Зөбәйер ибн әл-Ғәүүәм

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
ғәр. الزبير بن العوام
Ғәскәр төрө армия Праведного халифата[d]
Хәләл ефете Әсмә бинт Әбү Бәкер[1], Умм Кульсум бинт Укба[d][1], Атика бинт Зейд[d][1], Тумадур бин аль-Асбаг[d][1] и Амат бинт Халид ибн Саид[d][1]
Әсәһе Сафия бинт Абд аль-Мутталиб[d]
Заты ир-ат
Үлем төрө яуҙа үлгән[d][1]
Хәрби звание коммандер[d]
Тыуған урыны
Балалары Урва ибн аз-Зубайр[d], Ғабдуллаһ бин Зөбәйер, Мусаб ибн аз-Зубайр[d], Амр ибн аз-Зубайр[d], Халид ибн аз-Зубайр[d], аль-Мунзир ибн аз-Зубайр[d], Хамза ибн аз-Зубайр[d], Джафар ибн аз-Зубайр[d] и Рамля бинт аз-Зубайр[d]
Атаһы аль-Аввам ибн Хувайлид[d]
Хеҙмәт итеүе Хаҡ хәлифәт
Рәсем
Тыуған көнө 594
Бер туғандары Abdulrahman ibn Al-Awam[d], Abdullah ibn Al-Awam[d], ас-Саиб ибн аль-Аввам[d], Умм Хабиб бинт аль-Аввам[d] и Q99232045?
Һөнәр төрө сәйәсмән, шағир
Вафат булған көнө 4 декабрь 656({{padleft:656|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Вафат булған урыны
Һуғыш/алыш
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Зөбәйер ибн әл-Ғәүүәм (ғәр. الزبير بن العوام;рус. Аз-Зубайр ибн аль-Аввам;  ? — һ. 36, 656) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ике туғаны, сәхәбәһе. Иҫән ваҡытында уҡ йәннәт менән һөйөнсөләнгән сәхәбәләрҙең береһе. Урва һәм Ғабдулла тигән улдары, Хишам ибн Урва тигән ейәне була.

Зөбәйер ибн әл-Ғәүүәм беренселәрҙән булып ислам ҡабул итә. Башҡа тәүге мосолмандар кеүек үк туғандары һәм бүтән ҡорайыштар тарафынан йәберләүҙәргә дусар була. Шул сәбәпле башта Хәбәшстанға, ә һижрәт ваҡиғаһынан һуң Мәҙинәгә күсә. Мосолмандарҙың бөтә төп һуғыштарында ҡатнаша.

Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең вафатынан һуң, мосолман дәүләтен нығытыуға өлөшөн индерә. Византия империяһына ҡаршы Ярмуҡ һуғышында ҡатнаша. Мысырҙы яулап алыуҙа ҙур роль уйнай. Ғүмәр ибн әл-Хәттабтың үлеменән һуң, хәлифә урынына алты кандидаттың береһе була.

Һижри 36 йылда Ираҡта Басранан йыраҡ түгел, мосолмандар араһында Дөйә һуғышы исемен алған бәрелеш була. Йәмән йәһүде Ғабдулла ибн Саба мәкере арҡаһында ике мосолман төркөмө — Ғәйшә, Талха, Зөбәйер һәм хәлиф Ғәли төркөмдәре араһында алыш башлана.[2]

Вафаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәли Зөбәйергә уның Ғәлигә хаҡһыҙ ҡаршы сығасағы хаҡында хәҙисте иҫенә төшөрә, һәм Зөбәйер бәрелеш буласаҡ ерҙән китә. Ләкин юлда уны Ғәмр ибне Йәрмүз тигән кеше үлтерә. Зөбәйергә 65 йәш була.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 ويكيبيديا العربية (ғәр.) — 2003.
  2. «"Исламнаневе" сайты», <http://www.islamnaneve.com/mpage.php?p=lichnosti%2FAli%2Fmaarakahaldjimal>. Проверено 16 август 2021.  2020 йылдың 30 сентябрь көнөндә архивланған.