Ансарҙар

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Ансарҙар (ғәр. أنصار‎ — Пәйғәмбәр ярҙамсылары[1][2]) — Мәҙинәнең ерле ырыуҙары Бәнү Әүс һәм Хәҙрәж кешеләре, улар Ислам ҡабул иткән һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең Сәхәбәләре (ярҙамсылары) тип атала башлай. 622 йылдағы Мәккә мосолмандарының Һижрәте осоронда ансарҙар мөһәжирҙәргә үҙ йорттарында урын биргән.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәҡәбәләге анттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шуғаса дошманлашып йәшәгән әүс һәм хәҙрәж ҡәбиләләре 622 йылда Мөхәммәт Пәйғәмбәргә тоғролоҡ анты бирә, уны үҙҙәренең юлбашсыһы һәм имамы тип таный. Улар Мәккә мосолмандарын яҡлашырға, ҡабул итергә һәм матди ярҙам күрһәтергә ант итә. 623 йыл башында ансарҙар һәм мөһәжирҙәр мөнәсәбәттәре йәнә бер килешеү менән нығытыла, ул элекке бурыстарҙы ла эсенә ала. Был ваҡиғалар Ҡөрьән Кәримдә бар[3] Был килешеүҙәр Ғәҡәбәләге Беренсе һәм Икенсе килешеүҙәр тип Ислам тарихына инеп ҡалған[4].

Һуғыштар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ансарҙар һәм мөһәжирҙәр Мәҙинәнең мосолман йәмәғәтен тәшкил иткән һәм унда мосолман дәүләтселеге барлыҡҡа килеүгә килтергән. Һижрәттән һуң Мәккә мөшриктәре менән һуғыштар башланған. Ансарҙар башта Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең Мәккәгә һәм мөшриктәр яҡлыларға ҡаршы яуҙарында ҡатнашмаған. Бәҙер һуғышынан алып ансарҙар мосолман ғәскәренең төп өлөшөн тәшкил итә башлаған. Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәнимәт малын (трофей) бүлгәндә улар мөһәжирҙәрҙән һуң икенсе булған[4]. Улар ярҙамында Мәҙинә дәүләтселеге көндән-көн нығына барған. Мәккә мөшриктәрен еңеп, ҡалаға ингәс Мөхәммәт Пәйғәмбәр унда ҡалырға теләмгән, ә Мәҙинәгә кире ҡайтҡан [4].

Хәлифәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең вафатынан һуң ансарҙар мосолман дәүләтселегенең киләсәге өсөн борсола башлай, тиҙ генә кәңәшмәгә йыйылып хәлифә итеп Сәғд ибн Ғүбәдә әл-Ансариҙы (ғәр. سعد بن عبادة‎ һайлап ҡуялар. Ике ырыу араһындағы ҡаршлыҡтар арҡаһында улар бер фекергә килә алмайҙар. Һөҙөмтәлә, бәхәстәрҙән һуң ансарҙар үҙ ҡарарын үҙгәртеп, хәлифә итеп Әбү Бәкерҙе һайлап ҡуялар . Аҙаҡтан улар хакимлыҡҡа дәғүә итмәйҙәр[1].

Ансарҙар Хәлифәтттең ижтимағи-сәйәси тормошонда күренекле роль уйнай. Улар диндән баш тартҡандарға ҡаршы һуғыштарҙа, Византия һәм Персия яуҙарында ҡатнаша. Хәлифә Ғүмәр ибн әл-Хәттаб ансарҙарға юғары эш хаҡы түләй, шул арҡала күптәре эре ер биләүселәргә әйләнә. Ансарҙарҙың күп өлөшө Ғәрәп яуҙары осоронда Хәлифәттең төрлө яҡтарына таралып ултыра. Ғәрәптәрҙең эре ҡасаба-ҡалаларында хакимиәт әһеле тирәләй ансарҙар айырым биҫтәләр барлыҡҡа килтерә[1].

Мәҙинә ансарҙары берҙәм була һәм динде хаҡ һаҡлаусылар тип һанай. Улар йыш Бәнү Үмәйә хәлифәләренә ҡаршы сыға[1]. Миләди 683 йылда улар һуңғы тапҡыр көслө баш күтәрә, уларҙы баҫтырғанда 270-тән кәм булмаған ансар үлтерелә[4].

Ислам фәндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ансарҙар Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең бик күп хәҙистәрен тапшырған һәм ислам традицияларын тоғро һаҡлаған. Ансарҙар ислам фәненә һәм методологияһына нигеҙ һалған. Уларҙың бик юғары әһәмиәткә эйә икәне бик күп хәҙис йыйынтыҡтарында билдәләнә. «Мәнәҡиб әл-ансар» һәм «Фәдәил әс-сәхәбә» йыйынтыҡтары — шуға миғал[4].

Ансарҙар исемлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәҙрәжиҙәр
  1. Аббад ибн Бишр[5][6]
  2. Абдуллах ибн Зейд[7]
  3. Абдуллах ибн Убайй[8]
  4. Амр ибн аль-Джамух[9]
  5. Анас ибн Малик[10]
  6. Асад ибн Зурара[11]
  7. Абдуллах ибн Раваха[12]
  8. Абу Айюб аль-Ансари[13]
  9. Абу Дуджана[14]
  10. Абу ад-Дарда[15]
  11. Абу Саид аль-Худри[16]
  12. Аль-Бара ибн Малик аль-Ансари[17]
  13. Джабир ибн Абдуллах[18]
  14. Зейд ибн Аркам[19]
  15. Зейд ибн Сабит[20]
  16. Сад ибн ар-Раби[21]
  17. Сад ибн Убада[22]
  18. Убай ибн Кааб[23]
  19. Хабиб ибн Зейд аль-Ансари[24]
  20. Хасан ибн Сабит[25]
    Әүсиҙәр
  21. Абуль-Хасама ибн Тихан
  22. Аль-Бара ибн Азиб[26]
  23. Башир ибн Сад
  24. Муад ибн Джабаль
  25. Мухаммад ибн Маслама
  26. Сад ибн Муаз
  27. Сахль ибн Хунаиф
  28. Усайд ибн Хадир[27]
  29. Усман ибн Хунаиф
  30. Хубайб ибн Адий
  31. Хузайма ибн Сабит
    Ҡалғандар
  32. Абдуллах ибн Салам[28]
  33. Абу Масуд аль-Ансари
  34. Абу Талха аль-Ансари[29]
  35. Амр ибн Маймун
  36. Асим ибн Сабит
  37. Укба ибн Амир аль-Джухани[30]
  38. Хузайфа ибн аль-Яман[31]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Ислам: ЭС, 1991
  2. Watt, W. Montgomery, 1986, с. 514
  3. Әл-Хәшр 59:9
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Али-заде, А. А., 2007
  5. Аббад ибн Бишр 2013 йылдың 13 ноябрь көнөндә архивланған. // Sawab.Ru
  6. Али-заде, А. А., 2007, Аббад ибн Бишр
  7. Али-заде, А. А., 2007, Абдулла ибн Зейд
  8. Али-заде, А. А., 2007, Абдулла ибн Убай ибн Салул
  9. Амр ибн аль-Джамух // Halifat.Info
  10. Али-заде, А. А., 2007, Анас ибн Малик
  11. Асъад ибн Зурара // Halifat.Info
  12. Али-заде, А. А., 2007, Абдулла ибн Раваха
  13. Али-заде, А. А., 2007, Абу Аййуб аль-Ансари
  14. Али-заде, А. А., 2007, Абу Дуджана
  15. Али-заде, А. А., 2007, Абу ад-Дарда
  16. Али-заде, А. А., 2007, Абу Саид аль-Худри
  17. Аль-Бара ибн Малик // IslamDag.Ru
  18. Али-заде, А. А., 2007, Джабир ибн Абдулла
  19. Зейд ибн Аркам // Svet-Islama.Com
  20. Али-заде, А. А., 2007, Зейд ибн Сабит
  21. Саад ибн ар-Раби 2017 йылдың 4 декабрь көнөндә архивланған. // AzerIslam.Com
  22. Али-заде, А. А., 2007, Саад ибн Убада
  23. Али-заде, А. А., 2007, Убай ибн Кааб
  24. Хабиб ибн Зейд 2014 йылдың 20 март көнөндә архивланған. // Sawab.Ru
  25. Али-заде, А. А., 2007, Хасан ибн Сабит
  26. Bahramian, Ali; Negahban, Farzin. Al-Barāʾ b. ʿĀzib // Encyclopaedia Islamica / Editors-in-Chief: Wilferd Madelung and, Farhad Daftary. — Brill.
  27. Усайд ибн Хадир // Halifat.Info
  28. Али-заде, А. А., 2007, Абдулла ибн Салам
  29. аль-Баша А. Р., 2008, Абу Талха аль-Ансари
  30. аль-Баша А. Р., 2008, Укба ибн Амир аль-Джумахи
  31. аль-Баша А. Р., 2008, Хузайфа ибн аль-Йаман

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

урыҫ телендә
на других языках