Хәббаб ибн әл-Әратт
ғәр. خباب بن الأرت | |
Гражданлығы | |
---|---|
Һөнәр төрө | Һалдат |
Һуғыш/алыш | |
Заты | ир-ат |
Вафат булған урыны | |
Тыуған көнө | 587 |
Вафат булған көнө | 658[1] |
Әүҙемлек урыны | Мәккә и Мәҙинә |
Тыуған урыны | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Әбү Яхъя Хәббаб ибн әл-Әратт әт-Тамими (ғәр. خبّاب بن الأرت; вафаты 658) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең көрәштәше (сәхәбә). Ҡушаматтары: Әбү Яхъя, Әбү Ғабдулла, Әбү Мөхәммәт йәки Әбү әбд-Раббиһи[2].
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сығышы менән Бәнү Тамим ҡәбиләһенән. Бала сағынан әсирлеккә эләгә, Мәккәгә килтерелә. Өммө Әнмәрҙең ҡол була[3].
Хәббаб 15 йәшендә ислам ҡабул итә. Ул ислам ҡабул иткән алтынсы кеше; хужабикәһе һәм башҡа Мәккә мөшриктәре тарафынан төрлөсә язалауҙарға дусар булған тәүге мосолмандарҙың береһе. Хаббабтың хәле уның кеүек үк Мәккәнән булмаған Сүһәйб әр-Руми, Биләл ибн Рабах, Ғәммәр ибн Йәсир, Сүмәйә бинт Хәйәттең хәле кеүек ныҡ ҡатмарлаша, Мәккәнән һис бер ҡурсалаусы булмай. Уларҙың барыһы ла инаныстары өсөн төрлө ғазаптарға дусар була, ләкин ҡот осҡос яфаланһалар ҙа, диндән баш тартмайҙар. Хәббабтың тәненә ҡыҙған таштар менән тимер баҫҡандар, әммә ул айырыуса сабырлыҡ күрһәтеп, исламдан баш тартмай. Хәббабтың тәне язалауҙарҙан йәрәхәтләнеп бөткән була [3].
622 йылда Хәббаб башҡа мосолмандар менән бергә Мәккәнән Мәҙинәгә күсеп бара (һижрәт). Унда ул мосолман общинаһын нығытыуҙа ҡатнаша. Хәлифәләр Әбү Бәкер һәм Ғүмәр ибн әл-Хәттаб идара иткән осорҙа Хәлифәт дошмандары менән һуғыштарҙа ҡатнаша.
Вафаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
658 йылда 63 йәшендә вафат була[3].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Али-заде А. Хаббаб ибн Арат (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8
- ↑ Kister, M.J., 1960—2005
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Али-заде, 2007
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Али-заде, А. А. [819 Хаббаб ибн Арат] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- K̲h̲abbāb b. al-Aratt / Kister, M.J. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
Был — ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |