Әбү Ләһәб
Ғәбд әл-Ғүззә ибн Ғәбд әл-Моталлип (ғәр. عبد العزى بن عبد المطلب), Әбү Ләһәб тигән ҡушамат менән билдәле (ғәр. أبو لهب; VII быуат уртаһы, Мәккә, хәҙерге Сәғүд Ғәрәбстаны — һижрәнең 624 йылы, шунда уҡ) — Мөхәммәт Рәсүлулланың атаһының бер туған ҡустыһы, Мәккәлә дәғүәт алып барған һуңғы осорҙа оторо яуызлыҡтар ҡылған, ҡаршылыҡ күрһәткән кеше. Уның тураһында Ҡөрьәндә сүрә бар.
Биографияһы
Башта Әбү Ләһәб Мөхәммәт Пәйғәмбәр менән яҡшы мөнәсәбәттә була, улдары ҡыҙҙарына әйттерелгән була. Әбү Талиптың вафатынан һуң 619 йылда Әбү Ләһәб Бәнү Хәшимдең башлығы булып китә һәм Мөхәммәт с.ғ.с. мәжүси һындарға табыныуҙан тулыһынса баш тартҡанға тиклем яҡлай әле. Ағаһының ярҙамдан баш тартыуы Рәсүлдең хәлен ныҡ хөртәйтә һәм Мәккәнән күсергә мәжбүр итә[3].
Әбү Ләһәб (ут атаһы (эйәһе), тамуҡ киҫәүе) ҡушаматы уға Әл-Мәсәд сүрәһе нән алып бирелгән. Әбү Ләһәбтең ҡатыны ла (Әбү Суфияндың туғаны Үмм Йәмил бинт Һәреб), хаслыҡ ҡылып, Пәйғәмбәрҙең аяҡ аҫтына, өҫтөнә сәнскәктәр, тиҙәктәр ырғыта торған була[3].
Әбү Ләһәб Бәҙер һуғышында ҡатнашмай, сөнки һеңлеһе Әтикәнең төшө насар була. Ул ҡорайыштарҙың ғәскәрен ҡоралландырырға, һуғышсылар ялларға бик күп аҡса бирә. Мосолмандар еңеп сыҡҡас, ул ҡайғыһынан бер нисә көндән үлә. Тәненән бик насар еҫ сыға, уға хатта уландары бер нисә көн яҡын килә алмай. Бер ниндәй йолалар атҡармай ғына күмеп ҡуялар[4].
Әбү Ләһәб Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең Ҡөрьәндә телгә алынған берҙән-бер дошманы.
Оригинал текст (ғәр.)
تَبَّتْ يَدَا أَبِي لَهَب ٍ وَتَبَّ مَا أَغْنَى عَنْهُ مَالُه ُُ وَمَا كَسَبَ سَيَصْلَى نَارا ً ذَاتَ لَهَب ٍ وَامْرَأَتُه ُُ حَمَّالَةَ الْحَطَبِ فِي جِيدِهَا حَبْل مِنْ مَسَد
Иҫкәрмәләр
- ↑ Али-заде А. Абу Лахаб (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8
- ↑ Али-заде А. Абд аль-Мутталиб (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8
- ↑ 1 2 Ислам: ЭС, 1991
- ↑ Али-заде, А. А., 2007