Бәҙер һуғышы
Бәҙер һуғышы | |
Ваҡиға ваҡыты | 13 март 624 |
---|---|
Ҡатнашыусылар | Мәҙинә йәмәғәте и Мәккә |
Урынлашыу | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Бәҙер һуғышы (ғәр. غزوة بدر) — мосолмандар һәм мәжүси ҡорайыштар араһындағы һуғыш, Һижрәттең икенсе йылында Рамаҙан айының 17-се көнөндә, йома көндә (624 йыл, 17 март) Хижазда, Бәҙер ҡоҙоҡтары янында килеп сыҡҡан. Ғәмәлдә һынылыш барлыҡҡа килтергән һуғыш. Был һуғышта еңеү Исламдың таралыуын көсәйтә[1]
Ҡорайыштар менән һуғыш сәбәптәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мөхәммәт Пәйғәмбәргә рисаләт килгәс, Мәккәлә мосолмандарҙы мәсхәрәләү, ҡыйырһытыу, үлем ҡурҡынысына дусар башлана. Мөхәммәт Пәйғәмбәр мосолмандарҙы Хәбәшстанға, унан һуң Йәсрибкә (Мәҙинәгә) күсерергә мәжбүр була. Мәҙинәләр Ислам ҡабул итеү сәбәпле, мосолмандарҙың хәле арыулана: ғәскәр барлыҡҡа килә, ләкин ҡорайыштарҙың ғәскәре күберәк һанлы була.
Мәҙинә ҡалаһы янынан Мәккә каруандары йөрөгән, мосолмандар башта шуларға һөжүм итәләр. Шул рәүешле ҡорайыштарҙың башлыҡтарына баҫым яһалган, мосолмандарҙың Мәккәлә тартып алынған малдарының бер өлөшө кире ҡайтарылған.
Һуғыштың үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡатмарлығына ҡарамаҫтан, ҡорайыштарҙың бер мең тирәһе яугирынан (Г. Лебон 2000 тип күрһәтә[2]) 70 кеше генә һәләк була (Ибн Исхаҡ әйтеүенсә — 50 кеше), ә 300 тирәһе мосолмандарҙан — 14. Йәғни, һуғышта ҡатнашыусыларҙың 6,4 %ы ғына һәләк була. Шулай ҙа, бәғзе мосолмандар, мәҫәлән, Сәғит ибне Мүғәз, дошманнарҙы иҫән ҡалдырыу менән риза булмағандар. Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡайһы берәүҙәрҙең һуғышҡа үҙ теләге менән инмәгәнен белгәнгә күрә, күп ҡорбан килтереүҙе тыя.
Яҙмаларҙа был һуғышта фәрештәләрҙең ҡатнашыуы ла әйтелә. Фәрештәләр ҡатнашҡан берҙән-бер һуғыш була был (уларҙың булыуын мөшриктәр ҙә таныған, мәҫәлән, Әбү Суфыян).
Был һуғышта мосолмандарҙың төп дошмандарының береһе — Әбу Йәһел (Жәһел) үлтерелә[1].
Әсирҙәргә мөнәсәбәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әсирҙәрҙән ике кешегә яза бирәләр — улар мосолмандарға дошманлыҡтары менән айырылып торған Укбә ибне Әбү Мүғәйт һәм ән-Нәдр ибне- л-Харис. Әсирҙәрҙе сәхәбәләр араһында бүлешәләр. Мөхәммәт Пәйғәмбәр әсирҙәргә йомшаҡ мөғәмәлә итергә ҡуша. Мосолмандар был әмерҙе үтәйҙәр: үҙҙәре хөрмә ашағанда ла, әсирҙәргә икмәк ашатҡандар (хөрмә фәҡирҙәр аҙығы булып һаналған).
Әсирләрҙе бер кеше өсөн меңдән алып дүрт меңгәсә дирһәмгә азат иткәндәр. Ә аҡсаһыҙ фәҡирҙәрҙе түләүһеҙ иреккә ебәрәләр.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 http://www.muslimiman.info/ru/stories/92
- ↑ http://kek.ksu.ru/Student/Islam/islam_ii_1_3.html 2009 йылдың 14 март көнөндә архивланған.
Был — ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |