Мүғаҙ ибн Жәбәл

Мүғаҙ ибн Жәбәл әл-Ансари (ғәр. معاذ بن جبل الأنصاري‎;рус. Муаз ибн Джабаль; тыу. 603, Йәсриб — 639, Әш-Шүна әш-Шәмәлийә, Иордания) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең сәхәбәләренең береһе,фаҡиһ, ҡарый һәм мөхәддис.

undefined

Биографияһы

Мүғаҙ ибн Жәбәл Мәҙинәлә тыуған[3]. Ул Хәҙрәжи ырыуының бәнү ғәддә нәҫеленә ҡараған.

18 йәшендә ислам динен ҡабул иткән, Ғәҡәбә эргәһендә икенсе ант биреүҙә, мосолмандарҙың мөшриктәр менән һуғыштарында ҡатнашҡан. Ҡөрьәнде яттан белгән. Ислам дине риүәйәте буйынса, Мөхәммәт Пәйғәмбәр Мүғаҙ ибн Жәбәлде мосолман хоҡуғын (фиҡһ) яҡшы белгәндәр иҫәбендә телгә алған, Пәйғәмбәр иҫән сағында уҡ фәтүәләр сығарған.

Мүғаҙ ибн Жәбәл тапшырғана 150-нән ашыу хәҙис билдәле.

Вафаты

Пәйғәмбәр тарафынан Исламға өндәү өсөн Йәмәнгә ебәрелгән. Хаҡ хәлифә Әбү Бәкер әс-Сиддиҡ идара иткән осорҙа әйләнеп ҡайтҡан. Сүриәгә киткәс, чума ауырыуын йоҡтороп, 38 йәшендә вафат булған.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Али-заде А. Муаз ибн Джабаль (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарьМ.: Ансар, 2007. — С. 534. — ISBN 978-5-98443-025-8
  2. ويكيبيديا العربية (ғәр.) — 2003.
  3. Исламдаг.Ру

Әҙәбиәт

  • Али-заде, А. А. Муаз ибн Джабаль // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).

Һылтанмалар

  • Муаз ибн Джабаль. Исламдаг.Ру (4 сентябрь 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 август 2014.