Нейпьидо

Файл:Uppatasanti Pagoda-01.jpg
Нейпьидо. Пагода

Нейпьидо́ (бирм. Naypyidaw.svg; MLCTS: ne.prany. dau mrui. — һүҙмә-һүҙ әйткәндә «король иле») — Мьянманың баш ҡалаһы. Элекке баш ҡала Янгондан 320 км төньяҡтараҡ урынлашҡан. Ҡала Мандалай округындағы Пьинмана ҡалаһынан 17 км көнбайыштараҡ урынлашҡан Чепьи ауылы урынында төҙөлә.

2005 йылдың 6 ноябрендә Нейпьидоға Мьянманың баш ҡалаһы статусы бирелә.

Тарих

2005 йылдың 7 ноябрендә Мьянманың хәрби хөкүмәте Янгондан яңы баш ҡалаға министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың күсереү процессы башлана[3]. Баш ҡаланы күсереүҙең сәбәбе аныҡ билдәле түгел.

2006 йылдың 27 мартында, Бирма армияһы көнөндә, 1945 йылда Бирманы япон окуппацияһынан азат итә башлау хөрмәтенә, 12 меңдән ашыу һалдат тәүге хәрби парад уҙғара. Был көндө Нейпьидо тәүге тапҡыр баш ҡала булараҡ телгә алына[4].

2013 йылдың декабрендә ҡалала 27-се Көньяҡ-Көнсығыш Азия уйындары үткәрелә.

Транспорт

Янгондан Нейпьидоға ҡәҙәр поезд туғыҙ сәғәт бара, көн һайын сәғәт 9:00 сыға һәм 18:00 сәғәттә барып етә[5].

2006 йылдың март уртаһынан Air Mandalay авиакомпанияһы Янгон һәм Нейпьидо араһында осоштар яһай башлай. 2006 йылдың 5 июнендә Ситтве һәм Тандве ҡалаларына тиклем даими авиарейстар асыла[6].

Иҫкәрмәләр

  1. https://www.president-office.gov.mm/en/?q=briefing-room/orders/2016/04/04/id-6214 (ингл.) — 2016.
  2. World Urbanization Prospects 2007 (2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2008. Архивировано из оригинала 10 март 2007 года. 2018 йылдың 26 декабрь көнөндә архивланған.
  3. The Move to Pyinmana, Bangkok Post (4 декабрь 2005). 7 декабрь 2005 тикшерелгән.(недоступная ссылка)
  4. Burma's new capital stages parade, BBC News, BBC (27 март 2006). 6 апрель 2006 тикшерелгән.
  5. Import, export licensing moving to Naypyidaw. The Myanmar Times. Myanmar Consolidated Media (29 май 2006). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июнь 2006. Архивировано 19 февраль 2012 года.
  6. News Briefs (New air destinations). The Myanmar Times. Myanmar Consolidated Media (12 июнь 2006). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июнь 2006. Архивировано 19 февраль 2012 года.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә