Ҡотдос

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Город
Иерусалим
йәһ. ירושלים‎ (Йерушала́(й)им)
ғәр. القدس‎ (әл-Ҡудс)
Jerusalem infobox image.JPG
Jerusalem Dome of the rock BW 14.JPG
Флаг[d] Герб[d]
Флаг[d] Герб[d]
31°47′ с. ш. 35°14′ в. д.HGЯO
Ил Израиль Израиль
Статус Ҡаланың көнсығыш өлөшө өсөн Палестина милли автономияһы Израиль суверенлығына бәхәсләшә. Ул Берләшкән милләттәр ойошмаһы БМО тарафынан тарафынан танылмай.
Мэр Нир Баркат
Тарихы һәм географияһы
Нигеҙләнгән Б.Э.Т. 4 мең йыл
Тәүге телгә алыу Б.Э.Т. XIX-XX быуаттар
Элекке исеме Шалем, Иевус, Сион (Цион), Ир Давид (Град Давида), Элия Капитолина, Аль-Кудс
Майҙаны 125.156[1] км²
Высота над уровнем моря 754 м
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00, летом UTC+3:00
Халҡы
Халҡы 828 500 (ҡасабаларҙан тыш) кеше (2013)
Милли составы йәһүдтәр (530,3), ғәрәптәр (279,7), әрмәндәр (5,6), башҡалар (12,9)
Конфессиялар иудеи (65%), мосолмандар (32%), христиандар (2%), башҡалар (1%)
Һанлы идентификаторҙар
Телефон коды +972 2
Почта индексы 91000–91999[2]

jerusalem.muni.il
 (йәһ.) (инг.) (ғәр.)

Ҡотдос (Израиль)
Иерусалим
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Ҡотдос (ғәр. القدسәл-Ҡүдс[комм. 1] (audio) ), Иерусалим; йәһ. ירושליםЙерушалайим (audio) ) — Яҡын Көнсығыштағы боронғо ҡала, 1949 йылдан алып Израиль дәүләтенең баш ҡалаһы (1967 йылдан алып Израиль ҡаланың бөтә майҙанын контрольдә тота)[3]. Иерусалим Израилдың баш ҡалаһы булараҡ халыҡ-ара йәмғиәт тарафынан танылмаған[4][5][6]. Иерусалим — иудаизм, христианлыҡ һәм ислам диндәре өсөн изге ҡала булып иҫәпләнә. Иерусалим Урта һәм Үле диңгеҙҙәре арауығында, диңгеҙ кимәленән 650—840 метр бейеклектә урынлашҡан.

Ул донъялағы иң боронғо ҡалаларҙан иҫәплән. Беренсе торлаҡтар Б. Э. Т. IV быуаттарҙа тип билдәләнә. Б. Э. Т. XI быуатта ҡалала йәһүдтәр урынлашҡан һәм Израиль дәүләтенең баш ҡалаһы тип иғлан ителә. Б. Э. Т. VI быуатта Вавилон тарафынан баҫып алына, ә аҙаҡ Фарсы империяһы ҡул аҫтына күсә. Б. Э. Т. IV—II быуаттарҙа Боронғо Македония империяһына, Мысырға Селевекидтар дәүләтенә буйһона. Йәһүдтәр баш күтәргәндән һуң, аҙ ғына ваҡытҡа Йәһүдтәр батшалығы тергеҙелә(б.э.т. 2-се быуат). Алтынсы йылына уҡ рим провинцияһына әүерелә.

Рим империяһы ҡыйралғандан һуң, Иерусалим Византия империяһына күсә. Ошо ваҡыттан ҡаланы христианлаштырыу башлана. 639 йылда ғәрәп хәлифе Ғүмәр ибн Хәттаб тарафынан баҫып алынғас, мосолман ҡиәфәте ала. 10991187 һәм 12291244 йылдарҙа ҡала тәре йөрөтөүселәр хакимлығы аҫтында була. Аҙаҡ Мысыр тарафынан яулап алына. 1517 йылдан 1917 йылғаса Ғосманлы империяһы биләмәһенә керә. Аҙаҡ Бөйөк Британия хакимлығына күсә

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Комментарийҙар
  1. В арабских переводах Библии — أورشليم Ӯршалӣм (Ӯрушалӣм); Израилдәге ғәрәпсә рәсми исеме — أورشليم القدس, Ӯршалӣм-аль-К̣удс
Файҙаланылған әҙәбиәт һәм сығанаҡтар
  1. Local Authorities 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  2. http://www.geopostcodes.com/Jerusalem
  3. The United Nations (UN) attempted to declare the city a corpus separatum (Latin: «separate entity»)—and, thus, avert further conflict—but the first Arab-Israeli war, in 1948, left Jerusalem divided into Israeli (west Jerusalem) and Jordanian (east Jerusalem) sectors.
  4. Although Israel’s actions were repeatedly condemned by the UN and other bodies….
  5. Ira Sharkansky. Governing Jerusalem: again on the world's agenda. — Wayne State University Press, 1996. — P. 23. — 245 p. — ISBN 978-0814325926. : Most countries of the world do not formally recognize Jerusalem as Israel’s capital. Many do not recognize it as a city that is properly Israel’s. <..> A more list of countries, including the United States, the United Kingdom, and France, maintained consulates in Jerusalem but kept their embassies in what they formally recognized as the Israeli capital of Tel Aviv.
  6. Anthony Gorman, Andrew Newman. Encyclopedia of The Peoples of Africa and the Middle East / Под. ред. Jamie Stokes. — Facts On File, 2009. — P. 325. — 864 p. — ISBN 0-8160-7158-6.: capital: Jerusalem (unrecognized by most countries)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсми
Мәғлүмәти
Очерктар