Әбән ибн Сәғит

Әбән ибн Сәғит әл-Ғәс (ғәр. أبان بن سعيد بن العاص‎;рус. Абан ибн Саид) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең сәхәбәләренең береһе, ҡорайыш.

Биографияһы

Әбән оҙаҡ ваҡыт мосолмандарға ҡаршы була. Уның ағалары Ғәмр менән Хәлид ислам ҡабул иткәндән һуң, уның ғаиләһендә низағтар башлана. Бәҙер һуғышында мосолмандарға ҡаршы һуғышҡан. Был алышта уның ағалары Ғүбәйдәт һәм Ғәс һәләк була. Хоҙайбиә солох килешеүен төҙөгәндә Әбән Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең илсеһе Усман ибн Әффанды үҙ ҡурсыуына ала[1].

Мосолмандарға ҡаршы тороу осоронда яйлап ислам дин ғилемен өйрәнә. Ислам риүәйәтенә ярашлы, Әбән йыш ҡына Сүриәгә йөрөгән һәм шундай сәфәрҙәрҙең береһендә бер монах менән осрашҡан, ул иһә Ғәрәбстанда яңы пәйғәмбәрҙең килеүе тураһында хәбәр иткән. Әбән «яңы пәйғәмбәр»ҙең билдәләре тулыһынса Мөхәммәт Пәйғәмбәр менән тап килгәненә инана. Мәккәгә ҡайтҡас, күпмелер ваҡыттан һуң ислам динен ҡабул итә. Был Хәйбәр янындағы һуғышҡа тиклем булған [1].

Ислам динен ҡабул иткәндән һуң Әбән Мәҙинәгә Һижрәт ҡыла, унда уға һалым өлкәһендә мөһим дәүләт эштәрен алып барыу бурысы йөкмәтелә. Әбү Бәкер хәлифә булған ваҡытта Византияға ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. Византияға ҡаршы яуҙарҙың береһендә һәләк була[1].

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Али-заде, А. А. Абан ибн Саид ибн аль-Ас // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).