Сәғит ибн Зәйет
Сәғит ибн Зәйет | |
---|---|
араб. سعيد بن زيد | |
Дамасктың наибы (наместнигы) с 634 йылдан |
|
Алдан эшләүсе: | должность учреждена |
Дауам итеүсе: | ? |
Шәхси мәғлүмәт | |
Тыуған ваҡыттағы исеме: | Абу аль-Аавар |
Тыуған көнө: | 593 |
Тыуған ере: | |
Үлем көнө: | 671 |
Үлгән ере: | |
Ил: | |
Дине: | ислам |
Атаһы: | Зейд ибн Амр ибн Нуфайл |
Ҡатыны | Фатима бинт аль-Хаттаб[d] |
Ваҡиғалар: | Һижрәт |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа | |
Редактирование Викиданных |
Сәғит ибн Зәйд әл-Ҡорайши (ғәр.. سعيد بن زيد; рус. Са‘ид ибн Зейд аль-Кураши — ? — һ. 51/671 йыл) — Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдең сәхәбәһе, иҫән сағында уҡ йәннәт менән һөйөнсөләнгән ун сәхәбәнең береһе.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Уның атаһы — Зәйет ибн Әмр ибн Туфайл Мөхәммәт ғәләйһисссәләм пәйғәмбәрлегенә тиклем үк күп аллалыҡтан баш тартып, бер аллалыҡта була. Ул бер аллалыҡты дин (Ибраһим динен) эҙләп Шам еренә бара һәм унда монахтан тыуған ере — Мәккәлә яңы пәйғәмбәр килеп сығасағын белеп, кире ҡайтырға сыға, ләкин юлда уны бәҙәүи ғәрәптәр үлтерә. Әммә уның улы — Сәғит беренселәрҙән булып яңы пәйғәмбәргә эйәрә. Был ваҡытта уға 20 тулмаған була әле. Уның менән бергә ҡатыны — әл-Хәттаб ҡыҙы Фатима ла ислам ҡабул итә. Улар Ғүмәр ибн әл-Хәттабтың ислам ҡабул итеүенә лә сәбәп булып тора.
Исламдың барлыҡҡа килеүенең тәүге йылдарында мосолмандар, шул иҫәптән Сәғит ибн Зәйет тә, ҡаты эҙәрлекләүҙәргә дусар була, һөҙөмтәлә уларға Мәҙинәгә күсенергә, йәғни, Һижрәт ҡылырға тура килә [1].
Хәрби һәм сәйәси эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бәҙер һуғышынан башҡа бөтә тиерлек мосолман яуҙарында ҡатнаша. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең вафатынан һуң, Сәғит Хәлифәттең Иран һәм Византияға ҡаршы һуғышында ҡатнаша. Дамаскты яулағандан һуң, Әбү Ғүбәйдәт ибн әл-Жәрәх уны әлеге ҡала башлығы итеп билдәләй.[1]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Али-заде, А. А. [684 Саид ибн Зейд] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Саид Ибн Зайд сайтта islamdag.ru
- Саид Ибн Зайд сайтта islaminfo.ru
Был — ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
[[Category::«Тышҡы һылтанмалар» ҡалыбы буш]]