Ғабдулла ибн Рәүәһа
Әбү Мөхәммәт Ғабдулла ибн Рәүәһа әл-Хәҙрәжи (ғәр. عبدالله ابن رواحة;рус. Абдуллах ибн Раваха; ?, Мәҙинә, — 629, Мута) — Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) иң билдәле сәхәбәләренең береһе, ансар.
Биографияһы
Уның тулы исеме: Ғабдулла ибн Рәүәһа ибн Сәләбә әл-Хәҙрәжи. Ҡушаматтары: Әбү Мөхәммәт, Әбү Ғәмр һәм Әбү Рәүәһа. Абдулла Мәҙинәлә тыуған. Тыуған ваҡыты билдәле түгел. Сығышы менән хәҙрәж ырыуынан. Ғәкәбә янындағы икенсе ант ваҡытында ислам ҡабул иткән .
Мәккә мосолмандарының Мәҙинәгә күсенгәненән (Һижрәт) һуң, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең сәркәтибе һәм уға яҡындарҙың береһе була[2].
Ғабдулла ибн Рәүәһа Бәҙер, Өхүд, Ур һәм Хәйбәр һуғыштарында ҡатнаша[3].
Вафаты
629 йылда Мута янындағы алышта һәләк була[4]
Шағирлығы
Ғабдулла ибн Рәүәһа шағир булған. Ҡайһы бер мәжүси шағирҙар Мөхәммәт пәйғәмбәргә ҡарата мыҫҡыллы шиғырҙар яҙғанда, ул Пәйғәмбәрҙе яҡлап шиғырҙар ижад иткән[5]. Ҡөрьәндә был хаҡта аяттар бар[6]:
Иҫкәрмәләр
- ↑ ʿAbdallāh Ibn-Rawāḥa // CERL Thesaurus (ингл.) — Consortium of European Research Libraries.
- ↑ O My Soul, Death Is Inevitable, So It Is Better for You to Be Martyred 2006 йылдың 30 июнь көнөндә архивланған., URL accessed 2009-09-30
- ↑ Али-заде, 2007
- ↑ THE BATTLE OF MU’TAH (Мута һуғышы)
- ↑ Али-заде А. А. Абдулла ибн Раваха // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8
- ↑ Шағирҙар сүрәһе
Әҙәбиәт
- Шағирҙар сүрәһе
- Али-заде, А. А. Абдулла ибн Раваха // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- ʿAbd Allāh b. Rawāḥa / Schaade A.[de] // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)