Шәмуил (пәйғәмбәр)
Шәмуил (Самуил) (ғәр. شمويل йәки ғәр. صموئيل) — ислам пәйғәмбәре, уның аша Талут (Сауыл) бәни Исраилдең беренсе батшаһы итеп һайлана. Библиялағы пәйғәмбәр Самуил менән тиңләштерелә. Шәмуил пәйғәмбәр тарихы Ҡөрьәндең икенсе сүрәһендә тасуирлана, әммә уның исеме телгә алынмай.
Шәмуил тарихы
Шәмуил пәйғәмбәр бәни Исраилгә Мусанан һуң Аллаһ тарафынан ебәрелә. Сығышы менән Һарун нәҫеленән, 11 йыл дауамында халҡын Аллаһ закондарына ышанырға һәм Тәүратҡа таянырға өндәй. Шәмуил пәйғәмбәр заманында исраил улдарының әмәләкиттәр менән ҡаршылығы көсәйә. Күп исраиллеләр үлтерелә, йәки әсирлеккә алына. Бынан тыш Ғәһет Кәмәһе (Һандығы) (Табут әс-Сәкинә) баҫып алына, унда Тәүрат һәм башҡа ҡайһы бер әйберҙәр һаҡланған булған[1].
Әмәликиттәрҙән еңелеү һәм Ғәһет Кәмәһен юғалтыу исраиллеләргә ҙур әхлаҡи зыян килтерә, һәм шул саҡта улар Аллаһтан пәйғәмбәр ебәреүҙәрен һорап доға ҡыла башлай. Аллаһ Шәмуилды пәйғәмбәр итеп һайлай, әммә исраилдәр тәүҙә уны танымай тора. Илгә батша итеп Талутты ҡуйғанда ла шул уҡ хәл ҡабатлана[1].Был хаҡта Ҡөрьәндең «Әл-Бәҡара» сүрәһендә бәйән ителә:
Талут һәм Дауыт тарихы
Батша булғас, Талут бөтә дәүләт проблемаларын уңышлы хәл итә башлай. Ул әмәликиттәргә ҡаршы көслө армия туплай һәм әҙерләй, әммә яугирҙарҙың ҙур булмаған өлөшө генә дошман менән алышҡа инә. Был алышта буласаҡ исраил батшаһы һәм пәйғәмбәре — Дауыт та ҡатнаша. Дауыт пәйғәмбәр әмәликит батшаһы Йәлүт (Голиаф) менән алышҡа инә һәм уны еңеүгә өлгәшә[1].В Коране эта история описана следующим образом: