Антиохия
Антиохия | |
---|---|
бор. грек. Ἀντιόχεια ἡ Μεγάλη | |
Нигеҙләүсе | Селевк I Никатор[d][1] |
Административ үҙәге | Антиохийское княжество[d], Государство Хатай[d], Селевкиҙар дәүләте, диоцез Восток[d], Сирия[d] и Келесирия[d] |
Хөрмәтенә аталған | Антиох из Орестии[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1268 |
Дәүләт | |
Майҙаны |
|
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Эль-Аси[d] |
Нигеҙләү датаһы | май б. э. т. 300 |
Административ-территориаль берәмек | Антакья[d] |
Алмаштырылған | Антакья[d] |
![]() |

Антио́хия[3], шулай уҡ Оронталағы Антио́хия (бор. грек. Ἀντιόχεια ἡ ἐπὶ Ὀρόντου, Дафналағы Антиохия, бор. грек. Ἀντιόχεια ἡ ἐπὶ Δάφνῃ, Бөйөк Антиохия, бор. грек. Ἀντιόχεια ἡ Μεγάλη) — хәҙерге Төркиә территорияһында, Анатолия менән Сүриә ярҙары араһында урынлашҡан боронғо эллинизм ҡалаһы. Әлеге ваҡытта боронғо емереклектәр Төркиәнең Хатай виләйәтенең баш ҡалаһы Антакья ҡалаһына ҡарай.
Ҡала Икенсе Ҡорам осоро һуңында эллинизм иудаизмының төп үҙәге була һәм иртә христианлыҡ барлыҡҡа килеүҙә нигеҙ булыуы һәм оҙон ғүмерлелеге өсөн «христианлыҡ сәңгелдәге» тип һанала[4]. Яңы Ғәһедкә ярашлы, тап Антихонияла Ғайса бәйғәмбәр уҡыусыларын беренсе тапҡыр «христиандар» тип атайҙар (Деян. 11:26).
Урта быуаттарҙа ҡала һуғыштар, ер тетрәүҙәр һәм сауҙа юлдарының үҙгәреүе арҡаһында үҙенең әһәмиәтен юғалта. Әммә уның атамаһын Левантта һәм көнсығыш Урта диңгеҙ буйында ҙур әһәмиәткә эйә Антихония православие патриархаты йөрөтә.
Ҡала төҙөлөшө
Антиохияға беҙҙең эраға тиклем 300 йылда Селевк I Никатор, Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең полководецтарының береһе, нигеҙ һала. Архитекторы Ксенео (Ксеней) була, ә процесс менән Аттай, Перит һәм Анаксикрат етәкселек итә. Бер нисә ҙур булмаған ҡала: Лополис, Иоппа, Мероэ һәм Боттия берләштерелә. Ҡалала гректарға һәм йәһүдтәргә төпләнергә рөхсәт ителә. Унда, сенатты ла индереп, демократик муниципаль хөкүмәт була. Иоанн Малала һөйләгән легендаға ярашлы, нигеҙ ташын һалғанда Аматея исемле ҡыҙҙы ҡорбанға килтерәләр, һуңынан уны алиһә итеп иғлан итәләр һәм уның изге урыны иң хөрмәтлеләрҙән һанала. Скульптор Евтихид, хаким үтенесе буйынса, уның статуяһын эшләй. Селевк башҡа изге урындарға, шул иҫәптән Афиналағы ҡорамға ла нигеҙ һала[5].
Ҡала урамдары тура мөйөш яһып киҫешә, ә урындағы учреждениелар (Буле менән Архонт) уны үҙ аллы штатҡа тигәндәй әйләндерә[6].
Антиохияны шул уҡ атамалы башҡа ҡалаларҙан айырыу өсөн Оронта Антиохияһы (Оронт йылғаһынан) йәки Дафна Антихонияһы (Дафна мәмерйәһенән) тип йөрөтәләр[4].
Халҡына географик, хәрби һәм иҡтисади өҫтөнлөктәр биргән уңыйлы урынлашыуы арҡаһында ҡала Селевкиҙар дәүләтенең дүрт баш ҡалаһының береһе булып китә: Ебәк һәм Батша юлынан йыраҡ булмаған уңдырышлы тупраҡлы Амука тигеҙлегәндә һаҡланыу ҡәлғәләре төҙөргә мөмкин булған тауҙар эргәһендә (Стаурун һәм Сильпион) урынлашҡас, аш тәмләткестәр менән әүҙем һатыу итә[7]. Страбон билдәләүенсә, киңәйә бара уны Тетраполис (дүрт өлөшлө ҡала), тип атай башлайҙар. Ҡаланан көньяҡҡа табан Антиох IV Эпифан нигеҙләгән Епифаний (Эпифания) кварталы урынлаша. Гректар, сүриәлеләр һәм йәһүдтәр йәшәгән был урын мәҙәни үҫеш йәһәтенән Пергам һәм Искәндәриәнән ҡалышһа ла, сауҙа һәм сәнәғәттә йылдам үҫешә[6].
Рим империяһында
Антиохия беҙҙең эраға тиклем 64-се йылғаса селевкиҙарҙың баш ҡалаһы була, һуңынан уны римдар яулап ала. Яңы власть хакимлығында ул Римдың Сүриә провинцияһы баш ҡалаһы булып китә. Фаразлауҙар буйынса, Антиохия халҡы һаны һуң эллинизм дәүерендә һәм Рим империяһы ваҡытында меңгә етә һәм был уны көнсығыш Урта диңгеҙ буйында Римдан, Искәндәриәнән ҡала ҙурлығы буйынса өсөнсө ҡала итә[6]. Ҡалала төрлө ҡорамдар, театрҙар, аведуктар (һыу торбалары) һәм термалар (мунса) була. Шулай уҡ Антиохия Сүриәлә Рим гарнизонының штаб-фатиры булып тора һәм уның төп бурысы империяның көнсығыш сиген фарсыларҙың һөжүменән һаҡлау була[4].
Тиберий идара иткән йылдарҙа ҡала үҫә, унда 3200 колонналы проспект төҙөлә. Ул Епифанийҙы Тетраполистың башҡа өлөштәренән айырып тора. Һуңыраҡ Антиохия Римдың яңы ҡалаларын төҙөгәндә өлгө булып тора[8].
37-се йылғы ер тетрәү етди зыян килтерә, әммә цезарь Калигула Антиохияны тергеҙә. Император Тит театр төҙөй. Домициан — бер нисә терем һәм Асклепия ҡорамын. Траян — күпер, цирк һәм термаль ванналар. Траян идара иткәндә, 115 йылда, ҡала тағы бер ер тетрәүен үткәрә, унан һуң тергеҙелә һәм тағы ла ҙурыраҡ булып китә. Адриан Артемида һәм илаһилаштырылған Траян хөрмәтенә ике ҡорам төҙөтә[8].
252 йылда Сүриәгә Шапур I етәкселегендә сасанидтар баҫып инә һәм власть Мариадес — фарсыларға мәрхәмәтле урындағы дворя ҡулына күсә. Ҡаланың бер өлөшө тағы ла емерелә, ә халыҡтың төп өлөшө Фарсыға (Сузианаға) күсенә. Валериан I Антиохияны тергеҙә, әммә 260-сы йылда фарсылар кире ҡайта. 266—272 йылдарҙа тәхеттә Зенобия ултыра[8].
IV быуатта ҡабаттан мөһим ҡала һәм цезарь Констанций Галлдың резиденцияһы була. 387 йылда яңы һалым «статуялар ихтилалына» сәбәп була һәм уның барышында халыҡ цезарҙарҙың һәм уларҙың ғаилә ағзаларының статуяларын бәреп төшөрә[8].
Христианлыҡ үҙәге
Рим империяһы власы аҫтында Антиохия иртә христианлыҡтың төп үҙәге була. Ҡалала йәһүдтәр күпләп йәшәй, шуға күрә ул тәүге миссионерҙарҙы йәлеп итә. Һуңынан Антиохияны христиан дине тәғлимәте сәңгелдәге тип атай башлайҙар, уның менән Антиохия дин тәғлимәте мәктәбе бәйле. Бында вәғәзсе Иоанн Златоуст тыуа һәм хеҙмәт юлын башлай. Антиохияла боронғо дүрт автокефаль сиркәүҙәрҙең береһе — Антиохия православие сиркәүе урынлаша (ҡала бөлгөнлөккә төшкәс патриархаттың административ үҙәге Дамаскка күсерелә)[9].
Ҡала тирәләй бер нисә грек, сүриә, әрмән һәм латынь монастыре тора. Беҙҙең эраның 252 һәм 300 йылдары араһында Антиохияла 10 сиркәү йыйылышы үткәрелә һәм ул Константинополь, Иерусалим, Искәндәриә һәм Рим менән бер рәттән беренсе биш патриархаттың резиденцияһы була[9].
IV быуатта Антиохия сиркәүе әһәмиәте буйынса Рим һәм Искәндәриә сиркәүҙәренән ҡала өсөнсө урында тора, 327—341 йылдар араһында беренселәрҙән булып көмбәҙле һәм мозаикалы собор төҙөй. Һуңынан, Константинополь күтәрелгәс һәм Иерусалим патриарх тип иғлан ителгәс, шулай уҡ Ариан сафсатаһы эшмәкәрлеге арҡаһында уның әһәмиәте кәмей[9].
Византия империяһында
IV—VII быуаттарҙа Антиохия Византия составына инә. IV быуаттың беренсе яртыһында ул Рим-Византия көнсығыштының мәҙәни һәм интеллектуаль үҙәге роленә эйә була. Лев I Макелла идара иткәндә (457—474) ҡабаттан ер тетрәй, уның артынса йәһүдтәр күпләп үлтерелә, дәүләт-ара һуғыштар башлана. 526 йылдағы ер тетрәү һөҙөмтәһендә сирек миллион кеше һәләк була. Ҡаланы Ефрем, Көнсығыш комитеты һәм патриарх тергеҙә. Юстиниан I идара иткәндә Антиохия киңәйтелә һәм тергеҙелә, әммә 535 йыл тирәһендә ул ҡабат ер тетрәүе һөҙөмтәһендә ҡыйрала, 538 йылда уны ҡыйратыуҙы тамамлаған фарсылар баҫып ала. Халыҡтың күпселек өлөшө Экбатанаға депортациялана. Фарсылар киткәс, Антиохия шул тиклем емереклектә ҡала, Юстиниан I элеккеһенән бәләкәйерәк яңы ҡала (Феуполис — «Аллаһ ҡалаһы») нигеҙләргә бойора, ул бер ни тиклем ваҡыттан һуң Антиохия тип атала башлай. VII быуат башында — 602 һәм 611 йылдарҙа ул ике тапҡыр, Ираклий I ҡыуып сығарғанға тиклем, сасанидтар тарафынан талана[10].
Ислам хакимлығы, тәре походтары һәм Антиохия кенәзлеге
637—638 йылдарҙа Антиохияны хәлиф Үмәр ибн әл-Хаттаб етәкселегендә ғәрәптәр баҫып ала. Ҡала бәләкәй ҡала кимәленә төшә, унда Авасим сик буйы хәрби ойошмаһының штабы урынлаша, ҡала үҙе, 1084 йылда төрөк-сәлжүктәр баҫып алғанға тиклем, сик буйы нығытмаһы булып хеҙмәт итә[11].
1098 йылда, Беренсе тәре походы ваҡытында, оҙайлы ҡамауҙан һуң Антиохияны тәре йөрөтөүселәр ҡулға төшөрә һәм уны үҙ кенәзлектәренең береһенең баш ҡалаһы итә. Әммә улар ҡаланы Византияға бирмәй, ә үҙ дәүләттәрен — Антиохия кенәзлеген төҙөй һәм ул 1268 йылға тиклем йәшәй. Антиохия кенәзе Боэмунд Тарентский була[11][12].
Антиохия кенәзлеге Левантта тәре йөрөтөүселәрҙең башҡа дәүләттәре менән сағыштырғанда ҙурлығы буйынса өсөнсө урында тора (Триполь графлығы ғына унан ҙур була)). Кенәзлек Урта диңгеҙ ярының төньяҡ-көнсығышын биләй, төньяҡтан Киликий батшалығы һәм Эдесс графлығы, көньяҡтан Триполь графлығы менән сиктәш. XIII быуатта уның халҡы 30000 кеше тәшкил итә һәм башлыса православие динендәге гректарҙан һәм әрмәндәрҙән тора. Унан тыш, ҡаланан ситтә бер ни тиклем мосолман йәмғиәттәре була. Антиохияла йәшәгән тәре йөрөтөүселәрҙең күпселеге сығышы менән Нормандиянан һәм Италияның көньяғынан була[13][14].
Мәмлүктәр хакимлығы һәм Антиохия кенәзлегенең ҡолауы
1268 йылда ҡаланы мәмлүктәр баҫып ала һәм уны ер менән тигеҙләй. Мәмлүк солтаны Бейбарс I Антиохия кенәзлеген тар-мар иткәндән һуң, ҡала әһәмиәтен юғалта[12].
1517 йылда Антиохияны ғосман төрөктәре баҫып алғанда ул бәләкәй генә ауыл кеүек була. Беренсе донъя һуғышы тамамланғанға тиклем Антиохия Ғосман империяһының өлөшө булып ҡала, һуңынан француз мандатына ярашлы Сүриәгә бирелә. Франция 1939 йылда ҡалаға һәм уның тирә-яғына Төркиәгә ҡушылырға рөхсәт итә[11].
Хәҙерге әһәмиәте
Хәҙерге ваҡытта Антиохия Антакья ҡалаһын һәм ошо исемдәге районды, Төркиәнең Хатай иленең административ үҙәген тәшкил итә[15][16].
2023 йылдың февралендә ҡала емергес ер тетрәүе үҙәгенә эләгә[17].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Антиохия Заяксартская
- Эллинизм
- Грек-Бактрия батшалығы
Әҙәбиәт
- Брюн С. П.. Ромеи и франки в Антиохии, Сирии и Киликии XI—XIII в. М.: Маска, 2015. Том I—II.
- Курбатов Г. Л. Основные проблемы внутреннего развития византийского города (Антиохия в IV в.). Л., 1971.
- Смбат Спарапет. Летопись / Пер. с древнеармянского; предисл. и примеч. А. Г. Галстяна. Ереван: Айастан, 1974.
- Степаненко В. П. Государство Филарета Варажнуни (1071—1084/86 гг.) // Античная древность и средние века. Свердловск, 1975. Вып. 12. С. 86—103.
- Степаненко В. П. К датировке печати Тавтука, проедра и катепана Самосаты // Античная древность и средние века. 1995. Вып. 27. С. 58—62.
- Яхья Антиохийский. Летопись (извлечения)
- Antioch-on-the-Orontes: The Excavations. L.; Princeton, 1934—1972. Vol. 1-5.
- Bouchier Ed. S. A short history of Antioch: 300 B. C.-A. D. 1268. 1921.
- Cribiore R. The School of Libanius in Late Antique Antioch. Princeton: Princeton University Press, 2007.
- Downey G. A history of Antioch in Syria: from Seleucus to the Arab conquest. Princeton University Press, 1961.
- Downey G. Ancient Antioch. Norman, 1963.
- Downey, Glanville, A history of Antioch in Syria from Seleucus to the Arab conquest. Princeton, 1961.
- Liebeschuetz J. H. W. G. Antioch: City and Imperial Administration in the Later Roman Empire. Oxf., 1972.
- Wallace-Hadrill D. S. Christian Antioch: a study of early Christian thought in the East. 1982.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Oxford Classical Dictionary (ингл.) — OUP, 2012. — ISBN 978-0-19-173525-7
- ↑ GeoNames (ингл.) — 2005.
- ↑ Агеенко Ф. Л. Антиохия // Словарь собственных имён русского языка. — М.: ООО «Издательство "Мир и Образование"», 2010. Архивная копия от 9 апрель 2022 на Wayback Machine
- ↑ 1 2 3 Antioch (ингл.). Encyclopedia Britannica. Дата обращения: 26 декабрь 2023.
- ↑ Иоанн Малала. Книга VIII. Время македонян // Хронография. Книги VI-XII : [рус.]. — Белгород : БелГУ, 2016. — Вып. 7. — (Мир поздней античности. Документы и материалы. Сер. ru).
- ↑ 1 2 3 Paul Kloeg. Antioch the Great: Population and economy of second-century Antioch (инг.). — Leiden University, 2013.
- ↑ Wilson N. G. Encyclopedia of ancient Greece (инг.). — New York: Routledge, 2006. — 592 p. — ISBN 978-0-415-97334-2.
- ↑ 1 2 3 4 Clyde E. Fant, Mitchell G. Reddish. A Guide to Biblical Sites in Greece and Turkey (инг.). — Oxford University Press, 2003. — 432 p. — ISBN 0198031890.
- ↑ 1 2 3 The Eerdmans Encyclopedia of Early Christian Art and Archaeology (инг.) / Paul Corby Finney. — William B. Eerdmans, 2017. — Vol. 1. — P. 73—74. — ISBN 978-0-8028-9016-0.
- ↑ A Global Chronology of Conflict: From the Ancient World to the Modern Middle East: From the Ancient World to the Modern Middle East (инг.) / Spencer C. Tucker. — ABC-CLIO, 2009. — Vol. 6. — 2777 p.
- ↑ 1 2 3 Timothy E. Gregory. A History of Byzantium (инг.). — John Wiley & Sons. — ISBN 140518471X.
- ↑ 1 2 Ҡалып:Книга:Ришар Жан: Латино-Иерусалимское королевство
- ↑ Grousset, René. L'Empire du Levant, Histoire de la Question d'Orient (фр.). — Paris: Payot, 1949. — 648 p. — ISBN 2-228-12530-X.
- ↑ Вильгельм Тирский. История деяний в заморских землях / пер. М. М. Стасюлевича. — История средних веков в ее писателях и исследованиях новейших ученых. — СПб., 1887. — Т. III.
- ↑ Antakya'nın Kuruluşu (төр.). Antakya Belediye Başkanlığı. Дата обращения: 9 ғинуар 2023.
- ↑ Büyükşehir İlçe Belediyesi, Turkey Civil Administration Departments Inventory. Retrieved 19 September 2023.
- ↑ Ben Hubbard, Nimet Kirac. An Ancient City, Now in Ruins, Struggles to Keep Its Soul (ингл.). The New York Times (1 октябрь 2023). Дата обращения: 9 ғинуар 2023.