Яҡуп (пәйғәмбәр)
Яҡуп[3], Йа ' ҡуб (ғәр. يعقوب), Исраил[4] — ислам пәйғәмбәре, Ибраһим пәйғәмбәрҙең кинйә улы Исхаҡтан тыуған ейәне. Яҡуптың 12 улы була, уларҙан Исраилдең 12 быуыны тарала һәм пәйғәмбәрҙәрҙең күбеһе - Муса, Дауыт, Сөләймән, Ғайса һ.б. донъяға килә. Библиялағы Иаков менән тиңләштерелә.
Яҡуп Ҡөрьәндә телгә алына:
| . Беҙ уға Исхаҡ менән Яҡупты ебәрҙек. Пәйғәмбәрлек һәм Китаптарҙы (Тәурат, Инжил, Зәбур, Ҡөръәнде) уның тоҡомона васыят иттек. Донъяла уға бүләктәр бирҙек. Хаҡтыр, ул Әхирәттә лә һәр хәлдә изгеләрҙән һаналасаҡтыр. |
Йософ ҡиссаһы
Яҡуп пәйғәмбәр төштәргә аңлатма бирә алған. Яратҡан улы Йософ ун бер йондоҙҙоң, ай менән ҡояштың уға табыныуы тураһында төш күргәнен һөйләгәс, Яҡуп уға пәйғәмбәрлек биреләсәге һәм ҙур игелектәр ҡыласағы тураһында әйтә. Яҡуптың Йософҡа һөйөүе һиҙелмәй ҡалмай һәм башҡа улдары уға көнләшә башлай. Бер ваҡыт Яҡуптың улдары үҙҙәре менән Йософто алып китә лә, уны ҡоҙоҡҡа ташлай. Йософтоң күлдәген ҡанға буяп, атаһына алып киләләр һәм уны бүре ашаны, тип әйтәләр. Яҡуп үҙен алдарға теләүҙәрен аңлай һәм яратҡан улын кире ҡайтарыуҙы талап итә. Күҙ йәштәре һәм улын юғалтыуҙан йылдар буйы ҡайғырыуҙары арҡаһында Яҡуп һуҡырайған. Йософто иһә үтеп барған каруансылар ҡотҡара һәм ул Мысырға эләгә. Унда финанс эштәре менән етәкселек иткән етәксе вазифаһына өлгәшә. Йософтоң тырышлығы арҡаһында ете йыллыҡ ҡоролоҡ ваҡытында Мысыр ҙур бәлә-ҡазаларҙан ҡотолоп ҡала. Бер ваҡыт Яҡуптың улдары Мысырға сәфәр ҡылғанда, Йософ уларҙы күреп ҡала. Артабан ағаларын ғәфү итә. Яҡуп улының яҙмышы тураһында белгәс, башҡа улдары менән бергә Мысырға күсенә[5].
Яҡуптың күрә башлауы
Йософ ағаларын ғәфү иткәндән һуң, уларҙың береһенә биреп, атаһына күлдәк ебәрә. Күлдәкте Яҡуп йөҙөнә ҡаплағас, күрә башлай. Был хаҡта Ҡөрьәндең "Йософ" тип аталған12 сүрәһендә хәбәр ителә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Али-заде А. Йакуб (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8
- ↑ Али-заде А. Исхак (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8
- ↑ А. Наумов Поэты Узбекистана. — 1977, С. 24.
- ↑ Введение в востоковедение. Общий курс. 2019, С. 246.
- ↑ Али-заде, 2007
Энциклопедик мәҡәләләр
- Пиотровский М.Б. Йа’куб // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 119-120. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
- Али-заде, А. А. [386 Йакуб] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Yaʿḳūb / Firestone, R. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)