Төркиәлә һәм Сүриәлә ер тетрәү (2023)

2023 йылда Төркиәлә һәм Сүриәлә ер тетрәү — 2023 йылдың 6 февралендә туғыҙ сәғәт арауығында булған бер-бер артлы ике көслө ер тетрәүҙең шартлы атамаһы. Беренсеһенең үҙәге 7,8 магнитудалы (± 0,1) Газиантепта (Төркиә) Шеһиткамил районында урынлашҡан, икенсеһенең үҙәге, 7,5 (± 0,1) магнитудалы Каһраманмараш (Төркиә) Экинёзю районында урынлашҡан. Ер тетрәүҙән һуң йөҙҙәрсә ҡабат һелкенеү (афтершоктар) теркәлә, уларҙың иң көслөһөнең магнитудаһы 6,7-гә етә[1]. Ошо ер тетрәүҙәр һөҙөмтәһендә Төркиәлә 27 меңдән ашыу[2] кеше һәләк була, ә Сүриәлә 5000 кеше[3][4], тағы ла тиҫтәләгән мең кеше зыян күргән. Төркиәлә ғәҙәттән тыш хәл һәм ете көнлөк матәм иғлан ителде. Ер тетрәү Төркиәлә 1939 йылда Эрзинджанда булған ер тетрәүҙән һуң иң көслө ер тетрәү тип таныла. Донъяла һуңғы тапҡыр ер тетрәүҙән зыян күреүселәр һаны һуңғы тапҡыр 2010 йылда Гаитиҙа була.

Алдағы тарихы

Анатолийская плита

Төркиә донъялағы иң әүҙем сейсмик зоналарҙың береһендә урынлашҡан[5]. Ер тетрәү булған район өс тектоник плита киҫелешендә урынлашҡан: анатолия, ғәрәп һәм африкан[6][7]. Ғәрәп плитаһы төньяҡҡа хәрәкәт итә, һөҙөмтәлә Анатолия плитаһы (Төркиәнең ҙур өлөшө урынлашҡан) көнбайышҡа ҡыҫырыҡлана[6]. Плиталар хәрәкәте улар араһындағы һынылыш зоналарына баҫым яһай. Был баҫымдың һаҡланған энергияһының ҡапыл бүленеп сығыуы ер тетрәүҙәргә килтерә[6].

1970 йылдан ер тетрәүҙән 250 километр радиуста 2023 йылдың 6 февралендә 6 һәм унан да күберәк магнитудалы өс ер тетрәү була. Уларҙың иң ҙуры 6,7 магнитудалы 2020 йылдың 24 ғинуарында булған[8].

Ер тетрәүҙәр

Беренсе ер тетрәү Газиантептың Шаһиткамил районында Сүриә сиге янында урындағы ваҡыт менән 04:17 сәғәттә (01:17 UTC) 17,9 километр тәрәнлектә була[9][10]. Уның магнитудаһы 7,8[11]. Ер тетрәүҙән һуң алты сәғәт эсендә Газиантепта 24 афтершок була. Уларҙың иң көслөләренең ҙурлығы — 6,7[1][12].

Шул уҡ көндө Төркиәлә 7,6 магнитудалы сираттағы көслө ер тетрәү була. Уның үҙәге Каһраманмараш гпровинцияһының Эльбистан районында була[5]. Төркиәнең Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса идаралығы ер тетрәүҙән һуң 1117 афтершок булыуы тураһында хәбәр итте[13]. Белгестәр әйтеүенсә, афтершоктар кәмендә тағы бер йыл дауам итәсәк[14].

Фамагуста (Кипр) яры буйында ҙур булмаған цунами тулҡындары теркәлгән. Улар зыян килтермәгән[15]. Италияның Граждандарҙы яҡлау департаменты Италия ярҙарында цунами булыуы ихтималлығы тураһында иҫкәртә (һуңынан уны кире ҡаға).[16]

Шул уҡ көндө Ҡаҙағстандың көньяғында 5,4 магнитудалы ер тетрәү була, ҡайһы бер тораҡ пункттарҙа 2-3 балл көсөндәге ер аҫты ер тетрәндеүе һиҙелә, тип хәбәр итә Ҡаҙағстандағы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының сейсмологик тәжрибә-методик экспедицияһы.[17] Хмельницкий һәм Көньяҡ-Украина АЭС-тарында ер тетрәү һөҙөмтәһендә ҙур булмаған афтершоктар теркәлгән.[18] Дания геология институты хәбәр итеүенсә, ер тетрәүҙәр Гренландияла сейсмографтарҙа теркәлгән[19][20].

Эҙемтәләре

undefined

Ер тетрәү һөҙөмтәһендә 27 030-ҙан ашыу кеше һәләк була, 87 370 кеше яралана[4][21]. Эҙләү-ҡотҡарыу эштәре барышында емереклектәрҙән 8 меңдән ашыу кеше ҡотҡарылған[10].

Төркиә

Төркиәлә провинциялар буйынса һәләк булғандар һәм яраланғандар һаны[22][22]
Провинция Һәләк булғандар Яраланғандар
Адана 408 7450
Адыяман 3105 11 778
Батман 0 20
Диярбаҡыр 212 899
Газиантеп 2141 11 563
Хатай 5111 15 613
Каһраманмараш 5323 9243
Килис 22 518
Малатья 289 7300
Ғосмания 878 2224
Шанлыурфа 304 2551
Элазыг 5 379
Провинции, значительно пострадавшие от землетрясения

Төркиә президенты Рәжәп Тайип Эрдоған әйтеүенсә, был Төркиәлә 1939 йылдан алып иң көслө ер тетрәү[23][24]. Төрөк лираһының курсы рекордлы кимәлгә төштө.[25].

Дөйөм алғанда, Төркиәлә 6217 бина емерелә, шул иҫәптән Каһраманмарашта 310 бина, Хатайҙа 1278 бина, Ғәзиантепта 581, Шанлыурфта 201 бина, Ғосманияла 101, Малатьела 130 бина, Килиста 50 бина, Адияманда 600 бина, Диярбаҡырҙа 20 бина һәм Аданда 24 бина.[26]

Граждандар рейстары өсөн Каһраманмараш һәм Газиантеп аэропорттары ябыла.[27]

Газиантеп

Беренсе ер тетрәүҙең үҙәге Ғазиантепта 500-гә яҡын бина емерелгән. Ҡала халҡының яртыһынан күберәге өйҙәренә ҡайта алмай, йәғни 1 миллион кеше. Тарихи ҡәлғә емерелә. Газиантеп-Нурдаги автомагистрале зыян күрә, «Каһраманмараш-Газиантеп» газ үткәргесе зыян күргәнгә тәбиғи газ һурҙырыу туҡтатыла[28].

Хатай

Разрушенное здание в Хатае

Хатайҙа, ер тетрәү ҙур зыян килтергән провинцияларҙың береһендә, 2 меңгә яҡын бина емерелә.[29] Хатай аэропортының осоу-ултырыу һыҙаты зыян күрә, аэропорт бөтә рейстар өсөн ябыла. Шулай уҡ Хатайға тәбиғи газ биреү туҡтатыла. Искендерун провинцияһының иң ҙур ҡалаһында порт пристаненең емерелеүе һөҙөмтәһендә контейнерҙар түңкәрелә, был янғынға килтерә. Бынан тыш, Искендерун дәүләт дауаханаһы бинаһы, полиция участкаһы һәм суд бинаһы емерелә.[29] Искендерун портында диңгеҙ кимәле күтәрелә. Яр буйындағы юлдарҙы һәм майҙандарҙы һыу баҫа. Эргәләге предприятиеларҙа йәшәүселәр һәм хеҙмәткәрҙәр эвакуациялана.[30]

Адыяман

Адыяман — ике ҙур ер тетрәүҙән иң ныҡ зыян күргән ҡалаларҙың береһе. Күп фатирлы йорттарҙың күләмле емереклектәре булған ҡалала 3 километр самаһы оҙонлоҡтағы юлда торған биналар ҡалмаған тиерлек, дүрт квартал тулыһынса тиерлек емерелгән. Адыяман үҙәге составына ингән Коул ҡалаһы мэры Эркан Каракаш әйтеүенсә, үҙәк, атап әйткәндә, Бахчелиевлер һәм Ҡарапынар райондары, «‎тулыһынса емерелгән», тип белдерә. Ер тетрәү һөҙөмтәһендә Адыяман ратушаһы, Ҙур мәсет һәм Гельбаша дәүләт дауаханаһы емерелә. Ҡаланың иң ҙур ҡунаҡханаһы, Isias, шулай уҡ ер тетрәүҙән тулыһынса емерелә.[31]

Каһраманмараш

Каһраманмараш 7,7 һәм 7,5 магнитудалы ике ер тетрәүҙең эпиүҙәгенә эләгә. Ҡала үҙәгендәге биналарҙың күп өлөшө емерелә.[32]

Сүриә

Ер тетрәүҙән иң ныҡ зыян күргән райондарҙың береһе — Сүриәнең төньяҡ-көнбайышы[33].

Сүриәләге иң ҙур нефть эшкәртеү заводы Банияста ҡорамалдар зыян күргәнлектән, нефть продукттары ағып сыҡҡанлыҡтан эшләүен туҡтата.[34] Сүриәнең Раджа ҡалаһындағы зыян күргән төрмә бинаһынан «Ислам дәүләте» террористик төркөмөнөң ике тиҫтә яугиры ҡасҡан[33]. Сүриәнең Музейҙар һәм иҫтәлекле урындар департаменты хәбәр итеүенсә, ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән Алеппо цитаделе стеналарында ярыҡтар барлыҡҡа килгән.[35]

Реакция

undefined

Төркиәлә кризис өсөн дүртенсе кимәлдә хәүеф иғлан ителә (иң юғарыһы)[10]. 10 провинцияла өс айлыҡ ғәҙәттән тыш хәл[36][37] һәм милли ете көнлөк матәм осоро иғлан ителә[1][23].Рәжәп Тайип Эрдоған ер тетрәүҙән зыян күргән ғаиләләргә һәр береһенә 10 000 төрөк лираһы түләнәсәге тураһында белдерҙе[38]. Ул шулай уҡ бер йыл эсендә хөкүмәт 10 провинцияла зыян күреүселәр өсөн йорттар төҙөйәсәк тип белдерҙе[39]. Төркиәгә 70 ил һәм 14 ойошма ярҙам тәҡдим иткән[40]. Төрөк Ҡыҙыл Ярым Айы зыян күреүселәргә ярҙам итеү өсөн ҡан запасы бирә башлай. Ойошма халыҡты уны өҫтәмә тапшырырға саҡыра[10]. Төркиә вице-президенты Фуат Октай эҙләү-ҡотҡарыу эштәренә йәлеп ителгән кешеләрҙең дөйөм һаны 103 800 кеше тәшкил итә тип белдерҙе. 5531 берәмек ауыр техника һәм 900 кран ҡулланыла. Шулай уҡ 10 карап, 50 самолет һәм 72 вертолет ҡатнаша. Төркиәгә 66 илдән ҡотҡарыу отрядтары килде[41]. Октай шулай уҡ ер тетрәү һөҙөмтәһендә йортһоҙ ҡалған 1,05 миллион кеше ваҡытлыса приюттарҙа тип белдерҙе.[42]. Евросоюз Төркиә менән Сүриәгә 6,5 миллион евро бирергә йыйыныуы тураһында белдерҙе. Сүриә хөкүмәте Евросоюзға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Европаның кризис менән идара итеү буйынса комиссары Янез Ленарчич, Сүриә хөкүмәтенә ҡарата санкцияларға ҡарамаҫтан, Сүриәгә гуманитар ярҙам күрһәтеләсәк, тип белдерҙе[43]. Бөтә донъя банкы Төркиәгә ер тетрәү эҙемтәләрен бөтөрөү һәм ярҙам күрһәтеү өсөн 1,78 миллиард доллар ярҙам күрһәтәсәген белдерҙе.[44][45].

Associated Press билдәләүенсә, халыҡ-ара ярҙамдың күп өлөшө Сүриәгә түгел, ә Төркиәгә ебәрелгән. Төркиәға ярҙам иткән һәм үҙенең ҡотҡарыусыларын ошо илгә ебәргән беренсе ил Әзербайжан була[46].

Баһалауҙар

Сейсмологтар булған хәлде 1999 йылдағы Измит ер тетрәүе менән сағыштырҙы[10]. Һәләк булыусылар һаны 3400-ҙән артҡас, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы уның 8 тапҡырға күберәк булыуы ихтимал тип белдерҙе.[47]. Әзербайжан сейсмологтары әйтеүенсә, Төркиәлә афтершоктар бер ай дауам итәсәк[48]. Итальян эксперты Джанлука Валенсизе Кипр районында һәм Төркиәнең көнсығышында афтершоктар хәүефе тураһында иҫкәртте[10]. Төркиәнең хәүеф менән идара итеү агентлыҡтары ер тетрәүҙән килгән зыян күләмен 15 миллиард доллар тип баһалай (был 1999 йыл менән сағыштырғанда әҙерәк)[49]. Американың Fitch рейтинг агентлығы зыянды 4 миллиард доллар тип баһаланы[50]. АҠШ-тың геология тикшеренеүҙәре баһалауынса, Төркиәнең юғалтыуҙары уның ЭТП-һының яҡынса 2 % тәшкил итеүе ихтимал.[25]

Эрдоған мәғлүмәттәре буйынса, Төркиәләге ер тетрәүҙән 13 миллиондан ашыу кеше зыян күргән. Ул уны «донъялағы иң ҙур бәлә-ҡазаларҙың береһе»[51] һәм «быуат катастрофаһы» тип атай[52]. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, Төркиәлә һәм Сүриәлә һәләкәт зонаһында яҡынса 23 миллион кеше, шул иҫәптән 1,4 миллион бала булған[40].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 Son Depremler. www.koeri.boun.edu.tr. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2023. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «Son Depremler» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «Son Depremler» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән
  2. Over 18,340 killed in powerful earthquakes that hit southern Türkiye. www.aa.com.tr (10 февраль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 февраль 2023.
  3. More than 11,000 confirmed dead in Turkey and Syria in deadliest earthquake in over a decade. Sky News. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2023.
  4. 1 2 Henley, Jon. Turkey-Syria earthquake updates: death toll nears 16,000 as 72-hour ‘rescue window’ passes - live news, The Guardian (9 февраль 2023). 9 февраль 2023 тикшерелгән.
  5. 1 2 Турцию и Сирию сотрясли два мощных землетрясения. Погибли почти 2 тысячи человек, BBC News Русская служба. 6 февраль 2023 тикшерелгән.
  6. 1 2 3 Землетрясения в Турции и Сирии с точки зрения науки. vesti.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2023.
  7. Jenny Jenkins. Turkey-Syria earthquakes: a seismologist explains what has happened. The Conversation. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2023.
  8. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2023.
  9. Huge quake toppled buildings in Turkey and Syria as people slept, BBC News (6 февраль 2023). 6 февраль 2023 тикшерелгән.
  10. 1 2 3 4 5 6 Что известно о землетрясении в Турции. Архивировано 6 февраль 2023 года. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «:0» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «:0» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «:0» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән
  11. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. 2023-02-06. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2023.
  12. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2023.
  13. Kahramanmaraş merkezli depremlerde can kaybı ve yaralı sayısı son durum. www.haberturk.com (10 февраль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 февраль 2023.
  14. 'Artçı sarsıntılar en az 1 yıl devam edecek'. Milliyet. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2023.
  15. Earthquake in Turkey caused 'small tsunami' off Famagusta coast (Update) | Cyprus Mail. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2023. [no Архивировано] 6 февраль 2023 года.
  16. Allerta maremoto: possibili onde in arrivo sulle coste italiane. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2023. [no Архивировано] 6 февраль 2023 года.
  17. В Казахстане произошло землетрясение магнитудой 5,4. 2023-02-06. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2023. [no Архивировано] 7 февраль 2023 года.
  18. На двух украинских АЭС зафиксировали незначительные толчки после землетрясения в Турции. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2023.
  19. Turkey's powerful earthquake tremors felt as far as Greenland, Le Monde.fr (6 февраль 2023). 8 февраль 2023 тикшерелгән.
  20. Толчки от землетрясения в Турции и Сирии дошли до Гренландии. 2023-02-06. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2023.
  21. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. Sakina Fatima. [ ]. 2023-02-07. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2023.
  22. 1 2 Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 февраль 2023.
  23. 1 2 Эрдоган назвал землетрясение в Турции самым мощным за последние 84 года. РБК (6 февраль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2023. Архивировано 6 февраль 2023 года. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «:8» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән
  24. Крупнейшее за десятки лет землетрясение в Турции и Сирии. Главное. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2023.
  25. 1 2 Стихийные последствия (7 февраль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2023. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «:2» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән
  26. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2023.
  27. Главное о землетрясении в Турции и Сирии: больше тысячи погибших, разрушенные памятники и новые мощные толчки. Коммерсантъ (6 февраль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2023.
  28. Gaziantep'te son durum: Şehrin yarısı evine giremiyor (6 февраль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2023.
  29. 1 2 Hatay'da son durum: 'Deprem nedeniyle 2 bine yakın bina yıkıldı, kayıplarımız çok fazla' (төр.). BBC News Türkçe (6 февраль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2023.
  30. На юге Турции после землетрясения поднялся уровень моря. Видео. РБК. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 февраль 2023.
  31. Gazete Duvar. Adıyaman’da deprem: Bize makine lazım, makine, makine… 2023-07-02. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2023.
  32. Kahramanmaraş’taki büyük yıkım havadan görüntülendi (төр.). MSN. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 февраль 2023.
  33. 1 2 Голод, разруха, холера, а теперь — землетрясение. Почему Сирия пострадала сильнее, чем Турция. BBC News Русская служба (7 февраль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2023. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «:10» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән
  34. Крупнейший НПЗ в Сирии приостановил работу после землетрясения. Lenta.RU. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2023.
  35. Признанная объектом всемирного наследия цитадель в Алеппо повреждена при землетрясении. 2023-02-06. Коммерсантъ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2023.
  36. Эрдоган ввел режим ЧП в десяти пострадавших от землетрясения провинциях Турции (7 февраль 2023).
  37. Эрдоган объявил чрезвычайное положение в пострадавших от землетрясения районах. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2023.
  38. Пострадавшим от землетрясения в Турции семьям выплатят пособие в размере $530. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 февраль 2023.
  39. Ангелина Мильченко. Землетрясение в Турции. Что известно спустя двое суток после начала толчков, gazeta.ru (2023.02.08).
  40. 1 2 Геосотрясение. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2023. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «:4» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән
  41. В спасательных операциях в Турции участвуют 103 тысячи человек. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 февраль 2023.
  42. Kemal Aslan, Maya Gebeily, Khalil Ashawi. Two women survive for days in earthquake rubble as death toll tops 24,150, Reuters (11 февраль 2023). 11 февраль 2023 тикшерелгән.
  43. Ирина Шелудкова. Спасательные операции в Турции и Сирии. 2023-02-08. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 февраль 2023.
  44. Всемирный банк выделит $1,78 млрд на помощь пострадавшей от землетрясения Турции. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 февраль 2023.
  45. Death toll climbs above 20,000 after Turkey-Syria earthquake. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 февраль 2023.
  46. Azerbaycan, 370 kişilik ekiple deprem bölgesinde. 2023-02-07 (ингл.). Demirören Haber Ajansı. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 февраль 2023.
  47. Turkey earthquake: Death toll could increase eight-fold, WHO says, BBC News (6 февраль 2023). 7 февраль 2023 тикшерелгән.
  48. Сейсмологи: афтершоки после землетрясения в Турции будут длиться месяц. РИА Новости (6 февраль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2023. Архивировано 6 февраль 2023 года.
  49. Стал известен возможный размер ущерба от землетрясений в Турции. www.mk.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2023.
  50. Подсчитан возможный ущерб от землетрясений в Турции. Lenta.RU. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 февраль 2023.
  51. Эрдоган назвал землетрясение в Турции одним из самых крупных мировых бедствий. TACC. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2023.
  52. Землетрясения в Турции и Сирии: число жертв превысило 21 тысячу, но масштаб катастрофы до конца неясен. 2023-02-09. BBC News Русская служба. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 февраль 2023.

Һылтанмалар

Категориялар