Әбү Ғүбәйдәт ибн әл-Жәрәх (ғәр. أبو عبيدة بن الجراح; рус.Абу Убайда ибн аль-Джаррах) — 583, Мәккә — 638, хәҙ. Иордания)
— Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдеңсәхәбәләренең береһе, күренекле ғәскәр башлығы һәм сәйәсәт эшмәкәре. Тулы исеме: Әбу Ғүбәйдәт Ғамир ибн Ғабдуллаһ ибне-Жәрәх әл-Фиһри әл-Ҡурайши (أبو عبيدة عامر بن عبد الله بن الجراح الفهري القرشي).
Әбу Ғүбәйдәт тәүге мосолмандарҙың береһе була. Әбү Бәкер уны Усман ибн Әффан, Зөбәйер ибн әл-Ғәүүәм, Талха ибн Ғөбәйдулла, Ғәбдеррәхмән ибне Ғәүеф, Сәғд ибне Ғәби Вәҡҡас кеүек билдәле сәхәбәләр менән Пәйғәмбәр янына алып килә, һәм улар барыһы да ислам ҡабул итә.
Мосолмандарҙы йәберләүҙәр башланғас, бер төркөм мосолмандар менән Әбу Ғүбәйдәт тә Хәбәшстанға күсергә мәжбүр була. Һижрәт ваҡиғаһынан һуң, Мәҙинәгә күсә. Ғамир ибн Ғабдуллаһ унда бөтә көсө менән мосолман дәүләтселеген нығытыуға булыша, ул ваҡыттағы барлыҡ ислам һуғышында ла ҡатнаша. Бәҙер һуғышында, ни тиклем генә уның һөжүмдәренән ҡасырға тырышһа ла, мөшриктәр яғында йөрөгән атаһы менән һуғышырға мәжбүр була. Шунан һуң, Пәйғәмбәргә Мүжәдәлә сүрәһенең 22 аяты иңә.