө: дин өндәүсе, Пәйғәмбәрҙәр, Пәйғәмбәр
Тыуған көнө: Б.Э.Т. 9 быуат
Тыуған ере:
Үлем көнө: Б.Э.Т 9 быуат

Ҡөрьән шәхесе
Исеме башҡа телдәрҙә: йәһ. אֵלִיָּה‎, лат. Elias
бор. грек. Ηλίας
Тиңләнә: христ.Илия
иуд. — Элийя
Категория: Рәсүл
Ҡөрьәндә телгә алыу: 2 тапҡыр: 6:85, 37:123—132
Бәйле персонаждар: Аль-Яса
Ваҡиғалар: Ямғыр тураһында үтенес, йәш егетте һауыҡтырыу үтенесе
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа
Wikidata-logo S.svg Редактирование Викиданных

Ильяс (ғәр. إلياس‎) — Израиль халҡына ебәрелгән ислам пәйғәмбәре (нәби) . Ҡөрьәндә ике тапҡыр. телгә алына. Библияла (Тәүратта) — Илия пәйғәмбәр.. Ҡөрьәндә илсе (мөрсәлин), тәҡүә (салих), диндар (мөьмин)[1] тип атала.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ильяс Израиль халҡына ебәрелә һәм Муса (Моисей) шәриғәт менән етәкселек итә . Мусанан һуң израиллеләр , Алла әмерҙәренән ситләшеп, боттарға табына башлай. Иманға ҡайтырға Алла израиллеләргә күп пәйғәмбәрҙәр ебәргән, улар араһында Ильяс та була. Ильяс пәйғәмбәр ҡәбиләһе Баальбектә йәшәй. Уның ҡәбиләһе үҙенең төп ботына Баалға (Валу) 8-10 метр бейеклектәге ғәйәт ҙур һәйкәл ҡуя.[2] Ильяс ырыуҙаштарын Баалға табыныуҙан баш тартырға һәм Аллаға инанырға өндәй[1].

Пәйғәмбәрҙең вәғәзен ялған тип, халыҡ ҡабул итмәй, уны ҡыуалар. Бының өсөн улар ҡаты язаға дусар була: ҡоролоҡ башлана, мал һәләк була, аслыҡ тыуа. Израиллеләр Ильяс пәйғәмбәрҙе кире ҡайтара, уны тыңлап Аллаға ғибәҙәт ҡыла башлай. Пәйғәмбәрҙең доғалары арҡаһында ямғырҙар башлана, һәм ҡәбиләләге тормош яҡшыра, ләкин ваҡыт уҙыу менән ырыуҙаштары, үҙҙәрен тамуҡтың мәңгелек ғазаптарына дусар итеп, йәнә боттарға табыныуға ҡайта.[2]

Ильяс пәйғәмбәр үҙ ҡәбиләһен ташлап киткәс, башҡа Израиль ҡәбиләләре араһында вәғәз тарата башлай, Уарҙың береһе уны яҡшы ҡабул итә. Доға ярҙамында ул үҙенең тоғро шәкерте һәм Израиль халҡынының киләһе пәйғәмбәре булып киткән Әл-Яса исемле үҫмерҙе һауыҡтыра[2].

Ислам риүәйәте халыҡ тыңламаған һәм эҙәрлекләгән тәҡүә Ильяс тураһында бәйән итә. Аллаһ уға ямғыр өҫтөнән хакимлыҡ итеү һәләте биргән, ә һуңынан күккә олғаштырған. Унда Ильяс кеше-фәрештәгә әйләнә. Ул бөтә донъя буйлап Хызыр менән сәйәхәт итә, Иерусалимға һәм Мәккәгә даими барып йөрөй.[1] Хызыр менән айырылышҡанда доға әйтешәләр, ә уларҙы кешеләр ҡабатлап янғындан, һыу баҫыуҙан, урлашыуҙан, ағыулы йыландар һәм бөжәктәр тешләүенән һ.б. һаҡлана ала. Ҡайһы берҙә Хызыр Ильяс йәки Иҙрис менән идентификациялана.[3]

Ҡөрьәндә телгә алынған тарихтарға аңлатма биреү өсөн, Ильяс тураһында төрлө христиан һәм йәһүд ҡиссалары ҡулланыла. Күккә олғашыу мотивы Ильясты терелеүҙең һәм мәңгелек тормоштоң (ахирәттең) ислам символдарының береһенә әйләндерә.[4]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Пиотровский М. Б. Илйас // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 93—94. (рус.);
  • Али-заде, А. А. Ильяс // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.). (рус.);
  • Ilyās / Wensinck A.J., Vajda G. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле);
  • Tottoli, Roberto Elijah(недоступная ссылка) Тикшерелгән Июнь 2018. // Encyclopaedia of the Qurʾān(инг.);
  • Rippin, Andrew Elijah // Encyclopaedia of Islam, THREE. (инг.).