Бәйрүт
Ҡала | |||||
Бәйрүт | |||||
---|---|---|---|---|---|
بيروت | |||||
|
|||||
33°53′13″ с. ш. 35°30′47″ в. д.HGЯO | |||||
Ил | Ливан | ||||
Регион | Бәйрүт | ||||
Башлыҡ | Абдель Арисс | ||||
Тарихы һәм географияһы | |||||
Тәүге телгә алыу | б. э. т. 1500 йыл (б. э. т. 3000 йыл - торама) | ||||
Майҙаны | 20 км² | ||||
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге | 0 метр | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC+2:00, летом UTC+3:00 | ||||
Халҡы | |||||
Халҡы | 361 мең (UN, 2007)[1] кеше | ||||
Тығыҙлығы | 18 050 кеше/км² | ||||
Агломерация | 1,9 млн | ||||
Һанлы идентификаторҙар | |||||
Телефон коды | 01 | ||||
|
|||||
beirut.gov.lb (ғәр.) (фр.) (инг.) |
|||||
|
|||||
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Бәйрүт (ғәр. بيروت Bayrūt, грек. Βηρυττός Bērytós,лат. Berytus, йәһ. ביירותביירות Beirut, арам. בירות Birot, франц. Beyrouth, төрөк. Beyrut) — Ливандың баш ҡалаһы һәм иң ҙур ҡалаһы. Халҡының һаны 300 меңдән 2 миллион кешегә тиклем һанала. Эш шунда: Бәйрүттә 1932 йылдан бирле халыҡ иҫәбен алыу үткәрелмәгән [2]. Ярымутрауҙа, Урта диңгеҙ яры буйында урынлашҡан, илдең иң ҙур һәм төп порты. Бәйрүт баш ҡала менән ҡала ситендәге биҫтәләрҙән тора. Тәүге тапҡыр телгә алыныуы Боронғо Мысырҙың Тел-әл-Аварна архивында һаҡлана, ул беҙҙең эраға тиклем XV быуатҡа ҡарай. Ҡала шул дәүерҙән бирле һәр саҡ кешеле.
Бәйрүттә Ливан хөкүмәте урынлашҡан, ҡала Ливандың иҡтисадында үҙәк урынды биләй. Күпселек банктар һәм корпорациялар Үҙәк округта, Хамра, Верден урамдарында һәм Әшрәфиәлә урын алған. Ҡала төбәктең мәҙәни үҙәге булып тора, матбуғаты, театрҙары, мәҙәни саралары һәм төнгө клубтары менән билдәле. Ливандағы емерткес граждандар һуғышынан һуң, Бәйрүт нигеҙенән алып реконструкциялана[3][4][5], тарихи үҙәге, пристань районы, пабтар һәм төнгө клубтар районы тергеҙелә, был уға ҡабат туристар ағымын тәьмин итә.
Бейрут глобаль ҡала булараҡ «Бета» рейтингына эйә[6].
2009 йылда Бәйрүт «The New York Times» тарафынан сәфәр ҡылыу өсөн иң яҡшы ҡала булараҡ баһалана [7] һәм шул уҡ йылды Lonely Planet уны донъяның иң йәнле ун ҡалаһы иҫәбенә индерә [8]. 2010 йылда Американың Mercer глобаль консалтинг компанияһы үткәргән тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, затлы әйберҙәр хаҡтарын, юғары класлы торлаҡ биҫтәләрендәге һәм күңел асыу үҙәктәрендәге хаҡтарҙы сағыштырғанда, Бәйрүт Яҡын Көнсығыштағы иң ҡиммәтле ҡалалар араһында 4-се урында тора[9]. Бәйрүт 2010 йылда юғары сифатлы торлаҡты ҡуртымға алыу хаҡтары буйынса «EuroCost International» үткәргән тикшереү һөҙөмтәһе буйынса төбәктә беренсе, донъяла унынсы урынды биләй[10][11]. MasterCard Индекс Бәйрүттең 2011 йылда ҡалаға килгән кешеләрҙең сығымдары кимәле буйынса Яҡын Көнсығышта һәм Африкала икенсе урында булғанын күрһәтә, сығымдарҙың дөйөм суммаһы 6,5 млрд доллар тәшкил итә[12]. Conde Nast Traveler 2012 йылда Бәйрүтте Яҡын Көнсығыштағы иң матур ҡала тип таба [13].
Ливан баш ҡалаһында 1959 йылда Урта диңгеҙ уйындары, 1999, 2000, 2012 йылдарҙа ФИБА-ның Азия Чемпиондары Кубогы, 2000 йылда футбол буйынса Азия Кубогы, 2010 йылда ФИБА-ның Азия Кубогы үтә. Бәйрүт 2009 йылда француз телле илдәрҙең 6-сы йыл да үтә торған уйындары урыны була. Шулай уҡ Бәйрүттә 1957, 1997, 2015 йылдарҙа Панғәрәп уйындары үткәрелә.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бәйрүт беренсе тапҡыр б. э. т. XV быуатта «Барут» тигән финики атамаһы менән телгә алына,[14][15] торама яҡынса б. э. т. XXX быуаттан бирле йәшәп килә[16][17][18]. Ҡала Урта диңгеҙ яр буйының урта өлөшөндә хәҙерге Ливан территорияһында иркен таш моронда нигеҙләнгән. Ҡаланың атамаһы боронғо Бирот (ҡоҙоҡ) тигән исемдән килеп сыҡҡан, тип фараз ителә. Оҙаҡ ваҡытта Тир, Сидон кеүек ҡеүәтле күршеләренең «күләгәһендә» ҡалып килә, Рим империяһы дәүерендә генә әһәмиәт яулай башлай һәм хоҡуҡиәт мәктәбе менән дан ҡаҙана. Ошо мәктәптә артабан Европа хоҡуҡ системаһының нигеҙенә ятҡан Юстиниан кодексының төп положениелары эшләнә.
Ҡала борон-борондан төбәктең мәҙәни һәм сауҙа үҙәге булып тора. Боронғо Мысыр фирғәүендәре беҙҙең эраға тиклем XVIII—XVII быуаттарҙа уҡ уның порттарын файҙалана; Финикия заманында ҡала донъя сауҙаһында ҙур әһәмиәткә эйә була.
Артабанғы быуаттарҙа Бәйрүт Бабил һәм Ассирия (Ашшур) батшаларына яһаҡ түләп тора, ә б. э. т. I быуатта римлылар тарафынан хәрби колонияға әйләндерелә. Рим Империяһының сәскә атыу осоро ҡалаға бығаса күрелмәгән күтәрелеш һәм дан килтерә, Бәйрүт Урта диңгеҙ ярында һәм Сүриәлә Рим мәҙәниәте үҙәгенә әүерелә.
Б. э. 635 йылында Бәйрүтте ғәрәптәр баҫып ала һәм Ғәрәп хәлифәлегенә ҡуша. 1100 йылда — тәре йөрөтөүселәр, 1516 йылда төрөктәр тарафынан тартып алына, шунан 1918 йылға тиклем Ғосман империяһы составында була[19].
Был осорҙа ул байтаҡ ваҡыт друздар ҡулында була, бойондороҡһоҙ әмир Фәхретдин (1595—1634) Бәйрүттә Европа мәҙәниәтен тамырландырырға тырыша. Хыянат һөҙөмтәһендә ҡала 1763 йылда төрөктәргә ҡала. 1768—1774 йылдарҙағы Рус-төрөк һуғышы ваҡытында Бәйрүт ике тапҡыр рус флоты ҡамауына эләгә, был флот Төньяҡ Фәләстин һәм Ливан халҡының төрөк хакимлығына ҡаршы ихтилалы яҡлы була [20][21]. 1831—40 йылдарҙа ҡала мысырҙарға буйһона һәм ул саҡтағы Көнсығышта булған бәрелештәрҙә ҙур әһәмиәткә эйә була. Сүриәлә берләшкән инглиз-австр-төрөк флотының Мөхәммәт Алиға ҡаршы дошмансыл хәрәкәттәре 10—14 сентябрҙә инглиз генералы Стопфорд тарафынан нәҡ Бәйрүтте бомбаға тотоуҙан башлана. Ҡаланың ҙур өлөшө емертелә, һәм 9 октябрҙә Сөләймән паша союздаштар ғәскәре составында Бәйрүтте ала.
1920—1943 йылдарҙа — Франция мандатындағы Ливандың үҙәге. XX быуатта Көнсығыш Урта диңгеҙенең интеллектуаль, мәҙәни һәм коммерция үҙәгенә әйләнә. 1941 йылдан — бойондороҡһоҙ Ливан Республикаһының баш ҡалаһы. 1975 йылда башланған бөлдөргөс граждандар һуғышы һәм артабанғы оккупация ҡаланы харабаларға ҡалдыра, бигерәк тә Бәйрүттең тарихи үҙәге ҙур зыян күрә. Әлеге мәлгә ҡала үҙәге тергеҙелгән[3][4][5], ҡала архитекторҙары бейек биналарҙан, коммерция комплекстарынан һәм мәҙәни үҙәктәрҙән торған заманса Бәйрүтте төҙөй.
1921 йылдан Бәйрүттә Ливандың Милли китапханаһы эшләй, ул 1979 йылда граждандар һуғышы һөҙөмтәһендә ябыла, 2000 йылдан уның эшмәкәрлеген тергеҙеү буйынса саралар үткәрелә.
Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бәйрүткә эҫе һәм ҡоро йәйле, йомшаҡ, ямғырлы ҡышлы Урта диңгеҙ климаты хас. Бәйрүттә ошо типтағы климатлы ҡалалар араһында иң күп яуым-төшөм яуа.
Административ органдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бәйрүттә Ливандың үҙәк дәүләт органдары урынлашҡан:
- Ливан Республикаһы президенты
- Ливан Республикаһы хөкүмәте
- Ливан Республикаһының парламенты — бер палаталы Милли Ассамблея
Административ бүленеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бәйрүт 12 районға (кварталға) бүленгән:[22]
- Әшрәфиә
- Дар-әл-Мрәйссә
- Баһура
- Мәзрәғә
- Мәдавар
- Минәт-әл-Хөсн
- Муссайтбәх[23]
- Бәйрүт порты
- Рас Бәйрүт
- Рмәйл
- Сәйфи
- Зүкәк әл-Блат
Кварталдар секторҙарға бүленә [24].
Ливандағы 12 фәләстин ҡасаҡтары лагерының икеһе — Бурж-әл-Барайнәх һәм Шатила — Бәйрүттең көньяҡ биҫтәләрендә, Мар Элиас тигән береһе ҡаланың муниципаль сиктәрендә урынлашҡан[25].
Дин[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бәйрүт — Ливандың һәм бөтә Яҡын Көнсығыштың иң космополитик һәм төрлө динле ҡалаларының береһе[26]. Ҡалала мосолман һәм христиан общиналары ҙур. Бәйрүттә туғыҙ төп дини төркөм бар: католик марониттары, грек православныйҙары, әрмән апостолсылары, әрмән католиктары, протестанттар, мосолман сөнниҙәре, мосолман шиғыйҙары, йәһүдтәр һәм друздар.
2009 йылғы дөйөм һайлауҙа Бәйрүттә тауыш биргән 435,462 кеше түбәндәге дини төркөмдәргә ҡарай (Ливанда һайлау дини нигеҙҙә үтә, шунлыҡтан конфессияны күрһәтеү мотлаҡ һанала):
- 192,910 (45 %) сөнниҙәр,
- 171,507 (39 %) христиандар (шул иҫәптән: 11% Әрмән апостол сиркәүе, 10 % Грек православие сиркәүе, 6 % Маронит католик сиркәүе, 5 % башҡа христиан сиркәүҙәре, 4 % Грек католик сиркәүе, 2 % Әрмән католик сиркәүе, 1 % Протестант сиркәүҙәре),
- 60,202 (14 %) Шиғыйҙар,
- 5,374 (1 %) Йәһүдтәр (күбеһе Мизрахтар),
- 5,251 (1 %) Друздар
- 218 Алавиттар.
Туғанлашҡан ҡалалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бәйрүттә тыуған билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Георгий Победоносец — великомученик
- Марио Кассар — кинопродюсер
- Джон Долмаян — музыкант
- Киану Ривз — киноактёр
- Mika — музыкант
- Серж Танкян — музыкант, йырсы
- Тигран Мансурян — композитор
- Айлин Хачатурян — джаз-рок йырсы
- K.Maro — эшҡыуар, йырсы
- Massari (инг.)баш. (англ.)русск. — музыкант, йырсы
- Стив Керр — спортсы, НБА баскетболсыһы
- Миа Хәлифә — порноактриса
- MoTrip - немец рэперы
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Lebanon, 2007-2008 "Lebanon 2007 Total Both Sexes BEIRUT City proper Sample survey - de facto Final figure, complete 2008 361,366"
- ↑ Бейрут
- ↑ 3,0 3,1 Reconstruction of Beirut 2009 йылдың 16 ғинуар көнөндә архивланған., Macalester College
- ↑ 4,0 4,1 Lebanon’s Reconstruction: A Work in Progress, VOA News
- ↑ 5,0 5,1 Beirut: Between Memory and Desire, Worldview
- ↑ GAWC World Cities - The World's Most Important Cities 2010 йылдың 22 февраль көнөндә архивланған..
- ↑ The 44 Places to Go in 2009 – Interactive Graphic, The New York Times (11 января 2009). Архивировано из первоисточника 22 апреля 2009. Проверено 5 мая 2009.
- ↑ Beirut Travel Information and Travel Guide — Lebanon.
- ↑ Beirut ranked 4th most expensive Mideast city | Business , Lebanon 2013 йылдың 20 июнь көнөндә архивланған..
- ↑ Beirut No. 1 expensive city in the Middle East « Beirut The Only Way It Should Be, NightLife, Clubbing, Events, DineOut, Concerts, Festivals, Clubs, Pubs, Bars, Hotels, Restaurants, Lifestyle, Music, Fashion.
- ↑ Worldwide expats rent prices ranking 2010 2012 йылдың 11 декабрь көнөндә архивланған..
- ↑ Beirut ranks second for visitor spending in region | Business , Lebanon 2013 йылдың 23 июль көнөндә архивланған..
- ↑ Middle East: Top 5 Cities: Readers' Choice Awards : Condé Nast Traveler 2013 йылдың 3 февраль көнөндә архивланған..
- ↑ History — Beirut 2009 йылдың 24 июль көнөндә архивланған., 999Beirut
- ↑ History of Beirut 2009 йылдың 6 ғинуар көнөндә архивланған., Lebanon Links
- ↑ Бейрут, город(недоступная ссылка) // Еврейская энциклопедия Брокгауза и Ефрона. — СПб., 1908—1913.
- ↑ Under Beirut’s Rubble, Remnants of 5,000 Years of Civilization, The New York Times
- ↑ Profile of Lebanon: History 2013 йылдың 23 июль көнөндә архивланған. Lebanese Embassy of the U.S.
- ↑ Druze History 2016 йылдың 3 март көнөндә архивланған.
- ↑ Бейрут // Военная энциклопедия : [в 18 т.] / под ред. В. Ф. Новицкого [и др.]. — СПб. ; [М.] : Тип. т-ва И. В. Сытина, 1911—1915.
- ↑ Бейрут: информация о городе. 2014 йылдың 23 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ Beirut's Official Webcite. Проверено 23 апреля 2008. Архивировано из первоисточника 21 мая 2008.
- ↑ Moussaitbeh
- ↑ Beirut's Official Website 2009 йылдың 12 апрель көнөндә архивланған..
- ↑ Lebanon refugee camp profiles.
- ↑ At Beirut Protest, a Reminder of Religious Diversity, The New York Times.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бейрут или Байрут // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Густерин П. В. Города Арабского Востока. — М.: Восток—Запад, 2007. — 352 с. — (Энциклопедический справочник). — 2000 экз. — ISBN 978-5-478-00729-4.